"Ниндәй кѳй бар - бѳтәһен дә уйнайым"

Районда баянсы Иршат Шаһивәли улы Шәғәлинды танымаған-белмәгән кеше юҡтыр. Ул “Үткәл” халыҡ фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ ағзаһы, ауылдарға концерттар менән бара, тѳрлѳ мәҙәни сараларҙа, спектаклдәрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Шығайҙарҙың “Гѳлнәзирә” фольклор ансамбле аккомпаниаторы.
Иршат йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫә: атаһы Шаһивәли Шәғәли улы һәм әсәһе Гѳлнур Һаҙый ҡыҙы мандолинала уйнаған, ике ағаһы гармунсы булған, ике апайы матур йырлай. Шулай итеп, алты балалы ғаиләлә тѳпсѳк булған Иршат бәләкәй сағында, ауылға концерт менән килгән Һуҡырҙар йәмғиәте һәүәҫкәрҙәренең сығышын ҡарап, баянға “ғашиҡ” була. Ә инде II класта уҡығанында, атаһы баян алып бирә. Ѳлкән ағаһы бер-ике кѳй уйнарға ѳйрәтә. Тәбиғәттән килгән һәләт шул саҡтан уны сәнғәт донъяһына тартып ала. Мәктәптә уҡығанда уҡ концерттарҙа аккомпаниатор булып сығыш яһай. Урта мәктәпте тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына. 1983 йылда армиянан ҡайтҡан егет ауыл клубына мѳдир булып эшкә урынлаша, уның араһында колхозда ла эшләп ала. - Элек ауылда гармунсылар күп булды. Уларҙы йыйып, ман- долинасыларҙы ҡушып, ансамбль булып сығыш яһай башланыҡ. Шулай итеп, “Үткәл” фольклор ансамбле барлыҡҡа килде, ә инде 2004 йылда ансамблебеҙ халыҡ исемен алды. Ѳс йыл һайын был исемде яҡлап киләбеҙ. Үҙаллылыҡ яулағас, күп объекттар тѳҙѳлѳп файҙаланыуға тапшырылды. Уларҙы асыу тантанаһында “дежур” ансамбль була торғайныҡ. Әлеге ваҡытта ансамблдә 15- ләп кеше йѳрѳй, уларҙың етәүһе баянда, ѳсәүһе мандолинала, икәүһе ҡумыҙҙа уйнай, - ти Иршат Шаһивәли улы. Тормош иптәше Гүзәл Зиннур ҡыҙы ла сәнғәт кешеһе, ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Ул да мандолинала уйнай, оҫта бейеүсе. Сәхнә мѳхитендә үҫкән улы ла, ҡыҙы ла бәләкәйҙән концерттарҙа сығыш яһап, тамашасы һѳйѳүен яулай. Әммә улар аталарының кәңәшенә ҡолаҡ һалып, сәнғәтте һайламай: улы Илмир эске эштәр бүлегендә, ҡыҙы Розалия һалым инспекцияһында эшләй. “Баянда нисә кѳй уйнай беләһегеҙ?» - тигән һорауыма Иршат Шаһивәли улы: “Ниндәй кѳй бар - бѳтәһен дә уйнайым. Берҙе тыңлап алыу менән бармаҡтарым баян телдәре буйлап йүгерә”, - тип яуапланы. Тѳрлѳ конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулауы ла уның оҫта баянсы булыуы хаҡында һѳйләй. Мәҫәлән, Геннадий Заволокин нигеҙ һалған «Уйна, гармун!» тапшы- рыуында ҡатна- шалар. Тирләндә үткән «Уйна, гармун!» муни- ципаль район конкурсында ан- самблдәр ара- һында үткәлдәр гран-при яулай, ә шәхси берен- селектә Иршат Шәғәлин I урынға лайыҡ була. - Сәнғәтте яратам, баянһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти Иршат Шаһивәли улы.
Нәҡ Иршат Шаһивәли улы кеүек үҙ эшен яратып башҡарғандар ғына һѳнәри камиллыҡҡа, уңыштарға ирешә һәм уның ише фанаттар тормошобоҙҙо йәмләй, матурлыҡ ѳләшә.
Р.Мусина.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий