Сосновкала - "Буҙа" байрамы

Сосновка ауылында бынан ике йыл элгәре ағинәйҙәр ойошмаһы эшләй башланы. Аллаға шөкөр, ойошма йылдан-йыл тулылана, башҡарған эштәре тослана, ауыл йәмәғәтселеген күскә туплау әүҙемләшә бара. Тәүҙәрәк һигеҙ генә ағзанан торған ойошмаға бөгөн 16 ағинәй йөрөй. Үткән йыл ағинәйҙәр үҙҙәренә милли костюм йүнләһә, быйыл тик үҙ көстәре менән мәҙәниәт йортоноң бер бүлмәһен сынъяһау итеп ремонтлап, миллилекте һынландырған төҫтәр, атрибуттар менән биҙәп алды. Ағинәйҙәр, ошо һөйөнөстәре менән уртаҡлашыу маҡсатында, Сосновка ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, мәктәп, йәмәғәтселек ҡатнашлығында «Буҙа» байрамы ойошторҙо.
Буҙасылар ярышында Сосновка, Үткәл ағинәйҙәре, Әхмәр, Ҡаһарман, Рысыҡай ауылы хужабикәләре ҡатнашты. Байрамыбыҙға йәм өҫтәп, «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһын етәкләгән, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, ошо гәзиттең хәбәрсеһе Миләүшә Ғәйфуллина, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, муниципаль район Со- веты секретары Олеся Иҙрисова, Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Ғәлийәнова, Сосновка мәҙәниәт йорто директоры Гөлсөм Мостафина, атаҡлы ҡурайсы, уҡытыусы- ветеран, абруйлы аҡһаҡал, йәмәғәтсе Мөхәмәт Түлебаев килде.
"Йәмәғәт ойошмаһы - беҙгә терәк!"
Сосновка ауылы ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рима Йосопова ауылдаштарын, ҡунаҡтарҙы тәбрикләне һәм тәүге һүҙҙе урындағы хакимиәт башлығы, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты Айгиз Динислам улы Мусинға бирҙе. Хакимиәт башлығы үҙенең телмәрендә йәмәғәт ойошмаларың, атап әйткәндә, «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһының ауыл тормошон йәнләндереп ебәреүе, онотола башлаған йола байрамдарының тергеҙелеүе, ҙур сараларҙы ойош- тороуҙа ағинәйҙәрҙең алдан йөрөүҙәре һәм ауыл йәмәғәтселеген туплауға ҙур өлөш индереүҙәре тураһында әйтте. Республика «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, республикабыҙҙы арҡыры-буй гиҙеп, ошо хәрәкәтте башлап, йәнләндереп йөрөүсе Гөлфиә Янбаева ҡорҙоң ниндәй маҡсаттар менән төҙөлөүе, был хәрәкәткә ҡайһы райондарҙың беренсе булып ҡушылыуы, мәҫәлән, Баймаҡта ағинәйҙәр менән рәттән Аҡһаҡалдар ҡоро, ир-егеттәрҙе берләштергән «Атайсал» ойошмаларының уңышлы эшләүе, Белоретта ла, әкрен генә булһа ла, ағинәйҙәр ойошмаларының күҙгә күренерлек матур эштәргә тотоноуҙары тураһында ентекле сығыш яһаны. Йыйында шулай уҡ Гөлназ Ҡотоева, Мөхәмәт Түлебаев телмәр тотто.
Биш командаға ла - 5!
Был көндө Сосновка мәҙәниәт йорто гөрләп торҙо. Фойела ағинәйҙәр ҡул эштәренән торған күргәҙмә асты. Оҙон өҫтәлдәргә һый ҡуйылған, тышта яғылған усаҡ өҫтөндә ике ҡаҙанда аш бешә. Беренсе булып сәхнәгә СОСНОВКА ауылы ағинәйҙәре сыҡты. Сәхнәнең бер мөйөшөндә өс тағанға аҫылған ҡаҙан янында Рима Ҡунаҡбай ҡыҙы Йосопова йыр һуҙа-һуҙа ҡул тирмәнендә киптерелгән һоло тарта. Бер ыңғайы ул тал сыбығын ат итеп менгән ейәненә ҡунаҡ саҡырырға ҡушып, үҙе ейәнсәрен буҙа әҙерләү серҙәренә төшөндөрә. «Кейәүгә буҙа тәмләтеү» йолаһын сәхнәләштереүҙә кейәү ролен мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Илнур Әхмәтшин, кәләш ролен үҙе йырлап, ҡумыҙ сиртеп, үҙе бейеп торған талантлы уҡытыусы Гөлсимә Мөхәмәтйәрова бик оҫта башҡарҙы. Килеп еткән ҡунаҡтар - ағинәйҙәр маҡтай- маҡтай буҙа тәмләп, кейәү менән кәләшкә матур теләктәр теләп, бер-береһенә бағышланған таҡмаҡ әйтешеп бейеп, буҙаның мең төрлө шифаһын һанап сыҡты. Оҫта баянсылар Илдар Ямалетдинов һәм Ҡустыбай Муллағәлләмовҡа ҡушылып йырлай-йырлай үҙ сығыштарын тамамланы сосновкалар. З. Кәримова, Р. Йосопова, Ф. Мансурова тәҡдим иткән буҙа һәм был эсемлекте рекламалау жюри ағзалары тарафынан юғары баһаланды. Сосновка мәк- тәбенең II класс уҡыусылары А. Мөхәмәтйәров һәм А. Шакирова үҙ ролдәрен шулай оҫта башҡарҙы. ӘХМӘР ауылы китапханасыһы Әлфиә Дәүләтова етәкселегендәге фольклор ансамбленең үҙешмәкәр артистары байрамға тулы әҙерлек менән килгән. Күмәк һәм яңғыҙ йырҙар, башҡорт буҙаһын данлау - барыһы ла тамашасыға оҡшаны. Буҙа ҡойоусылар ҙа һынатманы. Әхмәр таланттары Ф. Сафуанова, Н. Вәлиева, Р. Абдуллина, З. Мөхәмәҙиеваларҙың һәр береһе тик үҙенсә генә итеп шифалы эсемлек әҙерләп килтергән. ҮТКӘЛдәрҙең сынъяһау итеп тегелгән бай милли кейемдәрҙә сәхнәгә килеп сығыуы тамаша залын балҡытып ебәрҙе. Ай самаһы ваҡытта нағышлап алған оҙон һөлгөләрен тотоп, «Кис ултырыу» йолаһын күрһәтте улар. Күмәкләп башҡарған йырҙары ла, нәсихәттәре лә - барыһы ла ағинәйҙәрсә мәғәнәле, артистарса оҫта, ысын хужабикәләрсә таман ғына булды. Үткәл буҙасылары Ф. Хәйбуллина, Т. Вәхитова, А. Йомағужина, С. Сафиева, С. Таһированың буҙаларын тәмләп кенә ҡараманылар, һатып алырға ла теләк белдерҙеләр. Шулай итеп, оҫта йырсы һәм буҙа ҡойоусы Таңһылыу Вәхитова буҙа менән сауҙа итергә лә өлгөрҙө.
ҠАҺАРМАН ауылы мәҙәниәт йортоноң «Наза» фольклор ансамбле ағзаларының сығышы тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы. Оҙон көйҙәрҙе башҡарыусы Вәлимә Ҡарасуринаның моңло тауышы һәр кемде әсир иткәндер. Ҡаһарман буҙасылары С. Ҡазина, Э. Ғәлина, К. Шакировалар башҡалар менән тәжрибә уртаҡлашты һәм буҙа ҡойоуҙың ҡайһы бер үҙенсәлектәрен отоп алды. Алдағы сығыштарҙың күпселеге бер төрлөрәк булһа, РЫСЫҠАЙҙар буҙаның күп төр- лө зыянлы эсемлектәргә альтернатива булараҡ еңеүсе буласағын асыҡ итеп күрһәтеүгә өлгәште. Бер тынала күңелле, дәртле, үҙенсәлекле сығыш яһаны Рысыҡай ауылының мәҙәниәт йорто фольклорсылары. Буҙа ҡойоуҙа ла һынатмағандар. Хәлимә Әфләтунова һәм Нурия Бадалованың буҙаһын тамашасылар ректоры Зөлфиә Ғәлийәнова, Өфө ҡунаҡтары ун бишләгән төр буҙаны тәмләй-тәмләй, тәм тойоуҙан яҙҙы, тиһәм дә хата булмаҫ. Шуға күрә тәүге тапҡыр ойошторолған «Буҙа» байрамында ҡатнашҡан 5 командаға ла юғары баһа бирергә ҡарар иттеләр. Гөлфиә Янбаева Сосновка һәм Үткәл ауылдары ағинәйҙәр коллективтарына Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш- ҡарма комитетының Рәхмәт хатын, Сосновка ауылы хакимиәте башлығы Айгиз Мусин биш командаға ла үҙе әҙерләгән бү- ләктәрҙе, шулай уҡ байрамды ойоштороуҙа ҡатнашҡандарға, ярҙам итеүселәргә, буҙа ҡойоусыларға урындағы ҡоролтай исеменән Рәхмәт хаттары һәм китаптар тапшырҙылар. Рысыҡай, Ҡаһарман, Әхмәр ауылы ағинәйҙәре үҙҙәре араһынан етәкселәр һайланы. Гѳлфиә Гәрәй ҡыҙы яңы һайланған етәкселәргә таныҡлыҡтар тапшырҙы, йәмәғәт эшендә уңыштар теләне. Байрам ахырында ҡунаҡтар һыйлы табын артында һѳйләшеп, фекер алышып, рәхмәттәр әйтеп таралышты.
Йәмәғәт эше - күҙгә күренмәгән, артыҡ баһаланмаған, әммә халыҡ өсөн бик кәрәкле күңел эше. Аллаға шөкөр, Сосновка ауылы ағинәйҙәре йола байрамдары ойоштороп, мәҙәниәт, китапхана, мәктәп, хакимиәт, ауылдаштары, балалар менән бергәләп эшләү өлгөһө күрһәтә килә.
З.Абзалова,
район Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.
Ришат ХӘЙБУЛЛИН фотоһы.
Оставить комментарий