Әхмәрҙең үҙ "Ауылпиада"һы

Әхмәр ауылында икенсе йыл рәттән үткән саңғы ярышын олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала. Быны ҡатнашыусыларҙың арта барыуы, күрше ауылдар спортсыларының да ҡушылырға теләүе раҫлай. Йәкшәмбе көнө ярышҡа тип дәртләнеп килгән уҙышсыларға аяҙ, әммә һыуыҡ кѳн дә ҡамасаулай алманы. Ә инде һәр ерҙә әүҙемлек күрһәткән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән, борхоп ҡайнап ултырған ѳс самауырҙа ҡайнар сәй, ѳҫтәлдәрҙәге тәм-томдар, ҡоймаҡ-бәлештәр былай ҙа юғары кәйефтәрҙе тағы ла нығыраҡ күтәреп ебәрҙе. Быйылғы сара Ватанды һаҡлаусылар, яңыраҡ үткән Ҡышҡы спорт тѳрҙәре кѳнѳнә һәм “Рәсәй саңғыһы” күләмле спорт ярышына арналды, тип әйтергә лә була. “Ауылпиада”ла тѳрлѳ спорт тѳрҙәренә ѳҫтөнлѳк бирелде.
Яңыраҡ ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары, оло инәйҙәр скандинав аҙымы менән йѳрѳй башланы, улар ҙа сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙарын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлап, спорт байрамына йыйылған халыҡҡа ла үҙ сығыштарын күрһәтте. Бынан һуң уларҙың сафы бермә-бер тулыланыр әле. Саңғысыларҙың күплеген иҫәпкә алып, ярыш йәш буйынса бер нисә категорияға бүлеп үткәрелде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, саңғысылар араһында алты-һигеҙ тиҫтәһен ваҡлаған өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә күп ине. Ҡатнашыусылар араһында иң өлкәне Барый Сәйетов булды. Һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуғанда ла саңғыла йәштәрҙән дә былайыраҡ уҙышҡан оло ағайға афариндан башҡа ни әйтәһең инде?! Ошо уҡ һүҙҙе 5 йәшлек кенә саңғысы Сәлих Абдуллинға ла юлларға кәрәктер. Былтыр саңғыла саҡ баҫып торған кескәй спортсы быйыл ярайһы уҡ ҡына йүгерә. Ярыш булғас, әлбиттә, еңеүселәр ҙә була. Балалар араһында I урынды Вилиә Абдуллина алды. II урынға Нураниә Абдрахманова сыҡты. Ҡыҙҙар араһында йүгереүселәр икәү генә ине. Айгѳл Сафуанова етеҙерәк булып сыҡты һәм финиш һыҙығын беренсе булып үтте. Ә Наҙгѳл Әҙелмырҙинаға икенсе урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килде. Ир-егеттәр араһында үҙ кѳстәрен һынап ҡарарға теләгәндәр күп булды. Спортсылар финиш һыҙығын үтмәйенсә, кемдең беренсе булып килерен береһе лә белә алманы. Йә береһе алға сыға, йығылып ятып ҡалһа, икенсеһе уҙып китә. Финиш һыҙығына бер нисә метр ҡалғас ҡына еңеүсе билдәле булды. Әзекәй ауылы спортсыһы Рәзиф Мәғәфүров I урынды яуланы, Әхмәрҙәр Алмаз Малыбаев һәм Эдуард Зәбиров II һәм III урындарҙы бүлеште. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла ярыш кѳсѳргәнешле барҙы. Рәйлә Абдуллина старт һыҙығынан уҡ алға уҡтай атылды, тик юлды бутап ҡына, ҡәҙерле секундтарын әрәм итте. Ә Илүзә Шәйәхмәтова ҡабаланмай, тыныс ҡына йүгереп, финишҡа беренсе булып килде. Ҡәйнәле-киленле Рәйлә һәм Резеда Абдуллиналар II һәм III урындарҙы бүлеште. Бишенсе тиҫтәне ваҡлаусы ир-егеттәр араһында I урынға Нурислам Абдрахманов сыҡты. Рәхим Хѳснѳтдинов - II һәм Рим Абдуллин III урындарҙы алып ҡыуанды. Эйе, беренсе килдең икән - һин еңеүсе, еңеүҙең татлы кисерештәренә сумаһың. Кемгәлер уңыш йылмаймаған икән, ҡайғырмағыҙ, көслө икәнһең - уңыш киләһе йылда йылмайыр. Рәшит Сафуанов һәм Хәлим Хѳснѳтдиновҡа был юлы ҡалған урындар менән ҡәнәғәтләнергә тура килде. Саңғы ярыштарынан һуң эҫе сәй эсеп алғас, спорт уйындары артабан дауам итте. Әхмәр һәм Әзекәй ауылдары ир-егеттәре регби-футбол уйнаны. Англияла уйлап сығарылған уйынды барыһы ла оҡшатты. Көйәрмәндәр үҙ командаһын дәртләндереп торҙо, ир- егеттәр сәмләнеп регби уйнаны. Уйын 4:0 иҫәбенә тамамланды. Әхмәр ауылы ир-егеттәре сосораҡ һәм етеҙерәк булып сыҡты. Урамдар бер-береһе менән арҡан тартыша. Ике урам араһында арҡан тартышыуҙа Шауым урамы ҡатын- ҡыҙҙары иң кѳслѳләре булып сыҡты. Ир-егеттәрҙән аръяҡтар береһенә лә ал бирмәне. Спортты ярата әхмәрҙәр, йәштәр әүҙем ҡатнашты. Ошондай үҫмерҙәрҙән ышаныслы, көслө ир-егеттәр сығыр, ҡыҙҙар ауырлыҡтарға бирешмәҫ ҡатын- ҡыҙҙар булып үҫер, тигән ѳмѳттә ололар. Спорт байрамынан һуң ауыл старостаһы, уйындар судьяһы Нажия Вәлиева еңеүселәргә грамоталар тапшырҙы. Ярыш матур ойошторолғайны. Ғөмүмән, барыһы ѳсѳн был ысын спорт байрамы булды.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Г. БАҺАУЕТДИНОВА фотоһы.
Оставить комментарий