"Йәгеҙ әле, шағирҙар!"

Ошо кѳндәрҙә Шығай ауылы башҡорт мәҙәни үҙәгендә “Ҡуңыр буға” тѳбәк ижади ойошмаһының сираттағы күсмә семинары булып үтте.
Семинарҙың тәүге ѳлѳшѳндә Белорет, Әб- йәлил, Учалы ижадсылары Әбйәлилдән мәғариф ве- тераны, драма ѳлкәһендә лә, публицистикала ла уңышлы эшләгән Зѳһрә Бәшәрованың балалар ѳсѳн бер шәлкем ши- ғырҙары, шул уҡ райондың Хәмит ауылынан Илсиә Ҡасимованың ҡулъяҙмаһы тикшерелде. Шиғыр-хикәйәләре республика гәзит-журналдарында баҫылып торған, бер нисә китап авторҙары, һүҙ оҫталары Фәнүзә Биктимерова, Зѳһрә Кашапова, Мәрйәм Сәлмәнова, Мәҙинә Йәғәфәрова, Айһылыу Хәсәнова һәм башҡалар ҡәләмдәштәре ижадын бик етди тикшереп, тѳплѳ анализ яһаны, фәһемле кәңәштәрен бирҙе. “Киләсәктә шиғыр һѳйѳүселәр Зѳһрә Бәшәрова һәм Илсиә Ҡасимованың ил, тел, милләт, тыуған яҡ тәбиғәте тураһында тәрән йѳкмәткеле китаптарын ҡулына алып уҡыр, тигән ышаныстабыҙ. Һәр икеһенә лә артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ”, - тип шатландырҙы ҡәләмдәштәре. Ойошманың идара рәйесе Мәүлит Ямалетдинов башла- нып торған йылдың ике айы эсендә башҡарған эштәре тураһында һѳйләне. Мәҫәлән, мѳмкинлектәре сикләнгән 8 автор тәүге бәләкәй китабын ҡулына алып һѳйѳнгән, “Ватандаш” журналында 17 авторҙың шиғыр-хикәйәһе донъя күрәсәк. Шулай уҡ ошондай күсмә ултырыштар, ҡулъяҙмалар тикшереү, оҫ- талыҡ дәрестәре артабан да дауам итәсәк. Был юлы ла модель китапханала барған эшлекле фекер алышыуҙан һәммәһе лә ҡәнәғәт ҡалды. “Ѳлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәге директоры Сәғирә Шә- рәфетдинова, художество етәксеһе Лира Хәйруллина осрашыуҙың икенсе бүлеген ҡәҙимге булмағанса әҙерләгән булып сыҡты. Рәхәтләнеп концерт ҡарап ултырыу тәтемәне. Тирләп-бешеп эш- ләне шағирҙар. Шиғыр һѳйләп кенә ҡотола алманылар, кѳтѳлмәгән юҫыҡта сығыш яһарға тура килде был юлы уларға. - 3 март - Бѳтә донъя яҙыусылар, 21 март - Бѳтә донъя шиғриәт кѳндәренә арнап, бѳгѳн беҙ “Йәгеҙ әле, шағирҙар!” конкурсы үткәрәбеҙ. - Ойоштороусы шулай тип иғлан иткәс, ни булыр икән тип бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. Шунан башланды ҡыҙыҡтар. Мәғариф ветераны Нәҙерғә- ле Аҫылғужин етәкселегендәге баһалама ағзалары тәғәйен урынды биләгәс, йомаҡ ҡо- йоуҙар башланды. Купондар алыусы еңеүселәр Мәүлит Ямалетдинов һәм Мәүлит Кәримов етәкселегендә “Ирәндек”, “Бүләк” командаларына берләшеп, сәхнәлә йыр- бейеү, артислыҡ, таһыллыҡ, тапҡырлыҡ, тиҙ арала шиғыр- хикәйә яҙыу оҫталығын күрһәтергә тотондо.
- Һай, бына ҡайҙа икән таланттар. Оҙон кѳйгә йырлап та, матур итеп бейеп тә ебәрәләр. Тѳрлѳ ярыштарҙа ла һыр бирмәйҙәр, - тип маҡтап ултырҙы тамашасы. - Фәнүзә Биктимерова әле гармунында һыҙҙыра, әле тыпырҙатып бейеп китә, телгә лә оҫта икән. Хоҙай бер юлы йәлләмәй биргән талантын. - Бигерәк талантлылар, нәзәкәтлеләр, ҡыҙҙары ифрат та һылыу икән Шығайҙың. - Быныһы инде ҡунаҡтар фекере. Конкурсанттар ярышҡа әҙерләнгән мәлдә тамашасы “Гѳлнәзирә” халыҡ фольклор, “Алмас” бейеү ансамблдәре, ҡумыҙсылар сығыштарын, йырсылар Лира Хәйруллина менән Илшат Шәғәлиндың моңло ла, дәртле лә йырҙарын тыңлап кинәнде. Тамашасы менән сәхнәләгеләр араһында аңлатып бѳткѳһѳҙ йылы мѳнәсәбәт урынлашты. Һәр сығышты алҡышлап, йѳпләп, әйҙүкләп ултырҙылар. Ҡунаҡтар иһә шығайҙарҙың сағыу костюмдарына, про- фессионалдарса башҡарыу оҫталыҡтарына һоҡланыуҙа- рын йәшермәне Ҡыҫҡаһы, кѳлдѳрҙѳләр ҙә, моңлан- дырҙылар ҙа. Афариндар, “Ирәндек” тә, “Бүләк” тә һы- натманы, дуҫлыҡ еңде. Эйе, тамашасы күңелен күрә, ҡунаҡты шартына кил- тереп ҡаршылай, оҙата ла белә Шығай башҡорт мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре. Ижадсылар уларҙан илһам, дәрт алып, ихлас күңелдән рәхмәт әйтеп таралышты. Беҙҙең яҡтың хозур тәбиғәте, уның ҡунаҡсыл, талантлы кешеләре тураһында шиғыр-хикәйәләрендә сағылдырырҙар әле, күрербеҙ.
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.
Оставить комментарий