Ташҡынға әҙерлек кәрәк

Муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫарҙары В.А. Тюр менән Ф.Ф. Яхин Межгорье, Белорет, Бөрйән, Учалы һәм Әбйәлил райондары хакимиәттәре башлыҡтарының урынбаҫарҙары һәм экологтар менән киңәйтелгән кәңәшмә уҙғарҙы.
Уның эшендә муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары И.В. Ручкина, И.В. Пинящук, Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты рәйесе И.А. Пенкина ҡат- нашты. Виталий Артурович муниципаль хакимиәттәрҙең яҙғы ташҡынға әҙер- леге, уны бәлә-ҡазаһыҙ һәм мөмкин тиклем юғалтыуҙарһыҙ уҙғарып ебәреү, гидротехник ҡоролмаларҙың ниндәй кимәлдә булыуы тураһында һөйләне. Уның билдәләүенсә, Асы ҡоролмаһы әллә ни хәүеф тыуҙырмаһа ла, Тирлән, Әүжән, Үҙән ҡоролмаларын ентекле күҙәтеп торорға кәрәк. Статистика мәғлүмәттәренә ҡара- ғанда, Белоретта - 21, Әбйәлилдә - 38, Бөрйәндә - 11, Учалыла 3 тораҡ пункт хәүефле урында урынлашҡан. Тимәк, был ауылдар тураһындағы тулы мәғлүмәтте министрлыҡҡа ла биреп ҡуйырға кәрәк. Тау-ташлы, ҡуйы урманлы төбәктә йәшәгәндәр яҙғы ташҡынға алдан уҡ ныҡлы әҙерләнергә тейеш, сөнки быйыл ҡар күп. Ә был урындарҙағы ҡар ҡатламын бер кем дә үлсәп йөрөмәй. Филүс Флүр улы Рәсәй Федерацияһы субъекттарының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өл- кәһендә вәкәләттәре тураһында һүҙ алып барҙы. Шулай уҡ ул ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу, йыйыу һәм үтилләү буйынса тѳбәк операторҙар эшмәкәрлеге схемаһы менән таныштырҙы. Әйткәндәй, һәр муниципаль берәмек оператор ролендә сығыш яһай ала. Әммә был яңы ысулдың ыңғай һәм кире яҡтарын ныҡлап уйлап эш итергә кәрәклеген аңлатты. Кәңәшмәнән һуң Өфө ҡунаҡтары райондың гидротехник ҡоролмалары һәм яңы полигон менән танышты.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий