"Реаль эштәр" кѳнүҙәк проблемаларҙы хәл итә

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты халыҡты борсоған тѳҙѳкләндереү, социаль әһәмиәттәге объекттарҙы ремонтлау, урамдарға электр уты, һыу үткәреү кеүек кѳнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Был проект тормошҡа ашырыла башлау менән район-ҡалала күп эштәр башҡарылды. Мәҫәлән, 2015 йылда Үҙән ауылы мәктәбендә электр ҡорамалдарына капиталь ремонт эшләү ѳсѳн - 2,741 млн. һум, 18-се мәктәптең йылылыҡ селтәрен капиталь ремонтлауға 1,337 млн. һум, Олойылға мәктәбенең ҡыйығын ябыуға 851,4 мең һум, ҡаланың Тюленин урамында яҡтыртыу эштәренә 1,501 млн. һум аҡса тотонолған. Быйыл “Реаль эштәр” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында муниципаль районға 8 млн. һумдан ашыу аҡса бүленгән, шул иҫәптән республика бюджетынан 3,7 млн. һум, урындағы бюджеттан 4 млн. һумдан ашыу. Был аҡсаны ниндәй маҡсатта ҡулланыуҙы йыйылыштарҙа халыҡ үҙе хәл итә.

ЯҠТЫЛЫҠ ҮТТЕ
"Реаль эштәр" кѳнүҙәк проблемаларҙы хәл итә
15 сентябрҙә Белорет металлургия комбинаты туҡталышы янында Блюхер урамында яҡтыртыу ҡорамалдарының сафҡа инеүенә бағышланған сара үтте.
Сараға ҡала яҙмышына битараф бул- маған белореттар йыйылды. Ҡала баш- лығы Сергей Поляков “Реаль эштәр” про- ектын тормошҡа ашырыу барышы менән таныштырҙы.

ҺЫУ КИЛДЕ
"Реаль эштәр" кѳнүҙәк проблемаларҙы хәл итәОшо уҡ кѳндѳ Тимер юл ауылында ла ҡыуаныслы ваҡиға булды: Михайловка урамына һыу килде - колонка асылды.
- Был урамда 50-гә яҡын ѳй бар, кү- беһендә пенсионерҙар йәшәй. Әммә һыу үткәрелмәгән ине. Халыҡ һыуһыҙ интегеп йәшәне, күптәр кәртәләрендә ко- лонка ҡаҙҙыртып алды. Зыярат һәм ҡала сүплегенең яҡында ғына урынлашыуы ҡоҙоҡтарҙағы һыуҙың сифатына шик тыуҙыра ине. Урамға үҙәкләштерелгән һыу килеүе был проблеманы хәл итте. “Реаль эштәр” проектын тормошҡа ашырып, беҙ күрше урамдан 130 метр оҙонлоғондағы һыу үткәргес һуҙҙыҡ һәм колонка ҡуйҙыҡ. Был тѳҙѳлѳшкә 176 мең һум аҡса тотонолдо. Тѳҙѳлѳш эштәрен “Энерготехстрой” предприятиеһы ҡыҫҡа ваҡытта атҡарып сыҡты. Әлеге ваҡытта ошо колонканан йорттарына һыу үткәрергә теләк белде- реп мѳрәжәғәт итеүселәр бар. Ауыл үҫә, шуға ла бѳгѳн беҙҙә яңы һыу йыйыусы станция тѳҙѳү ихтыяжы бар. Был проблема киләсәктә хәл ителер тип уйлайым, - ти Тимер юл ауыл хакимиәте башлығы Олеся Борисенко.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий