Гөрләтеп йәшәйһе бар әле...

Йорто алдына килеп туҡтағас та, магнитоланан ағылған йырҙы тыңлап бөтәйем тип, машинаһынан төшмәй ултыра бирҙе Рамил.
“Ашҡынма, ғүмер, көт һин саҡ ҡына,
Бәхетле булыр тормош хаҡына”…
Й әштәрҙең яратҡан йырсыһы хисләнеп китеп йырлай. Туҡта, бая ғына ишеттем түгелме шул йырҙы? Цехта Хәсән йырлап йөрөй ине ләһә. Йырлай тип, анауындай ма- шиналар геүләп торған цехта ҡайҙан ишетелһен, тиһең. Ке- йенеп-сисенеү бүлмәһендә, ашарға барғанда ла көйләй. Аҙаҡ цехта ла иғтибар итте. Һаман да йырлап йөрөй икән, тип көлөмһөрәп ҡуйғайны. Үҙе лә йәшерәк саҡта шулай ине түгелме? Цехташтарына: «Йырсы түгелмен, ә бына машиналар геүләүе аҫтында матур йырлайым ул», - тип шаярта. Бер лаҡапмы, кемдер һөйләгәнме, шуны ла өҫтәп: «Матур йырлайым, бигерәк тә тракторға ултырып ер һөргән саҡта тауыш асылып китә», - тигән берәү», - тип һөйләп иптәштәрен көлдөрөп ала. Йыр тынғас, машинаһын гаражға индереп, өйөнә ыңғайланы. Ишек алдында туҡтап, бер аҙ киске ҡаланы күҙәтте. Ем-ем иткән уттар, завод торбалары, күңеленә яҡын гудок тауышы… Икенсе сменаның һуңғы көнө. Алда - төнгө смена.
- Рамил ағай, 30 йыл инде ошо графикта эшләйһең, бер үк смена, урын, нисек ялҡмайһың ул? - тип һорап ҡуйғайны бер өйрәнсеге.
- Эй, ҡустым, әле генә шулай тойола, ҡурҡаһыңдыр. Бына күрерһең, һиҙмәй ҙә ҡалырһың, тиҙ өйрәнерһең, ошо станогың, эш урының иң яҡының кеүек ҡәҙерле булып китер. Уның менән һаҡсыл эш итергә лә, «һөйләшергә» лә өйрәнерһең. Металл да үҙе бер тере йән кеүек ул. Күңел йылыңды, бөтә оҫталығыңды ҡушаһың, күҙ нурҙарың да түгелә, тигәндәй, аңланыңмы? - Ҡайһылай ҙа матур итеп әйтеп ҡуйҙың ул. - Аптырама, ағаң йәшенә етһәң, һин дә шулай һайрай башларһың, маҡтанып та алырһың. Уңған, тырыш егет. Эш уры- нын ышанып тапшырырҙай, булдыҡлы алмаш әҙерләгәненә ҡыуанып бөтә алмай. Тупланған тәжрибәһе менән тулыһынса бүлешә алғанына һөйөнә. Эштә ихлас, алсаҡ егеттең киләсәге өмөтлө күренә. Тыныс күңел менән ялға китә алырына шик юҡ. Күпме йәш эшсене өйрәтте, береһе лә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне, һин дә мин итеп эшләп алды ла киттеләр. Көндөҙгө әңгәмәләрен хә- терләй-хәтерләй өйөнә инде. Ҡатыны тәмле аштарын әҙер- ләп, көтөп тә ултыра ине. Ғүмер уртаһына артылғас, һәр кем дә үткәненә байҡау яһарға, уңыштары, һөйөнөстәре, кө- йөнөстәре хаҡында уйлап, күҙ алдынан үткәреп, үҙенсә баһа бирергә тырышалыр. - Төрлөһөн кисерелде, йә- шермәйем, үҙеңде тиҙ арала ҡулға ала алһаң, еңеп сығаһың, - тип хәтирәләргә бирелә Рамил Мөхәмәдиә улы. - Аллаға шөкөр, 42 йыл хеҙмәт стажым бар, шуның 30 йылы «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 17-се цехы менән бәйләнгән. 5-се разрядлы канат үреү оҫтаһы бер юлы ике агрегатты хеҙмәтләндерә, көндәлек нор- маһын 200%-ҡа үтәй. Йәш эшселәрҙе өйрәтеүҙе лә уға ышанып тапшыралар. Үҙ һөнәрҙәренең оҫталары тупланған цехтарында. Элекке мастерҙары Н.И. Рябий ошонда 40 йылға яҡын эшләй. Цехтың һәр мөйөшө, эшселәренең, станоктарының һәр һулышы тигәндәй таныш ине, тиҙәр уны хәтерләп. Әлеңге мастер Анна Сидорова ла үҙ һөнәре оҫтаһы. - Эшебеҙ тәүҙә күңелһеҙ күренә, - ти хеҙмәт ветераны. - Өйрәнеп алһаң, һәр нәмә үҙ урынына ултыра. Ил өсөн мөһим продукция сығарабыҙ. Беҙҙең юғары сифатлы ка- наттар, тростар кораблдәр, вертолеттар, крандар, төҙөлөш өсөн, ҡыҫҡаһы, һәр өлкәлә лә кәрәкле һанала. Катушкалар ҙа (тултырылғаны 140 кг самаһы) еңел генә һымаҡ булып китә. Махсус ҡулайлама менән күтәрелә. Бер сменала әллә нисәмә катушканы майлап, беркетеп, тултырып ҡуйырға кәрәк була. Ай-һай, еңелдән түгел. Бында түҙемлек, яуаплылыҡ, айырыуса иғтибарлы булыу талап ителә. Шөкөр, нисәмә йылдар эшендә хәүефһеҙлек техникаһын теүәл үтәү, һө- нәренең оҫтаһына әүерелеү арҡаһында ундай-бындай кү- ңелһеҙлектәргә тарымай. Үткәл ауылында тыуып үҫ- кән Рамил Мөхәмәдиә улын яҡындары, класташтары бик ихтирам итә. - Класташтарым күмәк ул минең, - ти ул. - Һәр ҡайһыһы менән аралашып, хәбәрләшеп торам. Улар тураһында яҙылған мәҡәләләр баҫылған «Урал» гәзитен йыйып барам. Белорет интернат-мәктәбен- дә, унан Шығай мәктәбендә бергә уҡыған класташтары хаҡында әйтә. - Арабыҙҙа иң ихласы, яр- ҙамсыл булғаны өсөн яратабыҙ уны. Өйҙәренән дуҫтары өҙөлмәй. Ҡатыны Рәйсә Исхаҡ ҡыҙы ла итәғәтле, ҡунаҡсыл, беҙҙе һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршылай. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, хөрмәтләп, татыу ғүмер итәләр, - ти класташы Әлмира. Эше уңғандың йорто ла балҡып тора. Үткәл ауылында атай нигеҙен ҡоротмай, уны йүнәтеп, бынамын итеп ҡуйған. Мәскәүҙә йәшәгән ҡыҙҙарына өлгөлө атай-әсәй, ейәнсәрҙәре Әдиләгә яратҡан олатай-өләсәй булып бәхетле ғүмер кисерә Мөхәмәтйәровтар. Күмәкләшеп ил буйлап сәйәхәт ҡылырға ла өлгөрәләр. Хеҙмәт һөйгәнде ил дә хөрмәтләй. Рамил Мөхәмәдиә улы ул йәһәттән бәхетле. Баймаҡ ауыл хужалығы тех- никумын тамамлағас, район- ара базала, райпотребсоюзда эшләп ала. Ундағы етәкселәрен яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә ала. Һуңынан яҙмышын металлургия тармағына бәйләй. Канат ишеү машинисы булып эшләп үҙ бәхетен таба тиһәң дә була. Тырыш эшсене етәкселек тә тиҙ күреп, баһалай. Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары бихисап. Хеҙмәт ветераны Рә- сәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының Почет грамотаһы менән бү- ләкләнә. Бер нисә йыл район һабантуйында «Һөнәре буйынса иң яҡшы» исеменә лайыҡ була. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының иң юғары наградаһы - Башҡортостан Рес- публикаһының По- чет грамотаһы ме- нән наградлана. Ме- таллургия тармағы үҫешенә тос өлөш индергән, оҙаҡ йыл- дар намыҫлы эшлә- гән хеҙмәт ве- тераны әйтеп бөт- көһөҙ бәхетле ми- нуттар кисерә наг- радаһын ҡулына ал- ғанда. Һаман да тул- ҡынланып һөйләй, тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлаша. - Комбинатта эш- ләүемдән дә, ғөмү- мән, ғаиләмдән, дуҫ- тарымдан да уңдым, - ти ул. - Рәйсә ме- нән аңлашып, бер- беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәйбеҙ. - Хаҡлы ялға сыҡты, инде ҡырын ятып ҡына сериалдар ҡарар тип әйтерлек түгел ул. Киләсәккә әллә күпме пландар ҡороп ҡуйған, - тип һүҙгә ҡушыла Рәйсә ханым. - Дөрөҫ әйтәһең, алда ғүмер бар әле, тигәндәй, уҡылмаған китаптарым, күрер, артылыр тауҙарым, ос- рашыр дуҫтарым бар. Хоҙай һаулыҡ ҡына бирһен. Хаҡлы ялға сыҡһаң, тормош яңы башлана, тиҙәр ҙәһә. Тәжрибәле эшсе, наставник Рамил Мөхәмәдиә улы Мө- хәмәтйәров тиҙҙән күркәм юби- лейын билдәләй. «Цехыңды, бергә эшләгән иптәштәреңде ташлап китә алмаҫһың», - тип шаярта канатсылар. «Беҙ ишкән иң ныҡлы ҡорос арҡандар ер шарын әллә нисәмә тапҡыр урап үтерлектер. Мәлендә ял да итә белергә кәрәк», - тип яуаплай ул. Һағындырыр, әлбиттә, һа- ғындырыр. Тыуған йортондай ҡәҙерле булып бөткән цехы, иптәштәре, көн дә йөрөгән юлдары нисек онотолһон.
***
«Ашҡынма, ғүмер, зая үтмә һин,
Иманыбыҙҙы ташлап китмә һин».
Шөкөр, ғүмер бушҡа үтмәгән, тип уйлап ҡуйҙы Рамил. Һаман да шул көй иҫтән сыҡмай.
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.
ҺҮРӘТТӘ: Рамил Мөхәмәдиә улы ҡатыны Рәйсә Исхаҡ ҡыҙы менән.
Оставить комментарий