Бүләк - Илдар ағайҙа

Бүләк  - Илдар ағайҙа
Әүҙем булған, хәҙерҙән үк “Урал” гәзитенә яҙылған гәзит уҡыусылар араһында бүләк уйнатыу дауам итә. Был юлы аҙна бүләген Белорет ҡалаһында йәшәгән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған тѳҙѳүсеһе Илдар Мәһәҙей улы ФӘЙЗУЛЛИН отто.
- «Урал» гәзитен 30 йылға яҡын алдырам. Гәзитте кѳтѳп алам, ҡасан килә икән тип, почтальонды тәҙрәнән ҡарап ултырам. Тормош иптәшем Мәүсилә Шәрәфетдин ҡыҙы менән бер мәҡәләне лә ҡалдырмай уҡыйбыҙ. Миңә тарихи материалдар, район яңылыҡтары оҡшай. “Урал” гәзитенән башҡа район тормошон күҙ алдына килтереп тә булмай, беҙҙең ѳсѳн бик кәрәкле баҫма. Матбуғатҡа яҙылыу иғлан ителеү менән мѳхәрририәткә барып яҙылам, - ти Илдар Мәһәҙей улы.
Оставить комментарий