Һикһәндә лә бесән саба

Һикһәндә лә бесән саба
Заманында «Заря» колхозы районда алдынғы хужалыҡтарҙың береһе булды, шулай уҡ алдынғы малсылары, механизаторҙары менән дә дан тотто. Хужалыҡты үҫтереүҙә ҙур ѳлѳш индергән алдынғы колхозсы Әлипбай Айытбай улы БАДАЛОВ быйыл йәй 80 йәшлек юбилейын билдәләне.
Әлипбай Айытбай улы 1936 йылда Үткәл ауылында тыуған. Уның тормош юлы шул осорҙағылар яҙмышына ауаздаш: бала сағы аслы-туҡлы үтә, тыуған ауылында - IV, Шығай мәктәбендә VII класты тамамлай һәм “Яңы юл” колхозына эшкә урынлаша. 1955 йыл- да армияға саҡырыла. Ѳс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, колхозда эшләүен дауам итә. 1961 йылда Учалы районындағы Вознесен- ка ауыл хужалығы училищеһына уҡырға инә. Ә инде 1962 йылда тыуған ауылына ҡайтып, ең һыҙғанып эшкә тотона һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо һѳнәргә тоғро ҡала.
Тракторист булып 34 йыл эшләү осоронда районда ғына түгел, ә республика кимәлендә танылыу яулай. Эшендәге ҡаҙаныштары ѳсѳн Маҡтау ҡағыҙҙа- рына, Рәхмәт хаттарына, дипломдарға лайыҡ була. Шулай уҡ 1970 йылда “Фиҙаҡәр хеҙмә- те ѳсѳн”, 1976 йылда “Хеҙмәт батырлығы ѳсѳн” миҙалдары, 1979 йылда “10-сы биш йыллыҡ ударнигы” билдәһе менән наградлана, “Атҡаҙанған механизатор” дипломы ла бирелә. Фотоһы Почет таҡтаһынан тѳшмәй.
- Хѳкүмәт ябай эшсенең ҡаҙаныштарын, хеҙмәтен күрә, баһалай. Беҙҙе лә яҡшы һѳҙѳмтәләр ѳсѳн һәр саҡ бүләкләп торҙолар. 1970-72 йылдарҙа район Советы депутаты булдым. Мин бер эш кѳнѳндә норманы 2-3 тапҡыр арттырып үтәй инем. Эш кѳнѳм 14 сәғәт булып китә. Үҙ ғүмеремдә бер кѳн дә отпускыла булманым. Ҡайһы бер йылдарҙа эш кѳнѳм йылына 365 кѳнгә етә ине. Ғаилә ҙур булғас, һигеҙ баланы аяҡҡа баҫтырыу ѳсѳн тырыштым. Колхоз ѳсѳн йәнемде аямай эшләнем, - ти хеҙмәт ветераны.
Әлипбай Айытбай улы 1960 йылда Мәхмүт ауылы ҡыҙы Мѳслимә Ғиниәт ҡыҙына ѳйләнә. Улар иңгә-иң терәп 50 йыл донъя кѳтә. Тик 2010 йылда тормош иптәше яҡты донъянан китеп бара. Бѳгѳнгѳ кѳндә Әлипбай Айытбай улы кинйә улы менән тора.
- Мин тормошомдан ҡәнәғәт. Эшләргә мѳмкинселек булды, яҡшы эш хаҡы түләнеләр. Үкенерлек түгел. Хәҙер колхоздарҙың бѳтѳнләй ҡалмауы күңелде ҡыра. Һѳрѳлмәй ятҡан буш яландарҙы күреп эс боша, - ти аҡһаҡал.
Һикһәнде үткән Әлипбай Айытбай улы дәртләнеп донъя кѳтә. Үҙенә трактор һатып алған. Алты баш һыйыр малы бар. Бесәнде лә үҙе әҙерләй, картуф та үҫтерә.
Уның эшсәнлеге, тѳшѳнкѳлѳккә бирелмәй, тырышып йәшәүе ауылдаштарында һоҡланыу тыуҙыра.
- Ауылда 80 йәште үткән ѳс ветеран бар - Рысйән Ғәлиастанов, Ғәней Мѳхәмәтдинов һәм Әлипбай Бадалов. Уларҙың бѳтәһе лә йәштәргә үрнәк булырлыҡ бабайҙар. Күршем Әлипбай ағай уңған, егәрле кеше. Әле лә велосипедтан тѳшмәй. Йәштәр бесән сабыр ѳсѳн трактор эҙләп йѳрѳгәндә, Әлипбай Айытбай улы тракторҙа ла, кәрәк икән ҡул менән дә бесән саба. Киләсәктә лә уның тормошто яратып, дәртләнеп, иҫән-һау, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ, - ти Ғаяз Сафуанов.
Әлипбай Бадалов кеүек бар ғүмерен эшкә арнап, һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыуға ҙур ѳлѳш индергән, Ватанын үҫтереү ѳсѳн тырышҡан илһѳйәр оло быуын вәкилдәре хѳрмәткә лайыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бѳйѳк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, шул осорҙоң хеҙмәт ветерандары арабыҙҙа күп ҡалмаған. Беҙ уларҙы беләйек, күрәйек, ҡәҙер итәйек.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий