Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһенән

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһенән
Үткән аҙнала ҡаланың музыка мәктәбендә мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте.
Сарала ҡышҡа әҙерлек, яңы йылға тиклем үткәреләсәк саралар планы тураһында һүҙ барҙы. Шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәт- кәрҙәренә эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе лә ҡаралды.
Кәңәшмә аҙағында яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәргә - муниципаль район мәҙәниәт идаралығының методик бүлеге мѳдире Любовь Васильевна Кузьминаға, ҡала Мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Людмила Геннадьевна Молокановаға, Тирлән сәнғәт мәктәбенең фортепиано класы уҡытыусыһы, концертмейстер Ирина Ивановна Курочкинаға, Белорет музыка мәктәбенең хор класы уҡытыусыһы Елена Николаевна Папшеваға, тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәре Наталья Евгеньевна Попковаға муниципаль район Советының Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Үҙәнбаш ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Римма Әхмәтзыя ҡыҙы Ғәлимйәноваға 50 йәш тулған. Ғүмерен оҙаҡ йылдар мәҙәниәткә бағышлаған Римма Әхмәтзыя ҡыҙына, юбилей айҡанлы, район мәҙәниәт идаралығының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Ҡаланың тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейы директоры Миләүшә Мансур ҡыҙы Фәхретдинова тарих ҡомартҡыһы - Белорет һыу һурҙырғыс башняһының 100 йыллығына арналған конкурста иң яҡшы макет эшләгән Туҡан мәҙәниәт йорто директоры Александр Дмитриевич Петровҡа (һүрәттә), шулай уҡ “Заманса музей - территорияны үҫтереү факторы” республика семинарында ҡатнашҡан Асы мәҙәниәт йортоноң “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбленә (етәксеһе Йәмилә Әбделғәни ҡыҙы Сәлимйәнова), Үрге Әүжән мәҙәниәт йортоноң “Әүжән кистәре” халыҡ фольклор коллективына (етәксеһе Владимир Павлович Серегин) Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий