Почетлы металлург

СССР-ҙың Маҡтаулы металлургы Фәиз Сәфәр улы Кѳсѳкбаев менән күптән танышмын. Мин Маныштынан, ә ул Сәфәрғол ауылынан кѳн һайын Инйәр мәктәбенә йәйәүләп йѳрѳп уҡыныҡ.
Фәиз Сәфәр улы Кѳсѳкбаев Инйәр ауылында тыуған. Ғаиләһе менән Сәфәрғолда ла йәшәргә тура килә уларға. Атаһы Сәфәр Кѳсѳкбай улы һуғышҡа тиклем Инйәрҙә янғын һүндереүселәр менән етәкселек итә, әсәһе Хәмдениса Нәби ҡыҙы тегенсе була.
Фәиз Сәфәр улы 1954 йылда Инйәр урта мәктәбен тамамлағандан һуң Белоретҡа килеп, мартен цехына ҡорос иретеүсе ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша. 1955 йылдың кѳҙѳндә Армия сафына алына. Алыҫ Кѳнсығыштағы Находка ҡалаһында урынлашҡан полкта радиотелеграфист булып хеҙмәт итә. Ѳс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, эшен дауам итә. Тѳп эшенән тыш йәмәғәт эштәренә лә ѳлгѳрә. КПСС-тың ѳлкә комитеты пленумы ағзаһы итеп һайлана. Ә инде ҡорос иретеү эшенә Фәиз Сәфәр улы билдәле ҡорос иретеүселәр А. Иноземцевтан, В. Киселевтан ѳйрәнә. Һигеҙ йылдан һуң үҙаллы эшләй башлай. Бригадалары “Коммунистик хеҙмәт бригадаһы” исеменә лайыҡ була, металлург үҙе лә коммунистар партияһы сафына алына. Фәиз Сәфәр улы тәүге йылдарҙа уҡ партия ойошмаһы менән етәкселек итә башлай. Уның бригадаһы комбинатта һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә йөрөй. 1980 йылда социалистик ярышта еңеп, “Волга” автомашинаһы менән бүләкләнә. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Грамоталарына, В.И. Лениндың тыуыуына 100 йылға ар-налған миҙалға, III дәрәжәле Хеҙмәт Даны, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына, “СССР-ҙың Почетлы металлургы” тигән маҡтаулы исемгә һәм башҡа наградаларға лайыҡ хөрмәтле металлург. Уның рәсеме Почет таҡтаһынан тѳшмәне тиерлек. 1986 йылда маҡтаулы металлург хаҡлы ялға сыҡһа ла, эшен дауам итә. Белорет интернат- мәктәбендә, металлургия комбинатында, тимер-бетон изделиелар заводында эшләй. 1958 йылда мартен цехында эшләгән Әминә Фәррәхованы осратып, тормош ҡоралар. Бер-бер артлы ике бала - Рәсимә һәм Ринат донъяға килә. Кѳсѳкбаевтар балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләп, белем алырға ярҙам итеп, оло юлға баҫтыра. Бѳгѳнгѳ кѳндә ҡыҙҙары Рәсимә Нижневартовск ҡалаһында медицина хеҙмәткәре, ә Ринат Межгорьела инженер булып эшләй. Яҡташым һәм замандашым Фәиз Сәфәр улы Кѳсѳкбаев Белорет ҡалаһында йәшәй, баҡсаһында тѳрлѳ йәшелсә-емеш үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 50 йыл бергә йәшәгән тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күскән. Ветеран балалары, класташтары менән аралашып, матур йәшәй, башҡаларға ѳлгѳ булып тора. Металлургты мәктәптәргә балалар менән осрашыуҙарға саҡырып торалар. Уҡыусылар менән аралашып, күңеленә йыуаныстар алып ҡайта ул.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Р. МУСИНА фотоһы.
Оставить комментарий