Эшләгән кеше һѳҙѳмтәгә ирешә

Эшләгән кеше һѳҙѳмтәгә ирешә
2003 йылда «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дѳйѳм принциптары тураһында»ғы 131-ФЗ һанлы федераль закондың ҡабул ителеүе урындағы башҡарма органдар эшен ойоштороуға ҙур үҙгәрештәр индерҙе, яңы мѳмкинлектәргә юл асты. Әммә район-ҡала һәм ауыл хакимиәттәренең тѳп тәғәйенләнеше - халыҡҡа хеҙмәт итеү бурысы элек тә булды һәм киләсәктә лә ҡаласаҡ.
Оло быуын кешеләре күп осраҡта йәштәргә ышанып етмәй, “Эшләй алмаҫ, тәжрибәһе юҡ”, - тигән фекер белдерә. Дилбегәне тоттороп ҡарамайынса, бындай ашығыс ҡарарҙарға килергә ярамайҙыр. Һуңғы һайлауҙа Белорет муниципаль районына ҡараған бер нисә ауылда хакимиәт башлығы итеп йәштәр һайланды һәм уларҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәрен уңышлы етәксе итеп күрһәтеүгә иреште. Был иһә йәш, белемле, киң ҡарашлы, яңыса фекер йѳрѳткән йәштәрҙе күтәрергә, эшләү мѳмкинлеге тыуҙырырға кәрәк тигән фекерҙең нигеҙле булыуын дәлилләй. Ишле ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Рәшит улы ДАНЪЯНОВ та шундай етәкселәрҙең береһе.
► Фәнис Рәшит улы, Ишле ауыл хакимиәтендә һуңғы йылдарҙа ыңғай эштәр күп башҡарылды. Был хаҡта гәзит биттәрендә мәҡәләләр сығып тора. Әлеге ваҡытта һеҙҙе нимә борсой? –
Былтырҙан бирле хужаһыҙ ҡалған электр селтәрҙәрен хакимиәт балансына күсерергә документтар әҙерләйбеҙ. Һигеҙ ауылда ошо эште атҡарып сығыу бурысы тора, әле ике ауылдыҡын тамамлап киләбеҙ. Йәйгә тиклем бѳтә ауылдарҙы ла хакимиәт балансына ҡуйып, киләһе ҡышҡа тиклем уларҙы хеҙмәтләндереүсе махсус ойошмаға тапшырырға ине. Бағаналар серек, йыш ҡына ел-дауылға ҡолай. Ѳҙѳклѳктәр булған саҡта үҙем урынға сығып, авария эҙемтәләрен бѳтѳрѳүҙә ҡатнашам. Бағана башынан тѳшмәйем, тип әйтһәм дә арттырыу булмаҫ.
Әле урам хәрәкәтен кѳйләү маҡсатында “Урам хәрәкәте” проектына смета эшләп бирҙек. Уның буйынса ауыл урамдарына хәрәкәтте кѳйләүсе билдәләр ҡуйыласаҡ.
► Инде икенсе йыл рәттән Ишле ауыл хакимиәте “Реаль эштәр” программаһына эләгә. Бының сере нимәлә?
- “Реаль эштәр” проектына эләгеү беҙҙең ѳсѳн ҙур ҡаҙаныш булды. Былтыр ошо программа буйынса Олойылға мәктәбенең ҡыйығы яңыртылды. Олойылға ауылында һыу менән тәьмин итеү ҙур проблема булып тора. Смета эшләп, “Реаль эштәр”гә эләктек һәм быйыл Йылға аръяғы урамына 350-400 метр оҙонлоғонда һыу үткәргес һуҙыласаҡ.

Әлеге ваҡытта Бѳйѳк Еңеү кѳнѳнә әҙерлек эштәре бара, обелискыларҙы рәткә килтерәбеҙ. Тѳҙѳкләндереү эше бер ваҡытта ла туҡтамай.
► Һеҙ тѳрлѳ саралар үткәреүгә ҙур иғтибар бирәһеҙ. Быйыл Ишле ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙы ниндәй саралар кѳтә?
- Быйыл, 11 июндә, Ҡоҙашманда Шәжәрә бай- рамы була. Элек Ҡоҙашман ауылы ҙур бул- ған, хәҙер күптәр ситтә йәшәй. Шул кѳндѳ Рәсәй кѳнѳнә ҙур концерт та ойоштороласаҡ. 18 июндә Кәртәле-Запань ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрәбеҙ. Бындай са- ралар халыҡты берләштерә, туплай, ауылдар тѳҙѳкләнә.
► Ауыл хакимиәте башлығы булып эшләүе ауыр түгелме?
- Бер ерҙә лә эшләүе еңел түгел. Әгәр ҙә бурысыңа яуаплы ҡарап, уйлап эш итмәһәң, эшең бер ерҙә лә алға бармаясаҡ. Һәр проблеманы үҙеңдән үт кәреп, нисек эшләһәм яҡшы булыр икән, тип уйлап йѳрѳп, тормошҡа ашырһаң ғына, яҡшы һѳҙѳмтәгә ирешергә була. Беҙҙең эштә һәләтле команда туплау мѳһим. Был йәһәттән мин уңдым. Хакимиәттең эштәр идарасыһы булып ете йыл эшләгән Рәмзиә Рамазан ҡыҙы Әпҡәдирова - тәжрибәле хеҙмәткәр. Ер эштәрен алып барған белгес Александр Сергеевич Жаринов та ун йыл эшләй, бурысын намыҫлы үтәй.
Ауыл хакимиәте үҙе бер бәләкәй генә дәүләт һәм уның нисек йәшәүе, эшләүе муниципаль хеҙмәткәр иңендә. Һәр бер хакимиәт районыбыҙҙың йѳҙѳ: ситтән килгәндәр бер ауыл хакимиәте биләмәһен ҡарап, бѳтә районды ба- һалай. Йорто ниндәй, хужаһы ла шундай, тип халыҡ фекер йѳрѳтә бит.
Эшләгәндәргә муниципаль район хакимиәте етәкселеге лә ярҙам итеп тора. Шуға ла күп осраҡта урындарҙағы тәртип ауыл хакимиәте башлығының нисек эшләүенә килеп тѳртѳлә. Эшләһәң, ты- рышһаң, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлы ла табылып тора. “Аҡса юҡ!” - тип ултырһаң, алға китеш булмай. Шуға күп йѳрѳргә, юллай белергә кәрәк. Район етәкселеге лә һинең хакимиәтеңдәге кѳнүҙәк мәсьәләне ҡарай һәм уны, тәү сиратта, хәл итеүгә аҡса бүлә.
Хѳкүмәт аҡсаһына ғына ҡарап ултырып, ҙур эштәр атҡарып булмай. Тѳҙѳкләндереү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл иткәндә хакимиәт биләмәһендә эшләгән эшҡыуарҙар ҙа ярҙам итһә, эшләүе күпкә еңеллерәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай эшҡыуарҙар бик аҙ. Ауыл халҡы ла йорт-ҡураһын рәтләп, эргә-тирәһен таҙалап тотһа, үҙҙәренә лә йәшәүе күңеллерәк булыр ине. Ҡайһы бер кешеләр ѳмәләрҙә бѳтѳнләй ҡатнашмай, хатта депутат булғандар ҙа ситтә ҡала. Ошондай мѳнәсәбәт, битарафлыҡ хѳкѳм һѳргән йәмғиәттә, әлбиттә, эшләүе еңел түгел. Әммә үҙ иңебеҙгә яуаплылыҡ алып, ошо вазифаға килгәс, ауыл биләмәһендә тәртип булһын ѳсѳн тырышып эшләргә бурыслыбыҙ. Ә инде эшеңде халыҡ күрһә, баһалаһа, тағы ла күңел күтәрелеп китә, эшкә дәртләнеберәк тотонаһың. Байрам айҡанлы колле- галарымды ҡотлайым, эштәрендә уңыштар теләйем.
► Фәнис Рәшит улы, һѳнәри байрамығыҙ айҡанлы тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар, үҫеш һәм именлек теләйбеҙ!
Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий