Иҫтә ҡалырлыҡ осрашыу

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында 8 Март байрамы айҡанлы күп мәҙәни саралар үтте. Шуларҙың береһе - гимназиябыҙға Әхмәт Лотфуллин исемендәге Абҙаҡ урта мәктәбе коллективының ҡунаҡҡа килеүе. Улар беҙгә “Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана” исемле ял кисәһе бүләк итте. Күренекле татар драматургы Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” драмаһынан өҙөктө һәүәҫкәр артистар бик килештереп уйнаны. Бигерәк тә Гөлфинә ролендә - физика уҡытыусыһы Хәтижә Ғайсина, Алтынсәс - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гѳлназ Әхмәҙина, Валентина - башланғыс кластар уҡытыусыһы Юлиә Шоҡобаева, Дилемма - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилә Хәйруллина, Исемһеҙ ҡатын ролен - математика уҡытыусыһы Илүзә Баймөхәмәтова, Нина - социаль педагог Рәзилә Фазылова, врач - Хәнә Вәлиева, бишек янындағы әсәләр - Алиса Шаһивәлиева менән Илүзә Шоҡобаева бала табыу йортонда ятҡан әсәләр образын тулыһынса асыуға иреште. Осрашыуҙың икенсе өлөшө гүзәл заттарға арналған шиғри шәлкемдәр һәм йыр- бейеүҙәр менән дауам итте. Хәтижә Ғайсинаның моңло тауышы, “Алтынсәс” бейеү ансамбле ҡыҙҙарының дәртле бейеүе, IX класс уҡыусыһы Люциә Мөхәмәҙиева башҡарыуында “Башҡорт ҡыҙы”, Зарина Шағбазованың “Көнсығыш ритмдары”, Люциә Билалованың “Әсәйемә” йыры бик оҡшаны. Уҡытыусылар матур йыр менән ял кисәһен йомғаҡланы. Яҙ һулышы алып килгән Абҙаҡ урта мәктәбе коллективына, директор Гөлшат Йомағужинаға, художество етәксеһе Гөлкәй Нуритдиноваға рәхмәт. Абҙаҡтарҙың ижади ҡарашлы коллективына яңы үрҙәр теләйбеҙ. Мәктәп- ара дуҫлыҡ ептәре тағы ла нығынһын.
Гѳлназ БАЙРАМҒӘЛИНА,
башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Оставить комментарий