«Көҙ кинолентаһы»

«Көҙ кинолентаһы»
«Көҙ кинолентаһы» тип аталды Йәш натуралистар станцияһында уҙған «Көҙгө уңыш - 2016» байрамы. Тәжрибә-тикшеренеү эштәрен яҡлағанда йәш натуралистарҙың үҙҙәрен ысын белгестәр итеп тотоуҙары, фекерҙәрен туплай, фараздарын иҫбатлай белеүҙәре һоҡландырҙы. Ә инде сараның бер сериал формаһында алып барылыуы, төрлө кино һәм мультфильмдарҙы көйҙәр, фразалар, афоризмдар аша танып белеүҙәре уҡыусыларҙың аң-белем, ҡыҙыҡһыныу даирәһенең киңлеген күрһәтте. Күптәренең «экстрасенс» һәләттәре лә һоҡландырҙы, сөнки бында күҙ бәйләнгән килеш тоҡтан йәшелсә-емеш тартып сығарып, уның исемен, төҫөн, формаһын әйтергә кәрәк ине. Ғөмүмән, алып барыусы, кинорежиссер Ирина Вячеславовна Нәсимова менән уның ярҙамсыһы Гөлиә Хәмит ҡыҙы Фазылова бер кемгә лә күңелһеҙләнергә ирек бирмәне.
Бына, ниһайәт, жюри ағзалары - Йәш натуралистар станцияһы директоры Нәсимә Шәриф ҡыҙы Иҫәнғәлина, экологик яҡтыртыу бүлеге мөдире Айгөл Тимербай ҡыҙы Әхмәҙина, Абҙаҡ мәктәбенең биология уҡытыусыһы Рәзинә Рауил ҡыҙы Хөсәйенова еңеүселәрҙе билдәләне.
Шулай итеп, тәжрибә-тикшеренеү эштәре буйынса Йәш натуралистар станцияһынан Ирина Холманских менән Кристина Труфанова - I, Абҙаҡтан Светлана Хызырова менән Юлиә Сибәғәтуллина, Сосновканан Илзирә Шакирова - II, Тирләндән Алина Лотфуллина, Йәш натуралистар станцияһынан Регина Фазлетдинова, Алина Хәйбуллина III урын яуланы.
Дөйөм уңыш күргәҙмәһе буйынса Сосновка мәктәбе - I, Тирлән мәктәбе - II, Абҙаҡ мәктәбе III урынға сыҡты.
Уҡыусылар “Сәскәселек”, “Дарыу үләндәре”, “Емешселек”, “Йәшелсәселек”, “Шәхси ярҙамсы хужалыҡ” номинацияларында ла бүләкләнде.
Көҙгө уңыш күргәҙмәһендә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, Реабилитациялау үҙәге, Тимер юлының 2-се балалар баҡсаһы, Йәш натуралистар станцияһы, Абҙаҡ, Тирлән, ҡаланың 10-сы, 18-се, 21-се мәктәптәре, 17-се гимназия актив ҡатнашты. Йәй буйына тырышып эшләгән, тәжрибәләр үткәргән уҡыусылар һәм уларҙың етәкселәре маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ. Улар йылдан-йыл яңы асыштар яһай, яңы үрҙәргә үрләй.
Йәш мичуринсыларға уңыштар теләйек.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: I урын яулаған Сосновка мәктәбенең биология уҡытыусыһы Сулпан Ирек ҡыҙы Мырҙабаева уҡыусылары Илзирә Шакирова (уңда) һәм Гүзәл Абдулғанина менән.
Илгиз МЫРҘАБАЕВ фотоһы.
Оставить комментарий