Район халҡы ташҡынға әҙер

Оҙон ҡыштан һуң барыбыҙ ҙа яҙҙы һағынып көтөп алабыҙ. Кѳн йылыуына, тәбиғәттең йоҡонан уяныуына ҡыуанабыҙ. Ә инде йылға ташыуын, боҙ китеүен олоһо ла, кесеһе лә элек-электән айырыуса яратып күҙәткән. Тик шулай ҙа был миҙгелдең үҙенә генә хас хәүефе булыуын оноторға ярамай. Ҡарҙар иреп, һыу күтәрелеү менән башлана ла инде яҙҙың иң мәшәҡәтле, хәтәр мәле. Йәй көнө тауыҡ кисеп сығырлыҡ ҡына булған йылғалар, кескәй генә инештәр ҙә яҙғыһын, ярҙарынан сығып, ҡурҡыныс менән янай. Быйылғы ташҡынды алдан иҫкәртеү өсөн ауыл Советы ауыл биләмәләрендә ниндәй саралар күрелә? Ошо хаҡта Йѳйәк ауыл хакимиәте башлығы Шәүҡәт Ғарип улы Салауатов һәм Асы ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфиә Ғамсамат ҡыҙы СӘЙҒӘФӘРОВА менән һөйләштек.
Шәүҡәт САЛАУАТОВ: - Быйыл боҙ әллә ни ҡалын булмаһа ла, хәүеф бар, сѳнки ҡар күп, кѳҙҙән ямғыр йыш яуыу сәбәпле, ер ҙә артыҡ дымлы. 2013 йылда Ғәбдөктө һыу баҫҡан ваҡытта боҙ ҡалынлығы 60- 70 см самаһы булһа, быйыл 40 см тирәһе. Шулай ҙа көтөлмәгән хәлдәргә әҙер торорға тырышабыҙ. Иң башта хәүефле зонаға ингән хужалыҡтарҙың исемлеген төҙөнөк. Йөйәктә - 47, Ғәбдөктә 78 хужалыҡ һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Боҙ ҡапыл төндә китеп барһа тип, урамдарға өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйҙыҡ. Әле был эште Ғәбдөктә дауам итәбеҙ. Ике ауылдағы тауыш сиренаһының төҙөклөгөн тикшереү өсөн күнекмәләр үткәрҙек. Һыу ныҡ ташҡан ваҡытҡа депутаттар, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, старосталар менән де- журстволар ойоштороу ҡа- ралған. Быйыл боҙҙоң китеүен контролдә тотоу өсөн Архангел районының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте менән бәйләнеш булдырҙыҡ. Боҙ ҡуҙғалыу менән уларҙы иҫкәртһәк, улар боҙҙоң нисек үтеүен хәбәр итә. Боҙ тығылмаһын ѳсѳн тимер юлсылар, Ғәбдөк ауылы уртаһынан Инйәр йылғаһы аша үткән тимер юл күперенең нығытмаһы тирәләй боҙҙо тишкеләп тора. Әле урманда 70-80 см тәрәнлегендә ҡар ята. Ул апрель аҙағына тиклем ирейәсәк, шуға тиклем хәүеф тә кәмемәйәсәк. Халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Һыу баҫҡанға тиклем һәм һыу баҫҡан осраҡта үҙеңде нисек тоторға, ниндәй хә- үефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеген аңлатып иҫкәртмәләр таратабыҙ. Йыл һайын Ғәбдөк - Йөйәк юлының 1,5 саҡрымдай ерен һыу баҫа, шул арҡала халыҡ юлһыҙ ҡала. Быны күҙ уңында тотоп, бѳтәһе лә аҙыҡ-түлек, дарыу һәм башҡа кәрәк- яраҡтарын алдан уҡ әҙерләп, бәлә килгән осраҡта малын, әйберҙәрен һаҡлау өсөн хәүефле зонаға эләкмәгән туғандары, таныштары менән килешеп ҡуйған. Әлфиә СӘЙҒӘФӘРОВА: - Әле беҙҙә ысын ҡыш. Көн һыуыҡ, ҡар ҙа күп яуа. Шулай ҙа яҙ килеүенә ныҡлап әҙерләнгәнбеҙ. Мотопомпаларҙың, тауыш сире- наһының төҙөклөгөн тикшерҙек. Ташҡынға ҡаршы комиссия булдырылып, халыҡҡа хәүефле мәл тураһында инструктаж үткәрҙек. Кѳтөлмәгән хәл килеп сыҡһа тип, резина кәмәләр әҙерләп, ҡотҡарыусылар ко- мандаһы ла булдырҙыҡ. Аң- латыу эштәре алып барабыҙ, уҡытыусылар мәктәптә ата- әсәләр менән йыйылыш уҙ- ғарҙы. Ташҡын ваҡытына яуаплы кешеләр билдәләнгән. Уларҙың һәр ҡайһыһына айырым бурыстар, талаптар ҡуйылған. Быйыл беҙҙә боҙ әллә ни ҡалын түгел, 25- 30 см тирәһе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, көтөлмәгән хәлгә әҙербеҙ. Хәүефле мәлде тыныс үткәреп ебәреүебеҙгә өмөтләнәбеҙ. Райондың Берҙәм дежур- диспетчер хеҙмәте етәксеһе А.Г. Локоцков әйтеүенсә, райондағы дөйөм хәл тотороҡло. Һыу аҫтында ҡалыу мөмкинлеге булған зоналар контролгә алынған. Ташҡындың икенсе тулҡыны апрелдең икенсе яртыһына тура килә, шуға күрә уяулыҡты юғалтырға ярамай, тәбиғәттең көтөлмәгән “бүләк” эшләүе лә бар. Бәлә сығып, бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалмау өсөн, халыҡҡа үҙ мөлкәтен страховкалау сараһын күрергә ҡушылған.
Э. ЗЕКРЕНА.
Оставить комментарий