"Зачетка" студенттар форумы

Ҡаланың Белорет медицина колледжында “Зачетка” студенттар форумы булып үтте. Йәштәрҙең ял үҙәге ойошторған сарала ҡаланың барлыҡ уҡыу йорттарынан студенттар делегацияһы ҡатнашты.
“Зачетка” студенттар форумында тѳрлѳ уҡыу учреждениеларында белем алыусы йәштәргә бер-береһе менән яҡындан аралашыу, яңы дуҫтар табыу, мѳһим проблемаларҙы уртаға һалып һѳйләшеү, киләсәккә пландар ҡороу мѳмкинлеге тейҙе. Студенттар форумға ҙур әҙерлек менән килде. Алдан тултырған анкета буйынса бѳгѳнгѳ кѳндә уларҙы борсоған бер нисә һорау, мәҫәлән, стипендия кимәленең аҙ булыуы, уҡыу йортон тамамлағандан һуң ҡайҙа барырға тигән мәсьәләләр һыҙыҡ ѳҫтѳнә алынды. Форумды студенттар ойошмаһы рәйесе Максим Субботин асты һәм йыйылыусыларҙы күңелле һәм дәртле студент йылдары менән тәбрикләгәндән һуң тѳрлѳ һорауҙар бирҙе, студенттарҙың йѳкләмәләре менән таныштырҙы. Педагог-ойоштороусы Светлана Чертоусова йәштәрҙе борсоған мәсьәләләргә ҡағылып үтте. “Белорецкий рабочий” гәзите хәбәрсеһе Наталья Борисевич социаль селтәрҙәрҙә йәштәрҙең яҙышыу грамоталығы, аралашҡанда һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартып, хаталы яҙыуҙары тураһында һѳйләне. Бер сәхнә булып баҫып торған береһенән-береһе матур, аҡыллы, һәләтле студенттар үҙҙәренең һүҙе, эше, уңыштары менән арҡаларын нығытып, ололарға алмашҡа үҫеп килә. Белорет педагогия, медицина, тѳҙѳлѳш, социаль-иҡтисади, металлургия колледждары һәм Магнитогорск дәүләт техник университетының Белорет филиалы студенттары тиҫтерҙәре алдында сығыш яһаны, белем усаҡтары менән таныштырҙы, уҡыу йорттарында йәмәғәт ойошмаларының эшләүе тураһында һѳйләп үтте. Октябрьский ҡалаһы менән онлайн-бәйләнеш ойошторолдо. Бәйләнешкә “Еңеү ирекмәндәре” Бѳтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең республикалағы етәксеһе Александр Юдин сыҡты. Етәксе ирекмәндәр хәрәкәтенең эше, бурыстары менән таныштырҙы, залда ултырған делегаттар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, Октябрьский ҡалаһы студенттары ойошмалары эше менән ҡыҙыҡһынды. Видеоаралашыу йәнле барҙы, барыһына ла фәһемле булды. Форумдың көн планына тематик секциялар ҙа индерелде. Делегаттар тѳрлѳ темаларға «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә ҡатнашты. Йәштәр ѳс уҡыу майҙансығында тѳрлѳ темалар менән яҡындан танышты. Форумдың тағы бер мөһим өлөшө - йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған һөйләшеү үткәрелде. Ҡыҙыҡлы темаларға ҡағылышлы оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Э. ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий