Мәхмүт ҡыҙҙары саңғыла иң етеҙе

Ватан һаҡсылары байрамы алдынан Металлургтар стадионында Советтар Союзы Геройы Александр Серебренников иҫтәлегенә 44-се традицион саңғы ярышы үтте. Сараны асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев, Белорет, Бѳрйән райондары, Белорет ҡалаһы хәрби комиссары В.Ҡ. Сәйәхов, ҡала Советы депутаты А.В. Белов, геройҙың улы Г.А. Серебренников һәм башҡа ҡунаҡтар сығыш яһаны һәм ярышта ҡатнашҡан йәш быуынға яҡты теләктәрен белдерҙе. Артабан почетлы ҡунаҡтар ҡаланың 17-се гимназияһында урынлашҡан Александр Серебренниковтың бюсына сәскә гѳлләмәһе һалырға йүнәлде. Йылдағыса ярышта ҡатнашҡандар һаны кәмемәй. Быйыл 300-ҙән ашыу кеше саңғы спортында үҙ кѳсѳн һынап ҡараны. Тәүҙә стартҡа ветерандар, һуңынан урта һѳнәри белем биреү учреждениелары, аҙаҡҡы этаптарҙа ҡала һәм район мәктәптәре стартҡа баҫты. Ярыш кѳсѳргәнешле барҙы, әммә һәр ваҡыттағыса тик кѳслѳләр, яҡшы әҙерләнгәндәр генә уңышҡа иреште. Быйыл урта һѳнәри белем биреү учреждениелары командалары араһында Белорет педагогия колледжы - I, Белорет металлургия колледжы - II, Белорет медицина колледжы III урын яуланы. Ҡала мәктәптәре араһында 14-се гимназия командаһы I урынға сыҡты, 21 мәктәп - II, компьютер мәктәбе III урын алды. Райондан Шығай, Мәхмүт, Сермән, Ҡаһарман, Үҙән, Ломовка, Тирлән, Тимер юл, Абҙаҡ, Ҡағы, Олойылға, Үткәл, Боғанаҡ, Егәҙе, Инйәрҙән 1-се, 2-се, 3-сѳ мәктәптәр ҡатнашты. 1997-1999 йылғы ҡыҙҙар араһында Мәхмүт мәктәбе уҡыусылары Вилиә Яруллина - I, Айгѳл Абдрахманова - II, Сермән мәктәбенән Рузанна Ямалетдинова III урын яуланы. 2000 йылғы һәм унан бәләкәй йәштәге ҡыҙҙар араһында Мәхмүт мәктәбенән Гѳлфиә Сәлимова - I, Ломовка мәктәбенән Юлия Зимина - II, Мәхмүт мәктәбенән Зилиә Яруллина III урын алды. 1997-1999 йылғы үҫмерҙәр араһында Инйәрҙең 1-се мәктәбенән Айнур Шәрипов һәм Илнур Шәрипов I-II урындарҙы бүлеште, Мәхмүттән Айгиз Мәрҙәнов III урынға сыҡты. 2000 йылғы һәм унан бәләкәй малайҙар араһында Шығай мәктәбенән Илһам Дәүләтов - I, Сермән мәктәбенән Илнар Ниғмәтуллин - II, Ломовка мәктәбенән Дмитрий Кольцов III урын яуланы. Дѳйѳм команда һѳҙѳмтәләре буйынса урта белем биреү мәктәптәре араһында Мәхмүт - I, Шығай - II, Тимер юл мәктәбе III урынға сыҡты. Тѳп мәктәптәр араһында Олойылға - I, Үҙән балалар йорто - II, Сермән балалар йорто III урын алды. Еңеүселәр Маҡтау грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Ойоштороусылар бүләкләү тантанаһынан һуң ғына таралыуҙарын һораһа ла, күп мәктәптәр ярыш бѳтѳү менән ҡайтыу яғын ҡараны. Урын алғандарҙың да бүләкләү тантанаһына ҡалмауы йәмһеҙ күренеш булды. Шуға ла ойоштороусылар киләсәктә бүләкләүҙе кѳтмәгән спортсыларға һуңынан грамоталар тапшырылмаясағын белдерҙе. Еңә белгәс, хѳрмәтен дә татып ҡалырға кәрәктер. Бындай мәлдәр йыш булмай бит.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий