Башҡорттар: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге

IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюцияһын тормошҡа ашырыу проблемалары
Сибай ҡалаһының Башҡорт дәүләт университеты филиалы базаһында “Башҡорттар: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге” IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюцияһын тормошҡа ашырыу проблемаларына арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Cараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Сибай ҡала хакимиәте менән берлектә уҙғарҙы.
Унда муниципаль райондар- ҙың, ҡала округтарының, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол- тайының төбәк бүлеге ағзалары, ғилми учреждениеларҙың тик- шеренеүселәре, юристар, иҡти- садсылар, тарихсылар, фольк- лорсылар, лингвистар, әҙә- биәтселәр, мәғариф, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре һәм конференция темаһына битараф булмағандар ҡатнашты. Пленар ултырышта барыһын да Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы директоры З.Ғ. Йәр- мөхәмәтов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ф. Иҙрисов, Бөтә донъя баш- ҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ә. М. Ишемғолов сәләмләне. «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Г.Г. Янбаева халҡыбыҙ алдында торған мө- һим бурыстар тураһында һөйләне. Филология фәндәре докторы, Башҡортостан ҡатын- ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Р.Ә. Солтангәрәева «Башҡорт сәсән мәктәбе - тел, рух үҫеш гаранты» темаһына сығыш яһаны. Доклад һөйләүселәр Интернет киңлегендә башҡорт мәҙәни мираҫын һаҡлау, йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү мәсьәләләрен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы үҙ телен өйрәнгән балаларҙы дәртләндереү юлдарын табырға, ысын башҡорт булыу кодексын булдырырға тәҡдим итте. Ул шулай уҡ донъяла аҫаба халыҡ хоҡуғы булыуын иҫкә тѳшѳрҙѳ һәм үҙебеҙҙең аҫабалыҡты, ситтән килгән халыҡтың мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы хөрмәт итергә тейешлеген контролдә тотоуҙы ҡоролтай үҙ өҫтөнә алырға бурыслы, тип белдерҙе. Әмир Миңләхмәт улы бөгөн ҡоролтай тарафынан баш- ҡарылған эштәр, яңылыҡтар, яңы штат расписаниеһы, финанс ревизияһы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Ул республика етәкселегенең ҡоролтай эшмә- кәрлегенә ихтирамы, ярҙамы ҙур булыуын да билдәләне. Республика етәкселеге ярҙа- мынан тыш планға индерелгән эштәрҙең яртыһын да башҡарып булмаҫ ине, тине ул. Төшкө аштан һуң конфе- ренцияла ҡатнашыусылар сек- цияларға бүленеп эшләне. Филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева баш- ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы- тыусыларына, уҡыусыларға «Урал батыр» эпосын ятлау буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе булып үҫеү һәм сит илдәрҙә лә халҡыбыҙҙың асылын күрһәтә белеү, уның бәҫен арттырыу хаҡында балалар менән әңгәмә ҡорҙо.
Э. МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий