Сәләмәтлек марафоны

Сәләмәтлек марафоны
Белорет медицина колледжында Ѳфѳнѳң Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһы ҡаланың “Сәләмәтлек үҙәге” менән берлектә “Сәләмәтлек марафоны” акцияһы ойошторҙо.
Акцияның маҡсаты - медицина хеҙмәткәрҙәрен йѳрәк-ҡан тамырҙары сире менән яфаланыусыларҙы дауалау- ҙың яңы алымдары менән таныштырыу, квалификацияларын арттырыу һәм шулай уҡ йѳрәк-ҡан тамырҙары сире, уны иҫкәртеү саралары, хәүеф факторҙары тураһында мәғлүмәтте халыҡҡа еткереү.
“Сәләмәтлек марафоны” акцияһында Ѳфѳнән Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһының баш врачы Ирина Карамова, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы баш врачы Евгений Кустов ҡатнашты. Профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы Ирина Марсил ҡыҙы Карамова тиҙ медицина ярҙамының ваҡытында күрһәтелеүе ҙур әһәмиәткә эйә булыуы, үлем осраҡтарының кәмеүенә булышлыҡ итеүе, халыҡ менән эшләү алымдары тураһында коллегаларына һәм йыйылыусыларға аңлатты:
- Тормошобоҙ көндәлек стрес- тарҙан, тетрәнеүҙәрҙән торған был заманда йөрәк-ҡан тамырҙары, гипертония кеүек ауырыуҙарҙың һаны көндән-көн арта. Үҙебеҙ ҙә һаулыҡты бер ҙә ҡайғыртмайбыҙ. Һуңғы сиккә еткәс кенә табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Һаулыҡ кешегә бирелгән яҙмыш бүләге. Шуға ла уға битараф ҡарарға ярамай. Һаулығыбыҙҙың 50 проценты - йәшәү рәүешебеҙҙән тора, 15-әр проценты тирә- яҡ мѳхиттән һәм нәҫелдән килә. Башҡортостан буйынса үлем осраҡтарының төп сәбәбенең беренсеһе - йөрәк- ҡан тамырҙары ауырыуҙары, икенсеһе - яман шеш сире, өсөнсөһѳ - юл-транспорт хәл- ваҡиғалары. Минеңсә, бында уйланырға урын бар. Күптәребеҙ ауырыуға иғтибар итмәй, аяҡтан йығылғас та медицина ярҙамына мѳрәжәғәт итергә ашыҡмай, әммә бының һуң булыуы ла ихтимал. Күкрәк эргәһендә һәм йөрәк тирәһендә ауыртыуға зарланған пациент беренсе «алтын» сәғәт дауамында йәки яҡындағы беренсел ҡан тамыры бүлексәһенә, йәки төбәк үҙәгенә килтерелә. Иң күбендә дүрт сәғәт ярым эсендә ауырыуға кәрәкле ярҙам күрһәтелергә, тикшеренеүҙәр үткәрелергә һәм артабанғы дауалау планы билдәләнергә тейеш.
Был кѳндә тәүтикшереү үтергә теләгәндәр күп булды. «Сәләмәтлек үҙәге»нең кардиолог, невролог, терапевтан торған бригадаһы халыҡтың сәләмәтлеген тикшерҙе. Табиптар, ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефенең төп билдәләре буйынса скрининг үткәреп, ҡан баҫымын, тән ауырлығын үлсәне, шәкәр кимәлен билдәләне, элек- трокардиограмма яһаны.
Э.ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий