“Ихлас күңелле шағир

тип аталды Сермәндең социаль- мәҙәни үҙәгендә уҙған хәтер кисәһе.
Ул шиғырҙары бөтә донъяға таралған шағир, йырсы, арҙаҡлы шәхес, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Ганс Христиан Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы диплом эйәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән яҙыусы, драматург, журналист Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналды.
Тамаша залында Сафуан Әлибаевтың үҙе уҡыуында шиғырҙар яңғырай, слайдтарҙа бер-бер артлы уның ғүмер миҙгелдәре ағыла, сәхнәлә ижадсының әҫәрҙәренән күргәҙмә ойошторолған. Үҫмер сағында Сермәндә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән бер туған апайы Менәүрә Әфтәх ҡыҙы менән еҙнәһе Рәүеф Айытбай улы Хәлиловтарға килеп һыйына һәм Сермән мәктәбендә өс йыл уҡый. Был сараны ойоштороусылар ҙа Менәүрә һәм Рәүеф Хәлиловтарҙың балалары - Сермәндә йәшәгән Айгөл Рәүеф ҡыҙы менән Рамазан Рәжәп улы Мағазовтар, Бөрйән районында йәшәгән Үриә Рәүеф ҡыҙы Мөхәмәтйәрова, туғандары Зифа Айытбай ҡыҙы һәм Солтан Мөжәүир улы Сиражетдиновтар, Венера Айытбай ҡыҙы Хәлилова, Әнисә Бәшәр ҡыҙы Ибраһимова, мәктәп, китапхана, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булды. Ә Гөлнур Аҡмулла ҡыҙы Мусина сараны матур итеп алып барҙы. Һәр сығыш Сафуан Әлибаевтың йырҙары, шиғырҙары менән үрелгәйне. Башҡорт теле уҡытыусыһы Нәсимә Ғофран ҡыҙы Шәғәлинаның уҡыусылары шағирҙың шиғырҙарын ятланы. “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамбле, уның сәсәниәһе Альбина Хәйретдинова, ҡурайсы Әсғәт Хәйернуров, музыка мәктәбе директоры Әлфиә Идиәтуллина, Айгөл Мағазова етәкселегендәге “Йәшлек” бейеү ансамбле, бейеүсе Арсен Нәжмитдинов, Сермән мәктәбенең вокаль ансамбле Сафуан Әлибаевтың яратҡан йырҙарын, бейеүҙәр башҡарҙылар. “Сермәнемдең ниндәй серҙәре бар?” йыры сермәндәрҙең генә түгел, район- ҡалабыҙҙың гимнына әүерелгән. Өфөнән танылған шағир һәм яҙыусы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы секретары, “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Дамир Шәрәфетдинов, Белореттан “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Мансур Һиҙиәтов, шағирәләр - Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Зөһрә Үтәғолова, Рәсимә Сәлихова килде һәм яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, шиғырҙар уҡыны. Композитор, Башҡортостандың ат- ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәррәм Сәлимов Сафуан Әлибаев һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын башҡарҙы. Шулай уҡ Сафуан Әлибаев тураһындағы яҡты иҫтәлектәре менән Зифа һәм Солтан Сиражетдиновтар, Венера Хәлилова, Үриә Мөхәмәтйәрова, Әнисә Ибраһимова, Зоя Хисамова, Әсғәт Хәйернуров һәм башҡалар уртаҡлашты. Әйткәндәй, сығыш яһаусыларҙың бөтәһе лә Сафуан Әфтәх улының кешелекле, асыҡ йөҙлө һәм күңелле, изге йөрәкле, ярҙамсыл, итәғәтле, тырыш һәм ябай булыуын әйтеп китте. Шағир халыҡ күңелендә иҫ киткес моңло йырҙары менән уйылып ҡалған. Сафуан Әлибаевты нур йомғағына тиңләргә булыр ине, сөнки ул олоһона ла, кесеһенә лә ихлас йылмайып, олоно оло итеп, кесене кесе итеп аралашты. Ундайҙар бер ваҡытта ла хәтерҙән юйылмай. Шундай бөйөк һәм ябай шәхес менән таныш булғандар үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә бәхетле тоя. Мәктәп директоры Ғаян Риф улы Аҙнабаев ошо матур сараны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Хәтер кисәһенән һуң Айгөл һәм Рамазан Мағазовтар шағирҙың яҡты иҫтәлегенә арнап аят уҡытты.
Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.
Рәсимә СӘЛИХОВА фотоһы.
Оставить комментарий