«Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ»

«Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ»
Сертификаттар һәм торлаҡ асҡысы тапшырылды
Муниципаль район хакимиәтендә йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт төҙөүгә социаль түләүҙәр таныҡлығы һәм етемдәрҙе, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһына ярашлы торлаҡ асҡысы тапшырыу тантанаһы үтте.
Бөтәһе 5 млн. 733 мең һумлыҡ сертификаттарҙы 2015-2020 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһында ҡатнашыусы алты ғаилә - Басировтар, Ивановтар, Исламовтар, Калашниковтар, Муллағәлләмовтар һәм Усмановтар алды. Ә Алик Бадаловҡа фатир асҡысы тапшырылды.
Йәш ғаиләләрҙе муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов менән торлаҡ сәйәсәте һәм муниципаль контроль бүлеге начальнигы Ю.Е. Пестова тәбрикләне.
- Ғаилә институтына ярҙам күрһәтеү илебеҙҙәге, республикабыҙҙағы социаль сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше булды һәм булып ҡала, - тине район етәксеһе. - Бөгөн ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлауҙың әһәмиәтен арттырыуға ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы биш йыл эсендә район-ҡалабыҙҙан 70-ләгән ғаилә сертификатҡа эйә булды һәм үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшырта алды. Киләсәктә йорттарығыҙҙа тик шатлыҡлы ауаздар ғына яңғыраһын. Дәүләттән бирелгән ярҙам яҡты хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итһен. Һеҙ ҙә, үҙ нәүбәтегеҙҙә, республикабыҙ, район-ҡала өсөн дәртләнеп эшләрһегеҙ, демографик хәл торошон да ыңғай яҡҡа үргәртерһегеҙ тигән өмөттәбеҙ, - тип, уңыштар теләне һәм тантаналы рәүештә сертификаттар тапшырҙы.
Владислав Геннадьевич Белоретта етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы йылдам бойомға ашырылыуын билдәләне. Һуңғы биш йылда район территорияһында 120-гә яҡын етем баланың йәшәү шарттары яҡшыртылған, шулар араһында 28-е яңы төҙөлгән йорттарҙан фатир алған. 2015 йылда 4 бала торлаҡ менән тәьмин ителгән.
Федераль һәм республика программалары буйынса ҡала-районда дөйөм сиратта 350 йәш ғаилә тора. Сират ҙур булғанға күрә, ғаиләләр субсидияны йылдар буйы көтә. Ошо ваҡыт эсендә ғаилә ағзаларының береһенең йәше 35- тән уҙып китеүе ихтимал. Шуға күбеһе, сиратта торған хәлдә лә, ипотека юлларға мәжбүр. Белореттан Муллағәлләмовтар (аҫҡы һүрәттә) ғаиләһе тап шулай эшләгән дә инде. Бәхеткә күрә, улар сертификатты ваҡытында алып ҡалды.
- Ярҙамды 2007 йылдан бирле көткәйнек. Ҡаланан ипотекаға ике бүлмәле фатир һатып алдыҡ. Документтар юллағанда Вилдан улыбыҙ ғына булһа, хәҙер ғаиләбеҙ тағы ла ишәйҙе. Әмир улыбыҙ һәм 1 йәшлек кенә Рената ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. 1 млн. 23 мең һумлыҡ сертификатты ҡулыбыҙға алғас, шатлығыбыҙҙың сиге юҡ. Йәшәү шарттарын яҡшыртып, өс бүлмәле фатир аласаҡбыҙ, - тине Оксана һәм Рифат Муллағәлләмовтар.
Э. ХӘМЗИНА.
И. ПАНЧЕНКО фотолары.
Оставить комментарий