Абҙаҡтар һынатмай

Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов иҫтәлегенә X асыҡ турнир һәм “Фаэтон” йәмғиәте барлыҡҡа килеүенә биш йыл тулыу айҡанлы кѳрәш буйынса ярыш үтте. Турнирҙа республика район-ҡалаларынан һәм Силәбе ѳлкәһенән бѳтәһе 135 кѳрәшсе кѳс һынашты. Йылдағыса был бәйгелә майҙан хужалары ал бирмәне. Шулай ҙа беҙҙекеләр ҙә ятып ҡалғандарҙан түгел: турнирҙа Абҙаҡ мәктәбенән дүрт уҡыусы ҡатнашты һәм улар араһынан Данил Хазыров III урын яулауға иреште. Әлбиттә, был Абҙаҡ ауылының йәш кѳрәшселәре ѳсѳн ҙур уңыш.
Р. ХӨСНУЛЛИНА.
Оставить комментарий