Урамдарҙы тѳҙѳкләндереү етди эш

Һуңғы йылдарҙа ауыл һәм ҡала биләмәләрендә тирә- яҡты тѳҙѳкләндереү, биҙәү эштәренә ҙур иғтибар бүленә. Был торлаҡ-коммуналь сәйәсәтенең, урындағы хакимиәттәрҙең ниндәй йүнәлештә эшләүен дә күрһәтә. Йорт-ҡураң, эргә-тирәң тәртиптә һәм матур булһын тиһәң, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән нәмәләрҙе лә контролдә тоторға тура килә.
Бѳгѳн тормошобоҙҙо тѳрлѳ яҡлап рекламалар уратып алды. Зәңгәр экрандарҙы ҡабыҙһаң да, радиоалғысты ҡуйһаң да, Интернет донъяһын гиҙһәң дә, мотлаҡ тѳрлѳ банерҙарға, ниндәйҙер тауарҙы маҡтаған сағыу саҡырыуҙарға эләгәһең. Бындай рекламалар ҡала урамдарын да ситләп үтмәй. Тик шуныһы, уларҙы дѳрѳҫ урынлаштырыу ҡағиҙәһен барыһы ла теүәл үтәмәй. Бындай хужалар менән дә тѳрлѳ аңлатыу эштәре алып барырға, тәртип үтәлешен иғтибар үҙәгендә тоторға тура килә. Мәҫәлән, аҙым һайын тиерлек ерләү хеҙмәте күрһәтеү тураһындағы рекламаларҙы күреү ҙә кемгәлер насар тәьҫир итеүе бар. Шуның ѳсѳн дә рекламалар, банерҙар урынлаштырыр алды- нан кәрәкле органдар, архитектура, йорт хужалары менән килешергә, рѳхсәт алынырға тейеш. Торлаҡ йорттарға баннерҙар ҡуйыу ѳсѳн, тәү сиратта, муниципаль район хакимиәтенә реклама шитының эскизын күрһәтергә, унан ошо йортта йәшәгәндәр менән уҙғарылған йыйылыш протоколына ярашлы, идарасы компания менән килешеү тѳҙѳргә һәм архитектураға барып, уны урынлаштырыу проектын тѳҙѳп, 5000 һум дәүләт пошлинаһы түләргә кәрәк. Ошо рәсми кәртәләрҙе үткәндән һуң ғына реклама банеры реестрға индерелә. Ә инде реклама ҡуйыу ѳсѳн буш урын алған осраҡта шарттар икенсе тѳрлѳрәк, бында ҡайһы бер документтарҙы Ѳфѳ аша эшләргә тура килә. Бѳгѳн 87 реклама конструкцияһының 22- һе һатылған, бынан бюджетҡа йылына яҡынса миллион һумдан ашыу килем инә. Үкенескә ҡаршы, бѳгѳн ниндәйҙер дѳйѳм талаптарҙы үтәмәгән, ҡағиҙәләрҙе боҙ- ған граждандар менән суд приставтары ла эш алып барырға мәжбүр. Шуныһын да билдәләп үтмәйенсә булмай, ниңәлер кешеләр ҡушылған талаптарҙы ваҡытында үтәргә ашыҡшмай, ҡайһы берҙәре хатта суд ҡарарын да һанға һуҡмаҫҡа тырыша. Шунлыҡтан, ошо арала ҡаланың Нижнее селение биҫтәһендә “Ҡорос сым, канат етештереү “Сауҙа үҙәге” янындағы элекке, иҫке киоскыларҙы алыу ѳсѳн дә суд приставтарының ярҙамы кәрәк булды. Иҫке киоскыларҙы алыр- ға тигән суд ҡарары былтыр май айында уҡ сығарылғайны, әммә милек хужаһы уны иғтибарһыҙ ҡалдырҙы. Сауҙа үҙәге урынлашҡан был урындың ташландыҡ хәлдә булыуы, эргә-тирәләге емерек кәртәләрҙең, буяуы ҡупҡан йорттарҙың, ҡоролмаларҙың күплеге тирә-яҡты йәмһеҙләп ултыра ине. Ә инде нәҡ ошо урында иҫке ѳс киоск ултырыуы тѳҙѳкләндереү эштәре алып барырға, заманса автомобиль туҡталҡаһы эшләргә, асфальт түшәргә ҡамасауланы. Был киоскыларҙың икәүһе буш торһа, берәүһендә тәүлек әйләнәһенә һыра һәм кѳмѳшкә һатылды. Милексенең суд ҡарарына әһәмиәт бирмәүе арҡаһында суд приставтары, муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре ярҙамы менән ошо киоскыларҙы һүтеп алып, махсус урынға ҡуйҙы. Демонтажлау эшенә киткән матди сығымды милек хужаһы үҙе ҡаплаясаҡ. Муниципаль район хаки- миәте башлығы В. Г. Миронов әйтеүенсә, Нижнее селение биҫтәһенең Беренсе май урамын тәртипкә килтереү ѳсѳн БМК етәкселеге лә, милекселәр ҙә йәлеп ителәсәк. Быйылға был йәһәттән күп эштәр планлаштырылған, шуларҙың иң мѳһиме һәм кѳтѳп алынғаны - йылылыҡ системаһын реконструкциялау. Был проект инвестициялар кимәле буйынса ла етди һанала. Ул Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы аша әҙерләнгән. Проектҡа ярашлы 40 миллион һум аҡса талап ителә. Әммә, был артыҡ ҙур сығым түгел, ул республика ярҙамы менән тормошҡа ашырыласаҡ, тип белдерә муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий