Һәр техника хәүеф сығанағы

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте ҡарарына ярашлы, февралдә республика территорияһында “Ҡаргиҙәр” профилактик операцияһы үткәрелде.
Операция барышында район- ҡаланың дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 17 рейд үткәрҙе. Был сараларҙа шулай уҡ ЮХХДИ инспекторҙары ла ҡатнашты.
- Рейд ваҡытында Ѳфѳнән килгән ял итеүсенең ҡаргиҙәргә документтары үҙе менән булмай сыҡты, машинаһында ҡалдырған. Ул икенсе кѳндѳ килеп, ҡаргиҙәргә документын, йѳрѳүгә хоҡуҡ биргән танытмаһын күр- һәтте. Профилактик операция барышында тракторҙар менән бергә 10 тѳҙѳк булмаған техниканы файҙаланыу осрағы асыҡланды. Әлеге ваҡытта үҙйѳрѳшлѳ техника, тракторҙар техник күҙәтеү үтә. Йыл башынан 55 процент транспорт техник күҙәтеү үтеп ѳлгѳрҙѳ. Быйыл 2 кеше тракторын иҫәпкә ҡуйҙы. Район-ҡалала бѳтәһе 78 ҡаргиҙәр теркәлгән, шуларҙың 34-е шәхси хужалыҡтарға ҡарай. Ошондай профилактик сараларҙың йыш үткәрелеүе ыңғай һѳҙѳмтә бирә, - ти район-ҡала дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы З.М. Ҡазин. Профилактик операция айлығы барышында беҙ ҙә инспекторҙар менән рейдҡа сыҡтыҡ. Яңы Абҙаҡ ауылында ял итеүселәрҙе ҡаргиҙәрҙәрҙә, квадроциклдарҙа йѳрѳтѳү ойошторола. Рейд ваҡытында инспекторҙар ял итеүселәрҙе йѳ- рѳтѳү маҡсатында юл буйына ҡуйылған ҡаргиҙәрҙәр янына туҡталды. Былар шәхси эшҡыуар Н.В. Заиканың ҡаргиҙәрҙәре булып сыҡты. Халыҡтың ял итеүен ойоштороу менән шѳ- ғөлләнгән эшҡыуарҙың 7 ҡаргиҙәре, 11 квадроциклы бар.
- Беҙ танытмаһы булған кешеләргә генә техниканы тапшырабыҙ. Ял итеүселәр юлға сығыр алдынан хәүефһеҙлек ҡағиҙәһе менән таныша. Бѳтә транспорт та ваҡытында техник күҙәтеү үтә, - ти Н.В. Заика. Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы З.М. Ҡазин ҡаргиҙәрҙәрҙең техник хәле, документтарын ҡараны һәм эшҡыуарҙың техникаға яуаплы ҡарауын билдәләп үтте. Һәр техника кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙыра, шуға ла транспортты файҙаланыр алдынан һәр кем иң тәүҙә хәүефһеҙлек сараһын күрергә бурыслы.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий