Һәр ағас уға таныш

Һәр ағас уға таныш
Урмансы эше үтә лә яуаплы һәм ауыр, шуға ла унда бик һирәктәр генә берегеп, эшләп китә. «Белорет урмансылығы» территориаль бүлегендә лә үҙ һѳнәренең оҫтаһы булған, оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәткәрҙәр бар. Улар иҫәбенә Шығай ауылында йәшәгән урман мастеры Фәнил Хәмзә улы Ғәлиуллинды индерергә мѳмкин. Ул инде 33 йыл ошо тармаҡта һәм урман эшенең бѳтә нескәлектәрен белә.
Фәнил Хәмзә улы 1960 йылда Рысыҡай ауылында Әсҡәпьямал Хаммат ҡыҙы менән Хәмзә Хәкимйән улының күп балалы ғаиләһендә бишенсе сабый булып донъяға килә. Атаһы 20 йыл урмансы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Шуға ла Фәнил Хәмзә улы бала саҡтан уҡ урман эшен белеп үҫә: атаһына тубырсыҡ йыйырға, һепертке бәйләргә ярҙам итә. Үҙе хеҙмәтләндергән кварталдарҙағы һәр ағас, һәр ҡыуаҡ уға таныш, тип әйтһәк тә хата булмаҫ.
Шығай урта мәктәбен тамамлағас, Йылайыр ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Бер аҙҙан армияға алалар. Хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас ҡына уҡыуын тамамлай. 1982 йылда Белорет леспромхозына эшкә урынлаша, бер йылдан Белорет колхоз-ара урмансылығына күсә.
Урмансылыҡтың исеме әллә нисә тапҡыр үҙгәрһә лә, Фәнил Хәмзә улы кеүек урман тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙ эшенә тоғро ҡала.
Бѳгѳн дә урмансы эше еңелдән түгел. Элек 53 кварталды биш кеше хеҙмәтләндергән булһа, хәҙер Фәнил Хәмзә улының бер үҙенә ошо биләмәне ҡарарға тура килә. Тѳҙѳлѳшкә, утынға ағас ебәреү, ҡырҡындыларҙы ҡарау, тикшереү, ағас ултыртыу кеүек бихисап эштәр урмансының иңендә.
- Элек бер урмансыға 10 квартал тура килһә, хәҙер эшселәрҙе биш тапҡырға ҡыҫҡарттылар һәм биш кешенең эшен бер урмансыға башҡарырға тура килә. Шуға ла бѳтәһенә ѳлгѳрѳп тә булмай. Эшкә ѳйрәнгәнмен, ял кѳндәрендә лә түҙеп ултыра алмайым. Әле ауыл халҡына утынлыҡ ағас бирәбеҙ. Ағас ултыртыу ѳсѳн кѳҙҙән урын әҙерләп ҡуябыҙ, - ти Фәнил Хәмзә улы.
Һәр эштә лә ғаиләңдең ныҡ булыуы мѳһим. Был йәһәттән Ғәлиуллиндар ғаиләһе башҡаларға үрнәк була ала. Фәнил Хәмзә улының тормош иптәше Сәғирә Сабирйән ҡыҙының да эше тынғыһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, улар бер-береһен аңлап, 34 йыл татыу ғүмер итә. Ѳс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, бѳтәһе лә юғары белемле.
Урмансылыҡ етәкселәре лә Фәнил Хәмзә улын маҡтап телгә ала. “Эшен яҡшы белә, урынына еткереп, намыҫлы үтәй. Кешеләр ағас алһа, ҡырҡындыны һәйбәт итеп таҙартҡандан һуң ғына ҡабул итә. Ошондай яуаплы хеҙмәткәрҙәр бар саҡта, урманда һәр саҡ тәртип булыр”, - тиҙәр.
Рәмилә МУСИНА.
Нәркәс ҒӘЛИУЛЛИНА фотоһы.
Оставить комментарий