Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәҫ...

Һүҙем йәмәғәт ойошмалары тураһында. Беҙҙең башҡорт үҙ-үҙен тәнҡитләргә, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе бизмәнгә һалып үлсәргә һәм һығымта яһарға ярата. “Тарҡаубыҙ”, “уңышлыларҙы күтәрә белмәйбеҙ”, “көнсөллөк, тар күңеллелек бөлдөрә” тигән үҙтәнҡит йыш ишетелә. Шулай уҡ өмөтһөҙмө беҙҙең иртәгәһе көнөбөҙ, халыҡты халыҡ иткән уртаҡ ҡиммәттәр юҡҡа сығамы? Йәмәғәт ойошмаһы ауыл кешеләрен тарҡатамы, әллә, киреһенсә, туплау көсөнә эйәме? Әгәр ҙә был йәмәғәт ойошмаһы изге, яҡты уйлыларҙы, әле янып эшләү теләге булған әүҙемдәрҙе, таланттарҙы бер урынға туплай икән, ул кемгә оҡшамай?
Теләһә-теләмәһә лә, йәмәғәтселәр үҙҙәренең ғаилә ағзаларын да йәмәғәт эшенә йәлеп итә, балалары, ейән- ейәнсәрҙәре лә ситтә ҡалмай. Тимәк, һәр йәмәғәтсе, йәмәғәт ойошмаһы тураһында әйтелгән ыңғай йәки кире фекер ошо ғаиләгә, тормош иптәшенә, балаларына ла барып тейә. Бер тинһеҙ йәмәғәт эшен башҡарыусы төн йоҡоһоҙ ҡала, уйлана, һығымта яһай һәм... йә башын юғары тотоп ары китә, йә төңөлөп, күңеле ҡайтып, кешеләргә ышанысын бөтөнләй юғалтып, кире үҙ ҡәлғәһенә бикләнә. Ошо арала төрлө яҡлап беҙҙең йәмәғәт ойошмаһына, уның ағзаларына яуған тәнҡит һүҙҙәре ишетеүҙән һуң тыуҙы был уйҙар. Юҡ, ҡулды төшөрмәнек, сафтарыбыҙ тағы ла артты, алға матур пландар ҡорҙоҡ, хаҡлыҡ юлында бер кемгә лә еңел генә юл ярылып ятмауын иҫкә төшөрҙөк. Аллаһы Тәғәлә алдында бер гонаһ та ҡылмаған, әммә мин-минлектән ҡотола алмай, тәүбәгә ҡайтмай йөрөгәнгә ҡарағанда, ҡылған гонаһтарын танып, тәүбәгә килгән кеше ҡәҙерлерәк, тиҙәр. Шул хаҡта онотмаһаҡ ине.
КҮМӘК ЭШКӘ НИ ЕТӘ!
Ҙурҙан төшөп уйлаһаҡ, ауылдарҙа элеккесә сәмле, талантлы, иртәгәһен хәстәрләп, бөгөнгөһөн ҡәҙерләп йә- шәгән милләттәштәребеҙ күп, уларҙы ҡуҙғатып, ҡуҙ алышыу ғына кәрәк. Сосновкала яңы ғына булып үткән «Буҙа» байрамы алда ҡуйылған күп һорауҙарға яуап булырлыҡ. Берҙән, ағинәйҙәр ойошмаһы ойошторған һәр йола байрамы ауыл халҡын туплай, сәмләндерә, изгелеккә әйҙәй, теләгән бер ҡатын-ҡыҙға үҙен һынап ҡарарға мөмкинлек бирә. Мин быны туҡтауһыҙ ошо хаҡта һөйләнеүселәр өсөн яҙам. Эйе, беҙҙең йәмәғәт ойошмаһында теләгән кешегә яман юлды ташлап, яҡшыға йоғонорға, насар ғәҙәтте ҡалдырып, йөҙ яҡтырырлыҡ эшкә тейенергә юл асалар. Был енәйәтме ни? Беҙҙең башҡорт борон-борондан атай- әсәйһеҙ ҡалған баланы йәтим итмәгән, сиратлап ҡатыҡ эсереп булһа ла, тотош ауыл өҫтөндә ҡарап кеше иткән, ирһеҙ ҡалған ҡатынды ҡәйнеше булһа, ҡәйнешкә, йә берәй ир туғанына биреп, ғаиләне һаҡлап алып ҡалған, балаларын түгеп-сәсмәгән. Һәүетемсә генә йә- шәгән ауыл кешеләре хаҡлыҡ өсөн үҙ- ара әйтешеп, бер-береһен орошоп, йә талашып алһа ла, барыбер бер арбала алға барған. Йәнтәслимгә ҡәрҙәшебеҙҙе, йәмәғәтселәрҙе батырырҙан алда, юғарыраҡ кимәлдән ҡарап, киңерәк ҡарап фекер йөрөтөргә өйрәнәйек. Беҙ бит барыбер бер арбала барасаҡбыҙ... Аллаға шөкөр, тип әйтәйем, һәр ауылдың ағинәйҙәр ҡоронда дәрт- дарманлы, туҡтауһыҙ яңы идеялар менән янып ҡына ҡалмай, уны бойомға ашырыусыларыбыҙ бар. Сосновкала Земфира һәм Мәүлит Кәримовтар нәҡ шундайҙарҙан. Ағинәйҙәргә би- релгән бүлмәгә йән өргәндәр: шиғри телле, оҫта ҡуллы Мәүлит Кәримов йылылыҡ бөркөп торған һике эшләгән, ултырғыстар теҙеп ҡуйған, стеналарҙы ағинәйҙәрҙең эштәрен күрһәтеүсе матур стендтар биҙәй. Ә оҫта ҡуллы ағинәйҙәр, ауылдаштар бүлмәне күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәре, ҡулдан һуғылған балаҫ- әрмәктәр менән семәрләгән. Сос- новканың уңған ҡатын-ҡыҙҙарының сәменә, эшһөйәрлегенә, күмәк эш өсөн янып тороуҙарына көнләшерлек. Ошо бүлмәне ремонтлауға ағинәйҙәрҙең һәр береһе аҡсалата, ҡул ярҙамы менән ҙур өлөш индерҙе. Эшҡыуарҙар З. Әҡсәнов, К. Киселева, А. Белослудцев һәм «Ғи- бәҙәтова» шәхси предприятиеһы ла ярҙамдарынан ҡалдырманы. Тотош йәмәғәтселек күтәреп алмаһа, хәҙерге ҡатмарлы заманда байрамдар ҙа ойоштороп булмай. Иң беренсе ағинәйҙәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалған һәм ауыл йәмәғәтселеген йәлеп иткән Сосновка ауыл хакимиәте башлығы, йәш депутат Мусин Айгиз Динислам улына рәхмәтле йәмәғәтселәр. Фәнилә һәм Динислам Мусиндар, Гөлсимә һәм Салауат Мөхәмәтйәровтар улдары Айбулат менән, Рәмзиә Мөхәмәтйәрова, Рима һәм Шамил Йосоповтар, Зифа һәм Ҡустыбай Муллағәләмовтар, мәктәп директоры Ринат Моратшин, «Ҡурай» бейеүен башҡарған өлкән класс ҡыҙҙары (етәксеһе Г. Мөхәмәтйәрова), мәҙәниәт йорто директоры Гөлсөм Мостафина, операторы Рәмил Бикмөхәмәтов, художество етәксеһе Илнур Әхмәтшин, Люциә Һарунова, Фуат Вәлиуллин, аш-һыу әҙерләгән уңған ашнаҡсылар Миңзәлә Һибәтуллина, Гөлнара Ша- кирова, Айгөл Минһажетдинова, Илүзә Ҡәҙерғолова, үзбәк былауы әҙерләгән Йосоп Талипов һәм башҡа бик күптәрҙең көсө менән үткәрелде байрам. Исем-шәрифтәре телгә алынмаһа ла, ошо матур байрамды ойоштороуға өлөш индергән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. ҮҘАҢДЫ БЕРГӘ ҮҪТЕРӘЙЕК
Белорет районы башҡорттары ҡо- ролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Сафый улы Теләүбаев IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡабул иткән резолюция ҡарарҙарын бойомға ашырыуҙа үҙ өлөшөн индереп, беҙҙең «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһының эшенә һәр саҡ булышлыҡ итә. Эш тығыҙ мәлдә үҙе килә алмаһа ла, хакимиәт белгестәре беҙ үткәргән сараларҙа ҡатнаша, әүҙемдәргә Рәхмәт хаттары әҙерләп тапшыра, республика кимәлендә, радио- телевидение аша мәғлүмәт бирә. Нимә генә тиһәк тә, йәмәғәтселәр урындағы хакимиәт, мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана менән, быйыл 80 йылын билдәләргә әҙерләнгән Сосновка ауылындағы кеүек, бер тәртәгә егелеп эшләргә тейеш. Бер-беребеҙҙе күтәрешеп, күберәккә өлгәшербеҙ, халҡыбыҙҙың үткәндәрен киләсәгенә тоташтырған салауат күпере була алырбыҙ. Беҙҙең ағинәйҙәрҙең күпселеге «Урал», «Киске Өфө», «Башҡортостан ҡыҙы», «Йәшлек» һәм башҡа төрлө баҫмаларҙы яратып уҡый, үҙҙәре лә яҙыша. Бер һүҙһеҙ өҫтөнлөктө һәр саҡ «сал сәсле аҡһаҡалға» - «Урал»ыбыҙға бирергә тейешбеҙ, сөнки ағинәйҙәрҙең ниндәй саралар үткәреүе тураһында район-ҡала гәзите аша уҡып беләбеҙ, рәхмәт һүҙен дә «Урал» аша еткерә алабыҙ, эшһөйәрҙәр, халҡы өсөн янып йәшәгәндәр тураһында ла нәҡ ошо баҫманан уҡып танышабыҙ.
Алдан йөрөгән әүҙемдәребеҙҙе һаҡлайыҡ, уларға ярҙам итәйек, һис юғында аҙым һайын аяҡ салмайыҡ, тип әйтке килә. Ауыл һайын улар берәмләп кенә һанарлыҡ бит. Иҡтисади көрсөк үтер ҙә китер, ә бына ябылған мәктәптәрҙең, гәзит-журналдарҙың, яраланған күңелдәрҙең генә кире асылмауы мөмкин. Йөҙгә бәреп, йә аҫтыртын ғына изге уй менән башланған эште тәнҡитләрҙән алда, юғарыраҡ кимәлдән сығып уйлайыҡ, эш итәйек әле, йәмәғәт!
Зилә АБЗАЛОВА,
Белорет районы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.
Оставить комментарий