Тәүәккәлдәр сыҡты ярышҡа

Уҙған аҙнала район һәм ҡала уҡытыусылары араһында уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы - 2016” конкурсына йомғаҡ яһалды.
Конкурс районда 2003 йыл- дан алып үткәрелә. Сараның маҡсаты - уҡытыусы һөнәренең бәҫен үҫтереү, ижади эшләгән талантлы уҡытыусыларҙың абруйын күтәреү, уларға ярҙам итеү. Конкурсты муниципаль райондың мәғариф идаралығы педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең профсоюз ойошмаһы менән берлектә ойоштора. “Йыл уҡытыусыһы - 2016” конкурсы ике этапта үтте һәм ѳс ай дауам итте. Унда 12 уҡытыусы ҡатнашты һәм һөнәри оҫталығын һынаны. Бынан тыш, ѳс йыл эш стажы булған 5 йәш уҡытыусы “Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында ярышты. Тәүге “Интернет ресурс” эта- бында уҡытыусылар ситтән тороп ҡатнашты. Конкурсанттарҙың “Мин - уҡытыусы” педагогик эссеһын коллегалары, ата-әсәләр, уҡыусылар һәм ошо конкурсҡа битараф булмағандар онлайн тауыш биреү юлы менән баһаланы. Һуңғы турҙа уҡытыусылар дәрес биреү һәм оҫталыҡ дәресе күрһәтеү буйынса үҙ-ара көс һынаны. “Йыл уҡытыусыһы - 2016” исеменә 7 конкурсант араһынан 21-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы В.Ю. Клепинина лайыҡ булды. II урынды 16-сы мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы К.А. Бузорина алды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары конкурсында 5 кеше араһынан Йөйәк мәктәбе уҡытыусыһы Г.М. Асҡарова еңеүсе тип табылды. “Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында 16-сы мәктәптең физкультура уҡытыусыһы В.В. Асҡаров еңеп сыҡты. Г.М. Асҡарова (Йөйәк мәктәбе), Г.И. Шакирова (21-се мәктәп), З.Ә. Сәйфуллина (Шығай), В.В. Асҡа- ров (16-сы мәктәп) “Мин - уҡытыусы” педагогик эссеһына иң күп онлайн тауыш йыйыусылар булды. “Иң яҡшы шәхси педагогик сайт” номинацияһында 10-сы мәктәптең информатика уҡытыусыһы Э.Э. Пестряева еңеп сыҡты. Конкурста башланғыс кластар уҡытыусыһы Э.Р. Башарова (Инйәрҙең 1-се мәктәбе), башланғыс кластар уҡытыусыһы Л.Р. Манапова (20-се мәктәп), информатика уҡытыусыһы Ю.А. Щипанова (Абҙаҡ мәктәбе), башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ә.Б. Зикрина (1-се мәктәп), башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.М. Мәғәфүрова (Тирлән), башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ә.С. Хәй- буллина (Исмаҡай), география уҡытыусыһы Г.М. Камалетдинова (1-се мәктәп), рәсем уҡытыусыһы К.А. Власьевнина (18- се мәктәп), рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А.Ф. Шаһивәлиева (Абҙаҡ), башланғыс кластар уҡытыусыһы А.Ғ. Канафин (Шығай) ҡатнашты. “Йыл уҡытыусыһы - 2016” конкурсын ябыу тантанаһына муниципаль район Советы рәйесе Е.Я. Карепанов, муниципаль ра- йон хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев, мәғариф ида- ралығы начальнигы М.В. Саранцева, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Л.Г. Ша- лаева, конкурсанттарҙың коллегалары, туғандары, дуҫтары килде. Быйылғы конкурста ҡатнашыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ѳсѳн Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы махсус приз булдырған һәм уны Исмаҡай мәктәбе уҡытыусыһы Ә.С. Хәйбуллинаға тапшырҙы. Был предмет уҡытыусыларына эшҡыуар Ришат Мөхәмәтвәлиевтең, «Энигма» матурлыҡ салоны хужаһы Әлфиә Кузнецованың һәм «Урал» гәзитенең бүләктәре лә бирелде. Ҡалған конкурсанттар ҙа төрлө бағымсыларҙың бүләгенә, татлы призына эйә булды.
Э. МѲХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий