“Хәреф таныған саҡтан уҡыйым”

“Хәреф таныған саҡтан уҡыйым”
“Урал” гәзитенең сираттағы бүләген Тимер юл ауылында йәшәгән Минзәлә Мосауир ҡыҙы һәм Хәйрулла Миннулла улы МОРАҘЫМОВТАР отто. Улар лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙ эштәрен асып ебәргән һәм бѳгѳн дә эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шѳғѳлләнә.
- Хәреф таныған саҡтан “Урал” гәзитен уҡыйым һәм яратҡан баҫмам менән бергә ҡалам. Элек атайымды эш урынынан - леспромхоздан яҙҙырта торғайнылар. Һуңынан үҙем дә яҙыла башланым. Беҙгә ауыл тормошо тураһында мәҡәләләр оҡшай. Кешеләрҙең уңыштары тураһында уҡып ҡыуанабыҙ, эскән кешеләр тураһында уҡып кѳйѳнәбеҙ. 21-се мәктәптә уҡыған ейәнсәрем Эльвина башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша. Гәзиттә баҫылған шиғырҙарҙы яратып уҡый. Бүләк оторбоҙ тип уйламағайным. Гәзит уҡыусыла ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған ошондай саралар киләсәктә лә үткәрелеп торһон, - тине Минзәлә Мосауир ҡыҙы.
Шуныһы ҡыуаныслы, гәзитебеҙҙең айырылғыһыҙ дуҫтары күп. Киләсәктә лә милләттәштәребеҙҙең аралашыу майҙаны булған "Урал" гәзитенең дуҫтары артһын, һәр кем уның үҫешенә үҙ ѳлѳшѳн индерһен ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Оставить комментарий