Илемдең батыры Салауат

“Үрһәләнеп яуға саба
Салауаттың атҡайы,
Ай-һай, малҡайы
- Топ-топ-топ тояҡҡайы”.
Ошо йыр менән башлап ебәрҙе ѳсѳнсѳләр класс сәғәтен. Ул башҡорт халҡының батыры Салауат Юлаевҡа арналыуы һәм ғәҙәттәгесә мәктәптә түгел, ә Арыҫлан Мѳбәрәков исемендәге музейҙа үтеүе менән бигерәк тә үҙенсәлекле булды. Сараны музей директоры Айһылыу Шәриф ҡыҙы һәм класс етәксеһе Зѳһрә Хәтип ҡыҙы үткәрҙе. Дәрестең тәүге ѳлѳшѳн класс етәксеһе блиц-турнир кеүек ойошторҙо. Әҙәби уҡыу дәресендә Булат Рафиҡовтың “Салауаттың тыуған кѳнѳ нисәү?”, Тайфур Сәғитовтың “Салауатҡа салауат” әҫәрҙәренең йѳк- мәткеһе буйынса һорауҙар бирелде. Ял минутында Салауат Юлаевтың “Мин үлмәнем, башҡорттарым” шиғырын Нә- зилә Әбүзәрова, ә Радим Шәйхитдинов уға арналған “Салауат батыр” шиғырын яттан һөйләне. Дәрестең икенсе ѳлѳшѳндә балалар “Салауат Юлаев” киноһын ҡараны һәм уның йѳкмәткеһе буйынса әңгәмә ҡороп, фекер алышты.
Э. МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий