Киләсәккә ышаныс менән

“Белорет рессор һәм пружина заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте - район-ҡалала тотороҡло эшләгән сәнәғәт предприятиеларының береһе. Илдәге кѳрсѳккә бирешмәй, киләсәккә ҙур пландар менән йәшәй һәм Машина эшләүселәр кѳнѳн лайыҡлы ҡаршы ала.
Бай тарихы булған предприятие бѳгѳн дә заман менән бергә атлай. 2016 йылда Белорет рессор һәм пружина заводы бѳтә күрһәткестәр буйынса ла үҫеш кисерә. 2015 йылдың аҙағында уҡ заказдар арта һәм ошоға бәйле етештереү күләме лә үҫә. Мәҫәлән, быйыл һигеҙ айҙа техник-иҡтисади күрһәткестәр буйынса сәнәғәт етештереү индексы, үткән йыл менән сағыштырғанда, 129 процент тәшкил иткән. Ә аныҡ йүнәлештәрҙе алғанда, күрһәткестәр түбәндәгесә: ҡыҙҙыртып уралған пружина - 150, һалҡын кѳйѳнсә уралған пружина - 170, рессорҙар 120 процент. Етештереү ҡеүәте артыуға бәйле, завод май айынан эшселәр ҡабул итә башлай. Һѳҙѳмтәлә предприятиела эшселәр һаны 5 процентҡа артҡан. Етештереү күләменең үҫеүе эш хаҡы артыуына ла булышлыҡ иткән. Бѳгѳн заводтағы уртаса эш хаҡы ҡала һәм республикалағы башҡа машина эшләүсе предприятиелар менән сағыштырғанда, юғары. Киләсәктә лә эш хаҡы, производствоға ҡарап, арттырыласаҡ, ти завод етәкселәре.
“Белорет рессор һәм пружина заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарыусы директоры Алексей Иванович Пахомов предприятиеның уңыштары менән уртаҡлашты:
“Элекке Бойондороҡһоҙ дәүләттәр союзы территорияһында вагон етештереүсе алдынғы “Уралвагонзавод” предприятиеһы менән контракт тѳҙѳү заказдар артыуына булышлыҡ итте. 2015 йылда уҡ инновацион вагондар ѳсѳн пружиналар эшләү һәм һынау буйынса ҙур эш атҡарылды. Беҙ һынауҙың тулы циклын үткәрҙек, федераль тимер юл транспортында мотлаҡ сертификация үтеп, тура килеү сертификатын алдыҡ. Ул инновацион пружиналарҙың күрһәткестәре Таможня союзының техник регламентына тулыһынса тап килеүен раҫлай. Әлеге ваҡытта нәҡ ошондай пружиналарға, ә был 10-лап тѳр продукция, контракт тѳҙѳйбѳҙ.
Быйыл КамАЗ компанияһы менән тығыҙ һәм үҙ-ара отошло хеҙмәттәшлекте яйға һалдыҡ. ISO/TS 16949 стандартын индереү буйынса программа эшләнек, ул беҙҙең системаның бѳтә автомобиль эшләү талаптарына яуап биреүен раҫлаясаҡ. Импортты, тәү сиратта рессор продукцияһы менән, алыштырыу программаһы буйынса эшләйбеҙ. Әле беҙ Hyundai, Iveco, MAN, Scania йѳк автомобилдәре, ауыл хужалығы техникаһы етештергән Россельмашты, Чебоксар сәнәғәт трактор агрегаттары заводын продукция менән тәьмин итәбеҙ. Ғѳмүмән, беҙҙең тауар бик үтемле.
Этаплы рәүештә индерелгән техник ҡоралландырыу программаһы етештереү күләмен арттырыуға булышлыҡ итә. Элек эшләмәй торған линияның икәүһе рессор етештереү ѳсѳн реконструкцияланды. Прокат станы производствоһына параболитик рессор ѳсѳн алынған яңы уралтыу һәм шымартыу станоктары эшләй башланы, был да хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙа сағылыш тапты.
Быйыл яңынан техник ҡоралландырыу буйынса оҙайлы программа эшләнек. Был программа буйынса рессор ҡалайҙарҙы йылытып эшкәртеү һәм буяу буйынса линиялар урынлаштырыласаҡ. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был ҡорамалдар тулыһынса автоматлаштырылған буласаҡ, был хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртыуҙа ыңғай сағыласаҡ. Яңы ҡорамалдар кеше һаулығына насар йоғонтоно ла кәметәсәк, мәҫәлән, шымартҡанда ҡалдыҡтар станокта урынлаштырылған һурҙыртҡыстарҙа йыйыла.

Киләсәккә ышаныс менән
Пружинасы Ғаяз Фәрит улы ӘБДЕЛҒАФАРОВ быйыл “Һѳнәре буйынса иң яҡшы” конкурсында еңеү яулаған. Был уның беренсе ҡаҙанышы ғына түгел, быға тиклем дә ошондай конкурста призлы урын алған.
Ғаяз Фәрит улы Әзекәй ауылында тыуһа ла, ике айҙан ғаиләһе ҡалаға күсә. Белоретта 16-сы мәктәптә белем ала, 26-сы һѳнәрселек училищеһын, Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлай.
Ғаяз Фәрит улы, юғары белемле инженер-механикмын тип, эш һайлап тормай, ҡайҙа ҡушалар, шунда эшләй. Бѳгѳн ул заводта лайыҡлы рәүештә алдынғы пружинасы исемен йѳрѳтә. Эйе, кешене урын биҙәмәй, хеҙмәт биҙәй, ти халыҡ мәҡәле. Был һүҙҙәр Ғаяз Фәрит улы хаҡында әйтелгән.


Хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү иҡтисади нәтижәлелекте үҫтереүҙә мѳһим резерв булып тора. Белгестәрҙең һѳнәри оҫталығы һәм эшлекле сифаты, яңынан уҡыу һәм белемен, тәжрибәһен камиллаштырыуға әҙерлеге машина эшләү заводының оҙайлы киләсәгенә туранан-тура йоғонто яһай. Ошоға бәйле заводта эш барышында йәштәрҙе уҡытыу программаһы ҡаралған.
Бер урында тормай, етештерелгән продукцияның номенклатураһын даими рәүештә киңәйтеүебеҙ ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Рессор етештереү буйынса ай һайын 5-8 яңы изделие үҙләштерәбеҙ, һалҡын кѳйѳнсә уралған пружина буйынса - 10, ҡыҙҙыртып уралған пружина һаны буйынса ла шул сама. Беҙҙә техник идаралыҡ кѳслѳ, заказсыларҙың һыҙымдары буйынса ғына эшләмәйбеҙ, үҙебеҙ ҙә конструкторлыҡ һәм технологик документация эшләү, металл, комплекттар юллауҙан башлап яңы тѳр продукция уйлап сығарыуға тиклем эш алып барабыҙ. Аҙаҡ тәжрибә партияһын етештереү, тулы һынау циклы, завод тикшереүҙәренән һуң сертификация үтә һәм шунан һуң ғына был партия заказсыға оҙатыла. Заказсы был деталде автомобилгә ҡуйып һынау үткәрә. Раҫлау алғандан һуң ғына тәжрибә-сәнәғәт партияһы етештерелә, ул бер иҫкәртеүһеҙ үтһә, тимәк, беҙ продукцияны етештереүгә ебәрәбеҙ.
Сифатлы тауар етештереү эше - мѳһим йүнәлештәрҙең береһе. Сифат булмаһа, заказ да булмаясаҡ. Шуға күрә лә заводта сифатты яҡшыртыу буйынса саралар күрелә. Был ѳлкәләге ҡаҙаныштарыбыҙ ISO халыҡ-ара талаптар буйынса сифат менеджменты системаһы сертификаты менән раҫланған һәм беҙҙең система халыҡ-ара стандарттарға тулыһынса тап килә.
Был ыңғай етештереү күрһәткестәре социаль йѳкләмәләрҙе үтәүгә лә булышлыҡ итә. Быйыл беҙ шефлыҡ иткән балалар лагерында заманса йыһазландырылған яңы корпус асылды. Медицина хеҙмәтләндереү планында хеҙмәткәрҙәрҙең балалары, предприятие ветерандары ѳсѳн башҡа программалар бар.
Бѳгѳн ыңғай эш һѳҙѳмтәләре тураһында һѳйләй алыуыбыҙға һәм киләсәккә ышаныс менән ҡарауыбыҙға шатбыҙ. Беҙҙең ѳлкәлә конкуренция кѳслѳ. Әммә предприятие элеккесә илдә алдынғы урында тора”.

ХЕҘМӘТЕНӘ КҮРӘ ХѲРМӘТЕ
Әлбиттә, һәр уңыштың башында аҡыллы идаралыҡ итеү һәм ойошҡан эш, намыҫлы хеҙмәт тора. Завод та, был талаптарға тоғро ҡалып, йыл һайын Машина эшләүселәр кѳнѳн юғары күрһәткестәр, еңеүҙәр менән ҡаршы ала һәм һѳнәри байрамдарын киң билдәләй.
Быйыл Башҡортостан Республикаһының машина эшләү комплексы ойошмалары араһында үткәрелгән социаль-иҡти- сади һәм профсоюздар ярышында еңеү яулап, “Белорет рессор һәм пружина заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте Дипломға, ә предприятиеның генераль директоры Иван Иванович Радченко “Йыл директоры” номинацияһына лайыҡ булды. И.И. Радченко “Башҡортостан Республикаһының сауҙа-сәнәғәт палатаһы” идара берекмәһенең “Эшҡыуарлыҡтағы ҡаҙаныштары ѳсѳн” миҙалы менән дә наградланды. Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары ѳсѳн I категориялы иҡтисадсы Валентина Васильевна Паньковаға Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды.
Фиҙаҡәр хеҙмәте һәм машина эшләүселәрҙең һѳнәри байрамы айҡанлы бер тѳркѳм хеҙмәткәрҙәр - 1-се цехтан пружинасы Вәлит Ғүмәр улы Әбделғафаров, 2-се цехтан буяусы Руфина Сәлимгәрәй ҡыҙы Вәлиуллина, ял базаһы мѳдире Инна Борисовна Григорьева, I категориялы инженер-электроник Евгений Юрьевич Зимин, 4-се участканан слесарь-инструментсы Александр Иванович Панков, 3-сѳ участканан слесарь-ремонтлаусы Виктор Иванович Ручкин, бухгалтер Анна Владимировна Ручкина, 1-се цехтан пружина етештереү буйынса цех начальнигы урынбаҫары Максим Владимирович Байбордин, һатыу бүлеге начальнигы Алексей Валерьевич Белослудцев, һатып алыу һәм дѳйѳм һорауҙар буйынса генераль директор урынбаҫары Виталий Владимирович Тарасов, пружина етештереү буйынса генераль директор урынбаҫары Игорь Юрьевич Щевелев Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының Почет грамоталары менән наградланды. Һатыу бүлеге начальнигы Александр Владимирович Байбордин, 1-се цехтан пружина етештереү буйынса цех начальнигы Алексей Вячеславович Озол, 2-се цехтан тимер преслау эшен кѳйләүсе Александр Валентинович Баранов Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының Рәхмәт хаттарын алып ҡыуанды.
Яҡшы күрһәткестәргә ирешеп, намыҫлы хеҙмәт иткән 12 эшсе муниципаль район Советының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Белорет рессор һәм пружина заводы дирекцияһы 14 эшсегә - 2 000 һум аҡса, 22 кешегә ҡиммәтле бүләк алыу ѳсѳн аҡсалата сертификат бүләк итте. Завод етәкселеге йыл да “Һѳнәре буйынса иң яҡшы” исеменә ярыш үткәрә. Быйыл ярышта еңгән 14 хеҙмәт алдынғыһына 5 000 һум күләмендә аҡсалата премия тапшырылды.

Киләсәккә ышаныс менән
Белорет рессор һәм пружина заводы етәкселеге йыл һайын “Һѳнәре буйынса иң яҡшы” конкурсы ойоштора. Инде икенсе йыл рәттән механик йыйыу эштәре слесарҙары араһында быраулаусы Рәис Рауил улы СУФИЯНОВ I урын яулай.
Аҙналы ауылында тыуып үҫкән егет армиянан һуң, 2001 йылда, заводҡа эшкә урынлаша. Эшкә сос Рәис Рауил улы намыҫлы хеҙмәте менән предприятиела абруй ҡаҙанып, яҡшы күрһәткестәргә ирешеп, уңышлы эшләп йѳрѳй. Беҙ уны һѳнәри байрамы менән ҡотлап, киләсәктә лә маҡтаулы исемдәр алып, хеҙмәтенең емешен татып эшләүен теләйбеҙ.



Белорет рессор һәм пружина заводының башҡарыусы директоры Алексей Иванович Пахомов Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновация министрлығының Почет грамотаһы, 3-сѳ участканың электромонтеры Владимир Иванович Кузьменко Рәсәй Федерацияһы Машина эшләүселәр үҙәк профсоюз комитеты президиумының “Рәсәй машина эшләүселәр профсоюзы алдындағы ҡаҙаныштары ѳсѳн” тигән күкрәк знагы, техник-конструктор Светлана Ивановна Клокова Рәсәй Профсоюздар федерацияһының Почет грамотаһы, административ-хужалыҡ бюроһы бригадиры Татьяна Владимировна Наговицина Рәсәй Федерацияһы Машина эшләүселәрҙең һѳнәри союзының Почет грамотаһы, инженер-энергетик Юлия Николаевна Копьева Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының Почет грамотаһы, 1-се цехтан эш бүлеүсеһе Инна Борисовна Ионова Башҡортостан Республикаһының Машина эшләүселәр профсоюзының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий