Тыуған илде һаҡлау - изге бурыс

Тыуған илде һаҡлау - изге бурыс
Белорет педагогия колледжында Бѳтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырыу кѳнѳнә арналған сара үтте.
Быйыл яҙ армияға алынасаҡ егеттәрҙе муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящук, Рәсәй РОСТО ДОСААФ-ының Белорет автомәктәбе етәксеһе З.Ш. Ахибзянов, Афған һуғышы ветераны И.В. Смердов, Белорет, Бѳрйән райондары, Белорет ҡалаһы хәрби комиссариаты хеҙмәткәре О.А. Гришин тәбрикләп сығыш яһаны. Тыуған илде һаҡлау ир-егеттәр ѳсѳн борондан изге бурыс булып һаналған. Һуңғы йылдарҙа хәрби хеҙмәт юлы үткән ир-егеттәрҙең абруйы артты. “Тыуған илгә ҡулығыҙға ҡорал алып хеҙмәт итәсәкһегеҙ, был ҙур хѳрмәт һәм ихтирам”, - тине Иван Васильевич.
Олег Аркадьевич Гришин: “Хәрби хеҙмәттә саҡта туғандарығыҙға хат яҙып тороғоҙ. Һеҙҙе бында яҡындарығыҙ кѳткәнен онотмай, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ”, - тине.
Йәш егеттәргә концерт күрһәттеләр.
Р. ХӨСНУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий