Ҡаһарманлыҡҡа тиң ғүмер

Ҡаһарманлыҡҡа тиң ғүмер
Үлем һәр саҡ үкенесле килә, тип дөрөҫ әйтәләр. 87 йәшен билдәләгән ғәзиз кешемде ошо яҙмам менән шатландырырға уйлағайным. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул был көндө күрә алманы. Баҡыйлыҡҡа күсеүенә 2 октябрҙә 40 көн була. Тағы ла бер аҙ фекерҙәремде йыя алмай йөрөнөм. Әммә нисек кенә булмаһын - тормош бер туҡтауһыҙ алға тәгәрәй. Әсәйем һөйләгән саҡта уҡ күҙҙәрем йәшкә тула ине, ә хәҙер хис-тойғоларымды һис кенә лә тыя алмайым.
Батыр йөрәкле, киң күңелле, үтә лә шәп, егәрле, оҫта ҡуллы булған икән ҡәҙерлебеҙ.
Өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың тарихы Маҡар районы Иҫке Һәйет ауылына барып тоташа. Олатайым Лотфулла Нафиҡ улы Мәһәҙиев 1927 йылда өләсәйем Ғәфүрә Байғонто ҡыҙы Фәтҡул- линаға өйләнә. Лотфулла олатай «Салауатпром» артелендә эшләй. Ул йәтим ҡалғас, еңгәһе Мәрзиә менән ағаһы Хәмнәжәр ғаиләһендә йәшәй. Кәләшен дә шунда алып ҡайта. Ғәфүрә өләсәй ҙә йәтим үҫә. Атаһы Байғонтоға «кулак» тигән мѳһѳр һалынғас, Уҫман ағаһы менән Хапса еңгәһе үҙҙәренә һыйындыра. Еңгәһе үлеп киткәс, ағаһы Нәғимә тигән ҡыҙға өйләнә, әммә өләсәйем был ғаиләлә артыҡ була. Шуға ла уны тиҙерәк кейәүгә биреп ҡотолалар. Мәрзиә инәй менән Хәмнәжәр бабай өләсәйемде бик яҡшы ҡаршы ала.
1929 йылдың 12 декабрендә Ғәфүрә өләсәй менән Лотфулла олатай ғаиләһендә ҡыҙ бала, йәғни минең әсәйем тыуа. Уға Мәстүрә тип исем ҡушалар. Һуңынан бер-бер артлы ҡустылары - 1932 йылда Рәис, 1935 йылда Нурғәли, 1938 йылда Нурфәиз, 1941 йылда һеңлеһе Флүрә тыуа. Шул йылдың 12 декабрендә олатайымды Маҡар районынан Ленинград фронтының 528-се уҡсылар дивизияһына алып китәләр. Өләсә- йем биш бала менән Иҫке Һәйет ауылында тороп ҡала. Баш бала булған әсәйем ҡустыларын һәм һеңлеһен ҡарап үҫтерешергә ярҙам итә.
Ауылда 10-12 йәшлек балаларҙы артелгә эшкә ҡушалар. Рәис ҡустыһы менән әсәйем дә шул артелгә йөрөй. Имән ағасының ҡайырын һыҙырып алып килгән олораҡ ағайҙар һәм апайҙар бәләкәстәргә ҡабыҡты һыуға һалырға ҡуша. Йәйен һыуҙа ятҡан ҡабыҡтан көҙөн һалабаш һыҙырыу ваҡыты еткәс, тағы ла бәләкәстәр ярҙам итә. Ошо хәлдәрҙе иҫкә алғанда әсәйемдең күҙҙәре йәшләнер ине. Хәҙер килеп үҙем йәшемде тыя алмайым. Бына шулай, көҙөн ҡарлы-боҙло һыуға һалабаш һыҙырырға иптәш ҡыҙҙары менән әсәйем дә төшә. Аяҡтары өшөп туңған ҡыҙҙы ярға олораҡтар һөйрәп алып сыға. Иртәгәһенә тағы ла шул уҡ эш. Һалабаштарҙы киптергәс, септә һуғып фронтҡа ебәргәндәр. Ғәфүрә өләсәй сабата үргән, әсәйем ярҙам иткән. Әсәйебеҙ бәләкәйҙән эшсән булып үҫкән. Сабата ла үргән, септә лә һуҡҡан, биҙрә лә төпләгән. Шулай күрше Һаралы, Нөгөш, Баҡый ауылдарында кешеләргә ярҙам итеп йөрөгән, ә улар ашарына аҙыҡ, кейеренә кейем биргән. Олатайым һуғыштан яраланып ҡайтҡас, Белорет районындағы Туҡан ауылына күсеп китәләр. Туҡанда Жәүдәт ҡустыһы һәм иң бәләкәй һеңлеһе Зәкиә тыуа.
1951 йылдың 23 сентябрендә әсәйемде Ғәниев Мостафа Бәхтей улына кейәүгә бирәләр. Ҡәйнәһе Бәғиҙә Хәйбулла ҡыҙы әсәйемде йорт-ҡура эшенә өйрәтә. Әсәйем менән атайым Туҡанда йәшәй башлай. 1952 йылда Миңлегөл апайым тыуа. Атайым Туҡан руднигында забойҙа эшләй. Ул ваҡыттарҙа забойщиктар тау ҡыртышынан кәйлә менән тимер рудаһын аҡтара. Йәйен Ботай ауылында бесән эшләйҙәр. 1954 йылда Бәхтей олатай үлеп киткәс, улар өләсәй янына, Ботай ауылына күсеп ҡайта. Ауылға апайым менән мин дә ҡайттым. Өләсәйем мине ҡарай, әсәйем йорт эштәрен алып бара. Атайым Әүжән леспромхозының Егәҙе химлесхозына вздымщик - сайыр һыҙыусы булып эшкә урынлаша. Элек сайыр һыҙыусыларға ит, ҡуйыртылған һѳт консервалары, паек бирәләр ине. Атайым үҙе ашамай, ғаиләһенә алып ҡайта.
Һеңлем Әлфиә, ҡустым Рафаил тыуҙы. Әкренләп тормошобоҙ яйланып барғанда, 1961 йыл әсәйем менән апайым бәрәңге сәсеп йөрөгән саҡта йортобоҙ янып китә. Беҙ бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалдыҡ. Атайым эштән ҡайтҡас, янып бөтмәгән бүрәнә төпсөгөндә башын эйеп бик оҙаҡ ултырғанын әле лә иҫләйем. Шым ғына уның янына килеп ултырҙым да: “Атай, хәҙер өйөбөҙ янғас, ҡайҙа йәшәрбеҙ? Әсәйемдең брошкаһы быяла шкатулка менән бергә янған, хәҙер брошкаһы булмағас, беҙгә лә булмай инде”,- тип әйттем. Ә ул мине ҡосаҡланы ла: “Ярай, ҡыҙым, үҙегеҙ иҫән ҡалғас, уларын аҙаҡ табырбыҙ”, - тине.
Шул йылдың сентябрендә леспромхоз беҙгә өй һалып бирҙе, кейем килтерҙе. Бөтә күршеләребеҙ ҙә ярҙамлашты. Ә октябрь айында әсәйем беҙгә һеңлем Нәфисәне бүләк итте. Егәҙе урман пункты Белорет леспромхозына бирелгәс, атайым Тәтешлегә тракторсыға уҡырға китте. Ҡайтҡан сағында беҙгә матур ҡәләмдәр, дәфтәрҙәр алып ҡайтты. Әсәйем бөтә балаларына ла үҙе белгән һөнәрҙе, шөғөлдө өйрәтте. Беҙ йөн иләй, бәйләй, дирүгә һуға белдек. Ул кейеҙ ҙә баҫты. Был һөнәргә беҙҙе генә түгел, башҡаларҙы ла өйрәтте. Ул беҙҙе баштан-аяҡ үҙе тегеп, бәйләп кейендерҙе. Һәр нәмәне биҙәкләп, матурлап бәйләй, тегә торғайны. Беҙҙе лә һәр саҡ матурлыҡҡа, камиллыҡҡа өндәне. Нимә генә эшләһә лә йырлап, көйләп ултыра торғайны. Олатайым һуғыштан алып ҡайтҡан “Зиңгер” машинкаһын бик ҡәҙерләп кенә тотондо. Беҙҙең ҡурсаҡ кеүек кейенеп йөрөүебеҙҙән хатта иптәш ҡыҙҙарыбыҙ көнләшә торғайны. “Әсәйегеҙ тегә, бәйләй белгәс, матур кейенәһегеҙ инде”, - ти торғайнылар. Беҙ үҫкәндә бит магазинда төрлө әйберҙәр булманы тиерлек. Бәхетле бала сағыбыҙ өсөн һаман да әсәйемә сикһеҙ рәхмәттәр уҡыйым. Беҙ тороуға һыйырҙар һауылған, һөт үткәрелгән. Ихата тулы мал, ҡош-ҡорт булды. Әсәйем хатта бал ҡорттары тотто. Ҡорттарҙы тәрбиәләгәндә беҙ ярҙамлаштыҡ, сөнки атайыбыҙ ҡорттан ҡурҡа торғайны.
Бына шулай, Ботайҙа - VIII, Егәҙелә IX-X класты тамамлап, һәр кем үҙ юлынан китте. Ул ваҡытта телефон юҡ, беҙ йыш хат яҙа торғайныҡ. Әсәйем беҙҙе һәр саҡ һағынып көтөп алды. Ул борсолмаһын тип, аҙна-ун көн һайын хат яҙа торғайным. Ҡыҙҙар араһында иң бәләкәй һеңлебеҙ Филидә иң өлгөрө, сосо булып сыҡты, сөнки иң тәүҙә ул өләсәй булды, иң беренсе булып хаҡлы ялға сыҡты. Уның 5 ҡыҙы, 3 ейән-ейәнсәре бар. Бөтәбеҙ ҙә әсәй йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ. Ул беҙҙән, беҙ унан риза булып йәшәнек. Берҙән-бер ҡустыбыҙ Рафаил да иркәләнеп кенә үҫте. Әсәйем биш ҡыҙы, бер улы, килен-кейәүҙәре, 15 ейән-ейәнсәре, 14 бүлә-бүләсәре, Зәкиә һеңлеһе менән бергәләп матур, мул тормошта йәшәне, һәр беребеҙҙе киң ҡолас, һый-хѳрмәт менән ҡаршы ала торғайны. Бына шулай матур итеп кенә йәшәп ятҡанда, ғәзиз кешебеҙ гүр эйәһе булып ҡалды. Ғүмер юлы үҙе бер ҡаһарманлыҡҡа тиң әсәйебеҙҙе бөтә туғандар, ауыл халҡы менән хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттыҡ. Матурлыҡ та, батырлыҡ та өлгөһө булған һоҡланғыс әсәйебеҙҙең, ҡәйнәбеҙҙең, өләсәйебеҙҙең яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙән бер ваҡытта ла юйылмаясаҡ.
Тәслимә ҒӘНИЕВА-ЖЕРДЕВА.
Белорет ҡалаһы.
ҺҮРӘТТӘ: Ботайҙа «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында әсәйебеҙ - Мәстүрә Лотфулла ҡыҙы (уртала) дирүгә һуғыу оҫталығын күрһәтте.
Оставить комментарий