Киномеханик Рөфғәт

2016 йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Кино йылы тип иғлан ителде һәм маҡсатлы йыл уңайынан ауылдаштарымдың, үҙемдең хәтирәләрем менән уртаҡлашырға булдым.
Ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы Аҙаубай Ғабдуллин әйтеүенсә, 1939 йылдарҙа ауылдарҙа күсмә кино күрһәтелгән. “Тәүҙә мәктәп бинаһында, һуңынан китап уҡыу бүлмәһендә (изба-читальняла) фильмдар ҡарайҙар ине. Балаларҙы киноға индермәнеләр. Беҙ, балалар, фильм барған саҡта үсләшеп, китап уҡыу бүлмәһе ишеген тыштан терәтеп, йә эргәлә ятҡан утын ѳйѳмдәрен ишек тѳбѳнә һалып китәбеҙ”, - тип иҫләй ветеран. Һуғыш йылдарында кино күрһәтеү тураһында иҫләгәндәр булманы. Уның ҡайғыһы ла булмағандыр инде. Дәһшәтле йылдарҙан һуң, 1946 йылғы иҫтәлектәре тураһында Рәшит Йәнгиров: - Әлеге Дауытов урамында мәсет булды. Матур, изге йорт ине. Шул мәсеттә кино күрһәтелде. Малайҙарҙың аҡ- саһы булмағанмы икән, әллә бәләкәй инеләрме, индермәй торғайнылар. Беҙ, ѳс малай, мәсет манараһы аша тѳшѳп кино ҡарай торғайныҡ, - тип һѳйләне. Киномеханик 3-4 кѳслѳ егетте һайлап алып, уларҙы киноға бушлай индерә. Кино күрһәтеү ѳсѳн ут кәрәк, шуға динамо- машинаны (электр генераторы) бер тигеҙ әйләндерергә кәрәк. Сеанс алдынан киномеханик таҫмаларҙы ентекле тикшерә. Аппарат, динамо-машина та- маша залында, йә бүлмәһендә урынлаштырылды. Бер аппарат булғанлыҡтан, бер таҫма бѳткәс, икенсеһен кѳйләү ѳсѳн 3-4 минут ваҡыт уҙа ине. Һәр фильм алдынан кино-журнал күрһәтелде, ил яңылыҡтары менән таныша торғайныҡ. Тәүҙә тауышһыҙ фильмдар ҡараныҡ, диалогтар экранда яҙыла ине. 1946 йылда Арғаяш ра- йонында йәшәгән Рѳфғәт Әйүп улы Ғәйнуллин (сығышы менән Аҙналы ауылынан) Сермәндә уҡытыусы булып эшләгән бер туған апайы Шафиҡа янына ҡайта. Бер йылдан һуң Шығай ауылы ҡыҙы Сәмсикамал менән ѳйләнешәләр. Тәүге ике йылда юл ремонтлау пред- приятиеһында эшләй, 1948 йылда Арғаяш районында ал- ған киномеханик танытмаһы буйынса хеҙмәт юлын башлай. Киноны Сермән ауылында ғына түгел, күрше ауылдарҙа ла күрһәтте. Тора-бара ауыл клубтары ла киноаппаратуралар менән тәьмин ителә башлағас, ауылдар буйлап йѳрѳүҙәр бѳтә. Рѳфғәт ағай Сермәндә ныҡлап эшкә тотона. Ул билет һата, ә клубтың йыйыштырыусыһы Мәрхәбә Сафина контролер булды. Ниндәй фильмдар күр- һәтеләсәге тураһында иғлан бер ай алдан эленә ине. Ҙур ҡара фанера таҡтала киноның исеме, кәрәк саҡта “16 йәшкә тиклем” тигән яҙыуы ла булды. Совет фильмдары йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаны. Күберәген һуғыш, хеҙмәт кешеләре темаһы урын алды. Халыҡ киноға күпләп йѳрѳнѳ. Һинд фильмдары күр- һәтелгәндә тамаша залы ха- лыҡ менән шығырым тула. “Тарзан” фильмын ҡарағандан һуң малайҙар Тарзанға оҡ- шатып ҡысҡырып йѳрѳнѳ. Ә “Салауат Юлаев” фильмын ҡарағас, мәктәп уҡыусылары: “Тебе дорога туда, а мне сюда”, - тип хушлашалар ине. Йылдан-йыл кино күрһәтеү яҡшыра барҙы. Тауышлы, киң экранлы фильмдар күрһәтелде. Киноаппаратуралар ѳсѳн будкалар тѳҙѳлдѳ. Ике аппарат булғанлыҡтан, тәнәфескә туҡталманы. Ҡыҙыҡ мәлдәр тураһында ла яҙып үтеү кәрәктер. Уҡытыусылар балалар сеанстарында дежур итте. Ололар сеанстарына ла ҡайһы саҡта уҡыусылар инә. Дежур уҡытыусы фильмды туҡтатып, залды ҡарап сыға. Әгәр ҙә уҡыусы тотола икән, сеанстан ҡыуып сығарыла һәм ата- әсәһенә еткерәләр, мәктәп линейкаһында телгә алып китәләр. Был яҡтан бигерәк тә математика уҡытыусыһы Тамъян Мѳхәмәт улы Аҡкужин әүҙем булды. Ауылда бер оло йәштәге апай фильмдарҙы ҡалдырмай йѳрѳнө. Сеанс барышында фильмдың эстәлеген һѳйләп ултырыр ине. Кѳр тауышлы “комментатор” апайҙы тамашасы тыйып та ҡарай, ә ул ултыра бирә лә, тағы башлай. Минең менән дә ҡыҙыҡ хәл булды. Белореттан Сермәнгә күскән район мәҙәниәт йортонда директор вазифаһын башҡарҙым. Ҡышын “Ленинсы” гәзитенән хәбәрсе килде. Клубта һыуыҡ. Мин балалар сеансынан һуң тамаша залы йылына ул, тип аҡланырға булдым. Күп тә үтмәй, гәзиттә район клубтары эше тураһында яҙылып сыҡты. “Ә Сермәндә балалар клубты ѳрѳп йылыта” тигән карикатура булды.
Рѳфғәт ағай киномеханиктар араһында үткән социалистик ярышта алдынғылыҡты бирмәне. Ғаилә архивында ра- йон, республика, хатта Рәсәй Хѳкүмәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдары бар. “Рәсәй кинематографияһы ударнигы” һәм “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” исемдәренә лайыҡ булды. Ул 1972 йылда хаҡлы ялға сыҡты. Ғүмеренең аҙағынаса актив тормош алып барҙы. Шахмат турнирҙарында ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Мал тотоп, йәшелсә- емеш үҫтереп, балаларын башлы-күҙле итеп, 1996 йылда 84 йәшендә мәрхүм булып ҡалды.
Солтан СИРАЖЕТДИНОВ.
Сермән ауылы.
Оставить комментарий