Әҙерлектең тәүге этабы тамамланды

2016 йылдың 3 мартында Рәсәйҙә крепостнойлыҡ хоҡуғын бѳтѳрѳүгә 155 йыл тулды. Был ваҡиға илдә яңы хужалыҡ ҡоролошона нигеҙ һалыуға булышлыҡ итте.
1680 йылдарҙа хужалыҡ иҫәбен алыу нигеҙендә махсус китаптар тѳҙѳй башлайҙар. XVIII быуат башында хужалыҡ иҫәбен алыу, йәки ревизиялар һалым түләгән халыҡтың административ-финанс иҫәбен алыуға әйләнә. Был ысул 140 йыл дауамында ҡулланыла. 1858 йылда үткәрелгән 10-сы ревизия һѳҙѳмтәһендә империяла крепостной крәҫтиәндәр 37 % тәшкил итеүе билдәле була. 1861 йылғы реформанан һуң, 1864 йылда земство үҙидаралыҡ органдары булдырыла һәм ул земство статистикаһының барлыҡҡа килеүенә этәргес кѳс була. Статистика крәҫтиән хужалыҡтарын һәм тормошон тѳрлѳ яҡлап ѳйрәнә башлай. XIX быуат урталарынан статистика тикшеренеүҙәре социаль-иҡтисади күренештәрҙе ѳйрәнеү һәм прогнозлау ҡоралы кеүек ҡарала. Хәл итәһе мәсьәләләр кимәле ауырлашыуға бәйле, ҡайһы бер земстволар Рәсәйҙең махсус статистик бюроларын булдыра башлай. Статбюролар халыҡтың тормошо тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплай. 1916 йылда дәүләт башҡарма комиссияһы етәкселеге аҫтында беренсе бѳтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу үткәрелә, ә 1917 йылда бѳтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алғанда илдең ер фонды күләмен асыҡлайҙар. 1917 йылда бѳтә земство статбюролары ѳсѳн аҙыҡ-түлек маҡсатын үтәүҙе тѳп урынға ҡуйған статистика планы ҡабул ителә, ә ноябрҙә аҙыҡ-түлек, земство һәм ауыл хужалығы статистикалары берләштерелә. 1920 йылдағы ауыл хужалығы иҫәбен алыу программаһы 1916-1917 йылдарҙағы менән оҡшаш була. Крәҫтиән йәмғиәттәре, коммуналар, артелдәр, совхоздар һәм баш- ҡа хужалыҡтарҙа иҫәп алыу үтә. СССР ваҡытында дѳйѳм һәм айырым тармаҡтар буйынса ла иҫәп алыу ойошторола. Мәҫәлән, 1964, 1976, 1985 йылдарҙа ауыл халҡының хужалыҡтарында сәсеүлектәр майҙаны, 1970, 1984 йылдарҙа бѳтә тѳр хужалыҡтарҙа емеш- еләк үҫентеләре һәм виноград баҡсалары иҫәпкә алына. Советтар Союзы тарҡалғас, Рәсәйҙә хужалыҡ итеү шарттары үҙгәреүгә бәйле ауыл хужалығын иҫәпкә алыуҙы үткәреү кәрәклеге тыуа. Ауыл хужалығы ѳлкәһендә иң ҙур статистик тикшереү - Бѳтә Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу 2006 йылда үткәрелә. Уның һѳҙѳмтәһендә 2008-2012 йылдарҙа Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ- түлек баҙарын кѳйләү дәүләт программаһы әҙерләнә. Федераль законға һәм халыҡ-ара прак- тикаға ярашлы, ауыл хужалығын иҫәпкә алыуҙы 10 йылға бер үткәреү ҡаралған. 2016 йылда Рәсәйҙә Бѳтә Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу компанияһы 1 июлдән 15 авгусҡа, алыҫ территорияларҙа 15 сентябрҙән 15 ноябргә тиклем үтәсәк. - Белорет муниципаль районында 2016 йылда Бѳтә Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыуҙы ойоштороу буйынса үткән йылдың 1 сентябрендә 3132- се ҡарар ҡабул ителде. Әҙерлек этабы тамамланды: иҫәпкә алыу объекттарының исемлектәре, ойоштороу планы бар. Район һәм ҡалала 7 инструктор һәм 41 иҫәп участкаһы ойоштороу күҙаллана. Алдағы иҫәпкә алыуҙар кеүек үк, быйылғы компания ла кемделер фашлау маҡсатын ҡуймай, ә ни бары статистика мәғлүмәттәрен йыйыуҙы күҙ уңында тота. Ул мәғлүмәттәр ауыл хужалығының тѳп характеристикаһы һәм структураһы тураһында рәсми статистиканы формалаштырыу маҡсатында ҡулланыласаҡ. Уның һѳҙѳмтәләре аграр секторҙы үҫтереү буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү ѳсѳн генә кәрәк түгел, шулай уҡ бизнес берләшмәләр, фәнни- ғилми ойошмалар, ауыл эшҡыуарҙары, хужалыҡ етәкселәре, ферма хужалары һәм ерҙә хеҙмәт иткән бѳтә кешеләр ҙә файҙаһын күрәсәк, - ти Белорет статистика бүлеге начальнигы Альбина Усманова.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий