Шишмә яңы төҫ алды

Шишмә яңы төҫ алды
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе башланғысы менән төҙөкләндерелгән объект Инйәр халҡына ла оло ҡыуаныс килтерҙе. Бында үҙенең тәмле, таҙа һыуын кешеләргә йөҙ йылдан артыҡ өләшкән шишмә һәм уның янындағы барыһының да яратҡан ял итеү, күңел асыу урыны булған майҙан төҙөкләндерелде.
Халыҡ телендә “Ёлкин шишмәһе” тип йөрөтөлгән инеште хәҙер танырлыҡ та түгел: ул заманса материалдар менән кәртәләп алынған, ер ҡуйынынан урғылып сыҡҡан тәңгәленә ҙур диаметрлы торба ултыртылған, һыу алыу урындары ла уңайлы. Изге эш өсөн “Реаль эштәр” проектынан 230 мең һум аҡса бүленгән.Шишмә яңы төҫ алды
Үткән аҙнала, эштәр тамамланыу айҡанлы, тирә-яғы төҙөкләндерелгән шишмәне асыу тантанаһы булып үтте. Сарала төрлө быуын вәкилдәре, депутаттар, Инйәр халҡы ҡатнашты. Йола буйынса, ал таҫманы киҫкәндән һуң йыйылыусылар шишмә һыуынан ауыҙ итте. Уларҙы шифалы һыу менән Ёлкиндарҙың йәш быуыны - ейәнсәрҙәре Ольга һәм бүләсәрҙәре Варвара Челищевалар һыйланы. Һуңынан һүҙҙе Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мөфтәхетдинов алды.
- Утыҙға яҡын милләт вәкиле йәшәгән Инйәрҙә ҙур байрам. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты шишмәне төҙөкләндереп, уның тирә-яғын матурларға ярҙам итте. Партия халыҡты буш вәғәҙәләр менән ышандырмай, ә реаль эштәр тәҡдим итә. Күп йылдар дауамында халыҡтың мөрәжәғәте буйынса ауыл хакимиәте, депутаттар төрлө инстанцияларға шишмәне төҙөкләндереүҙе һорап мөрәжәғәт иттек. Йә аҡса булманы, йә башҡа сәбәптәр килеп сығып торҙо һәм, ниһайәт, маҡсатыбыҙға ирештек. Быйыл депутаттар Советы, хакимиәт ҡарары менән объектты “Реаль эштәр” проектына индерҙек, эш ҡуҙғалды. Өс аҙнала Ёлкин шишмәһе әҙер булды. Төҙөкләндереүҙә кәңәштәрен биргән ауыл халҡына, Андрей Арляпов етәкселегендәге “4АиКо” йәмғиәтенә, Николай Лапёнков, Андрей Акатьев, Рәфил Иҙрисов, Радик Рәхмәтуллинға, “Александровский карьер”етәкселегенә, Инйәр урман ху- жалығына, Нур Зариповҡа, йәмәғәт контроленә, отец Романға, Инйәр мәҙәниәт йорто директоры Ольга Овчинниковаға, коллективына һәм башҡаларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ошондай изге эш өсөн ваҡытын йәлләмәне улар. Бер быуаттан ашыу саф һыуы менән ҡыуандырған инешебеҙ тағы күп йылдар кешеләргә хеҙмәт итәсәк, барыһын да үҙенә әйҙәп торасаҡ. Был - беҙҙең өсөн иҫтәлекле ваҡиға, - тип, хакимиәт башлығы ауылдаштарының уртаҡ шатлығын бел- дерҙе.
Халыҡ алдында сығыш яһаған “4АиКо” йәмғиәте етәксеһе Андрей Арляпов, отец Роман, Ёлкиндар нәҫелен дауам итеүсе Ольга Челищева һәм башҡалар шишмәне артабан да таҙалыҡта, тәртиптә тоторға өндәне. Инйәр мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тантананы матур бер тамаша итеп алып барҙы.
Сылтырап ағып ятҡан инеште Петр Яковлевич Ёлкин беренселәрҙән булып таҙартып ала, уның һыуын эсә. Унан һуң Леонид Ёлкин атаһының эшен дауам итә. Ауыл халҡы саф шишмә һыуын эсеп кенә ҡалмай, Крещениела ҡойонорға килә, килендәр ҙә ошонан һыу башлай. Тимәк, Ёлкиндарҙың хеҙмәте бушҡа китмәгән. Ёлкин шишмәһе инйәрҙәрҙе генә түгел, район халҡын да оҙаҡ йылдар ҡыуандырасаҡ әле.
Был көндө изге эште башҡарыусы һәр кемгә рәхмәт әйткәндәй, шишмә лә сылтыр тауышын яңыртып, ағыуын дауам итте. Әйтерһең, ошондай күркәм эште матурлыҡта, таҙалыҡта һаҡлап тоторға өндәй ине.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий