Изге эштәре менән абруй яуланы

Ошо кѳндәрҙә Әзекәй ауылы аҡһаҡалы, староста Сәйфулла Ильяс улы ТАҺИРОВ 70 йәшлек юбилейын билдәләне.
Сәйфулла ағай дәртле, ихлас кеше. Хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, әле лә эшләй. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, ауылдаштарының яҙмышы ѳсѳн янып- кѳйѳп йәшәй. Ауылда үткән һәр сара, ѳмә, тѳҙѳкләндереү эштәре унһыҙ үтмәй. Шуға ла бар яҡтан да килгән Сәйфулла Таһировҡа ауылдаштары ышаныс белдереп, староста итеп һайлап ҡуя.
- Ауылдың ирҙәренең ире ин- де ул беҙҙең Сәйфулла ағай. Бѳтә эштәрҙә лә әүҙем ҡатнаша, халыҡты ойоштора белә. Староста эшен дәртләнеп, ихлас күңелдән башҡара. Беҙҙең уң ҡулыбыҙ. Үҙе әҙәпле, тәртипле булғас, ауылдаштар ҙа хѳрмәт итә, һүҙенә, кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Аҡһаҡалыбыҙ ихтирамлы ғаилә башлығы. Сәйфулла ағай кеүек ир-егеттәр ауылдың таянысы булып тора, - ти Әзекәй ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Зѳбәйлә Тәлғәт ҡыҙы Мөхтәсарова. Тормош иптәшенән дә уңа Сәйфулла Таһир улы. Мәүлидә апай оҫта ҡуллы хужабикә, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Уларҙың йорто һәр саҡ бѳхтә, ҡараулы.
- Сәйфулла ағай яҡындары ѳсѳн ѳҙѳлѳп тора, ғаиләһе ѳсѳн йән атҡан кеше. Тормош иптәше - Мәүлидә еңгәбеҙ менән иңгә- иң терәп, татыу ғүмер итәләр, 5 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Тормош булғас, тѳрлѳ мәлдәр була, тип йырҙа йырлағанса, улар ҙа бала ҡайғыһын кисерҙе: бер улдары уҡып йѳрѳгән саҡта үлеп ҡалды. Ауыр ҡайғыларын йѳрәктәренә баҫып, еңгәй менән ағай ҡалған балаларын ҡурсалап, ярҙам итеп йәшәй. Сәйфулла ағай һәр балаһына йорт һалырға ла ярҙамлашты. Шат, кѳләс йѳҙлѳ ағайыбыҙ менән ғорурланабыҙ, - ти Таңһылыу Мәһәҙей ҡыҙы Ба- сариева.
Сәйфулла Таһировтың старосталыҡ эшен етәкселәр ҙә һәр саҡ маҡтап телгә ала. Ошо аҙнала Әзекәй ауыл Советының сираттағы сессияһында муниципаль район Советы рәйесе Е.Я. Карепанов Сәйфулла Ильяс улына Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. Сәйфулла Ильяс улы тәбиғәт биргән аҡылы, егәрлелеге, уңғанлығы, ябайлығы менән ауылдаштары араһында абруй яулаған. Ошондай ил терәге булған ир-егеттәребеҙ күберәк булһа, тормош һикәлтәләрен үтеү күпкә еңелләшер ине.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий