Һәр урамға – яҡтылыҡ

Һәр урамға –  яҡтылыҡ
Ҡаланы төҙөкләндереү маҡсатында һәм граждандарҙың мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп, йыл һайын урамдарҙы яҡтыртыуға ҙур суммала аҡса бүленә һәм был йәһәттән ҙур эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, былтыр ҡала территорияһында 6,5 саҡрым арауыҡта электр энергияһы биреү ҡорамалдары һәм линиялары алыштырылған. Ремонт эштәренең 3,5 саҡрымы шәхси секторҙа башҡарылған. Был хаҡта урындағы телевидение һәм баҫмалар ҙа даими яҡтыртып барҙы.
Быйыл былтырғыға ҡарағанда 1 саҡрымға оҙонораҡ участкала, атап әйткәндә, 7,5 саҡрым урамды яҡтыртыу планлаштырылған. Ошо иҫәп- кә 5 саҡрым самаһы шәхси секторҙағы территория инә.
Һуңғы йылдарҙа, аҙ сығымлы яҡтыртҡыстар ҡулланыу арҡаһында, электр энергияһы өсөн түләүҙәр ҡырҡа кәмегән. Әлеге ваҡытта урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ныҡлы эш башланған һәм ремонтты бөтә участкаларҙа ла июлдә тамамлау планлаштырылған. Эштәр урындағы бюджет иҫәбенә алып барыласаҡ. Ҡаланың бер урамын яҡтыртыуға “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙам итә. Ҡала биләмәһе бөтә ремонт эштәре өсөн яҡынса 3 миллион 500 мең һум аҡса бүләсәк. Ҡаланың элекке 25-се һөнәрселек лицейы менән 23-сө балалар баҡсаһы араһындағы участка һәм шәхси сектор “Белорет ҡала электр селтәре” ойошмаһы менән берлектә яҡтыртыласаҡ. Шулай уҡ бы- йыл ике аукцион үткәреү ҙә планға индерелгән. Беренсеһе: К. Маркс урамында - Пушкин урамынан ДОСААФ мәктәбенә тиклем. Ул Ф. Алексеев ура- мының бер өлөшѳн дә үҙ эсенә ала. Ремонт эштәре яҡынса 2 саҡрым ерҙә башҡарыласаҡ. Был урамдарҙа яҡтыртҡыстар тулыһынса алыштырыла. Нәҡ ошо урамдағы пландарҙы тормошҡа ашырыуға “Реаль эштәр” партия проекты ярҙам итә лә инде. Икенсе аукцион Блюхер урамында - 150 станынан алып Белорет металлургия комбинатына тиклем ойошторола.
Урамдарҙы яҡтыртыу ҙа, юлдар мәсьәләһе кеүек, иң ѳҫтѳнлѳклѳ бурыстарҙың береһе. Был йәһәттән бигерәк тә шәхси секторҙы яҡтыртыуға ҙур иғтибар бүленә.
Э.МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий