Бер күреүҙән ғашиҡ итеүселәр

Бер күреүҙән ғашиҡ итеүселәр
Оҙаҡ йылдар журналист булып эшләү осоронда бик күп ҡыҙыҡлы, һоҡланғыс кешеләр, шәхестәр менән аралашырға насип булды. Кино йылы уңайынан “Кортик”, “Бронзовая птица”, “Пропавшая экспедиция” фильмдарында уйнаған үҫмер егет Сергей Шевкуненко менән осрашыуҙан алған хәтирәләр менән уртаҡлашмаҡсымын.
Ҡалабыҙҙа “Мосфильм” төркөмөнөң “Пропавшая экспедиция” фильмын төшөргән ваҡытта осрашырға тура килде беҙгә. Николай Олялин, Вахтанг Кикабидзе, Евгения Симонова кеүек билдәле артистар менән бергә үҫмер Сергей Шевкуненко ла килгәйне (уның әсәһе “Мосфильм”да эшләгән).
Беҙ үҫмерҙәр араһындағы авторитеттарға һоҡланыуыбыҙҙы йәшермәйбеҙ, сөнки улар башҡаларҙы үҙҙәре артынан эйәртә, өлкәндәр менән дә бер тиң һөйләшә белә. Икеләнеү, ялағайланыу, меҫкенләнеү ундайҙарға хас түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундайҙарҙы тормош аямай.
Сережа ла тап шундай үҫмерҙәрҙең береһе ине. Миңә кино төшөрөүселәр төркөмө менән Ағиҙел буйына балыҡҡа барырға тура килде. Дөрөҫөрәге, ул ваҡытта участковый булып эшләгән иптәшем уларҙы ял итергә алып барғанда миңә лә үҙҙәре менән барырға тәҡдим итте. Әлбиттә, мин шундай билдәле артистар менән еңел генә аралашып китә алманым. Оялсанлыҡ, баҫалҡылыҡ ҡамасаулағандыр инде. Шуға күрә күберәген Сережа менән аралаштым. Ул мине тәүге минуттарҙан уҡ өлкәндәр менән дә тиң аралашыуы, дөрөҫлөктө күҙгә ҡарап әйтеүе, ярамһаҡлана белмәүе, һәр нәмәне үҙ исеме менән атауы менән әсир итте. Ә ҡыйыулығы, батырлығы күҙҙәренән күренеп тора ине. Төнөн өлкәндәр һалҡын һыуға инергә баҙнат итмәй торған мәлдә ул икеләнмәйенсә һыуға инеп китте һәм бер ниндәй ығы-зығыһыҙ үҙ эшен башҡарып, тыныс, етди ҡиәфәттә усаҡ янына килеп ултырҙы. Усаҡ яндырғанда ла арҡанды элмәкләп ағасҡа ырғытты ла, кипкән ботаҡтарҙы төшөрҙө. Уның һәр эште белеп, сәбәләнмәй генә башҡарыуынан әҙ генә йәшәлгән ғүмерендә лә күп һынауҙарға дусар булыуын аңлайһың. Беҙ аҙаҡтан ғына уның атайһыҙ үҫеүен, ПТУ- ла уҡыуын, ә инде күпмелер ваҡыт үткәс, төрмәгә эләгеүен белдек. Ул саҡта милиция участкаһында үҫмерҙәр менән эшләгән иптәшем: “Тимәк, кемгәлер буйһонорға теләмәгән йә иҫәрлеге менән кемделер яҡлашҡан…” - тигәйне. Бары 20 йылдан ашыу ваҡыт уҙғас ҡына 1999 йылда “Аргументы и факты” гәзитендә беҙ Сережабыҙҙың яҙмышы тураһында уҡып белдек. Нәҡ шулай булып сыҡҡан да! Бер кем алдында ла бөгөлмәгән, һәр ваҡыт көсһөҙҙәрҙе яҡлашҡан Сережаның ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлә. Уны үҙ подъезында атып китәләр.
Яңынан ҡарау мөмкинлеге тыуған һайын, бөтә эштәремде ташлап, Сережа Шевкуненко ҡатнашлығындағы фильмды ҡарарға ултырам. Ә бит минең күңелем түрендә билдәле артистар түгел, тап ошо үҫмер уйылып ҡалған. Әҙәбиәтебеҙҙең классигы Максим Горькийҙың “Безумству храбрых поем мы песню” тигән һүҙҙәре лә тап шундайҙар тураһында бит.
Гөлсөм МОСТАФИНА,
журналистика ветераны.
Оставить комментарий