Тағы бер обелиск асылды

27 мартта ҡаланың «Еңеүҙең 40 йыллығы» аллеяһында Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәре яугирҙәренә обелиск асыу тантанаһы үтте.
Сараға халыҡ күп йыйылды. Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящук Эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән ир-егеттәрҙе байрамдары менән тәбрикләне һәм уларҙың һан буйынса район-ҡалала икенсе урында тороуын билдәләне. Эске ғәскәрҙәрҙең урындағы ве- терандар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе В.Н. Хромов сығышында обелиск яугирҙәрҙең аҡсаһына тѳҙѳлѳүен әйтте. Ҡала Советы депутаты А.В. Белов Эске ғәскәрҙәрҙең барлыҡҡа килеү тарихына туҡталды. Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет ав- томәктәбе етәксеһе З.Ш. Ахибзянов: «Еңеүҙең 40 йыл- лығы» аллеяһында был би- шенсе обелиск. Улар ба- рыһы ла хеҙмәт итеп ҡайтҡан яугирҙәребеҙҙең инициатива- һы менән эшләнә. Эске ғәскәрҙәр көнөндә уны асыуға ѳлгѳртѳү ѳсѳн ҙур кѳс һалған Сергей Шиловҡа һәм Дмитрий Родионовҡа рәхмәт белдерәм”, - тине. Шулай уҡ дин әһелдәре лә фатихаһын биреп, илгә тыныслыҡ теләне. Күптәр һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә сәскә алып килгән. Белорет эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре автоматтан залп бирҙе. Тыуған иленә хеҙмәт иткән һәр кем хѳрмәткә лайыҡ, ә һәләк булғандарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. «Еңеүҙең 40 йыллығы» аллеяһында тағы ла бер обелиск барлыҡҡа килеүе Ватан алдында хәрби бурысын үтәгән яугирҙәрҙең илһѳйәрлек хистәре кѳслѳ һәм ныҡ булыуын раҫланы.
Р. ХӨСНУЛЛИНА.
Оставить комментарий