Ул шәхес тәрбиәләй

Ул шәхес  тәрбиәләй
Көн дә иртәнсәк балалар баҡсаһына килгән кескәйҙәрҙең шат йөҙҙәрен күреү, тауыштарын ишетеү, “апай, апай” тип килеп ҡосаҡлап алыуҙары, ата-әсәһенең үҙҙәренә ниндәй яңы уйынсыҡтар, китаптар һатып алыуы тураһындағы һуңғы яңылыҡтары, шатлыҡтары менән уртаҡлашыуы, тәрбиәсенең эш ваҡытында балаларҙы ҡарап тороусы ғына түгел, ә сабыйҙы үҫтереүсе, тирә-яҡ мөхиткә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүсе, аҡылын камиллаштырыусы, тәртипкә өйрәтеүсе, йәиһә бәләкәсте шәхес итеп формалаштырыусы кеше икәнлегенә тағы ла нығыраҡ инанаһың. Ә инде баҡсаға бала теләп йөрөй икән, өйҙә яратҡан тәрбиәселәрен телгә алып, уның менән нимәләр эшләгәнен өйҙәгеләргә һөйләп, ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙҙәрен ишеткән тәрбиәсе өсөн был юғары баһа.
Ҡаланың “Тирмәкәй” 25-се балалар баҡсаһына ла кескәйҙәр бик теләп йөрөй, сөнки бында үҙ эшен яратып башҡарған, иғтибарлы, тәжрибәле тәрбиәселәр эшләй. Иркен бүлмәләрҙәге бөхтәлек, тейешле шарттар, унда эшләгәндәрҙең ихласлығы балаларҙы ғына түгел, хеҙмәт- кәрҙәрҙең үҙҙәрен дә тартып тора. Бында йәш, ижади коллектив тупланған. Баҡсала стажлы педагогтар ҙа, яңы хеҙмәт юлын башлаусылар ҙа ең һыҙғанып хеҙмәт көнөн үтә. Йылы, матур балалар баҡсаһы бөгөн тышҡы, эске яҡтан да ялт итеп тора. Күп бала йөрөүгә ҡарамаҫтан, һәр бүлмәлә тәртип, таҙалыҡ хөкөм һөрә. Баҡса биләмәһе гөл-сәскәгә күмелгән.
30 йылға яҡын стажы булған, шуның 20 йылын мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған тәрбиәсе Ғәсимә Рәшит ҡыҙы Орел көн дә яратҡан эшенә ашыға. Тәжрибәле тәрбиәсе бына инде нисәмә йыл “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһында бар күңелен һалып эшләй, һәр бер бала менән һөйләшә белә, иркәләтеп тә ебәрә, кәрәк саҡта киҫәтеп тә ала. Татлы ауылында тыуып үҫкән Ғәсимә Рәшит ҡыҙы Белорет педагогия училищеһының мәктәпкәсә белем биреү бүлеген тамамлағандан һуң ең һыҙғанып эшкә тотона. Башҡорт балалар баҡсаһында эшләүенә лә 5 йыл булып киткән, милли мөхиттә тәрбиәләнгән балалар менән рәхәтләнеп, үҙ телебеҙҙә аралашып, бар күңелен һалып эшләй ул. Ғәсимә Орел яңы балалар баҡсаһына аяҡ баҫҡан кескәйҙәрҙең яҡын кешеһенә, яратҡан тәрбиәсеһенә әйләнә. Кескәйҙәр ҙә, ата- әсәләр ҙә тәрбиәселәренә тиҙ өйрәнә, башҡорт балалар баҡсаһында ла инде икенсе сығарылышты мәктәпкә әҙерләүҙә бар көсөн һала. Дәрестәре лә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп ҡоролған. Һәр эшкә ижади, яуаплы ҡарауы, бөтә оҫталығын һалып башҡарыуы, бөтә нәмәгә етди иғтибар бүлеүе балаларға оҡшай.
Педагогик коллектив төрлө кешеләрҙән тора: кемдер нимәлер уйлап сыға- ра, берәүҙәр әйткәнде үтәй, өсөнсөләр ҡушылыуҙы хуп күрә. “Тирмәкәй” балалар баҡсаһына килеп, Ғәсимә Рәшит ҡыҙы ла педагогик эшмәкәрлеген ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Ул бер урында торорға яратмай, сараларҙың да төп ойоштороусыларының береһе. Йәштәргә остаз булыуы, тәжрибәһе менән уртаҡлашыуы, ҡыҙыҡлы, фәһемле яңылыҡтар уйлап сығарыуы менән дә айырылып тора. Һөнәри үҫешен камиллаштырыу өсөн Ғәсимә Рәшит ҡыҙы педагогик сәғәттәр үткәрә, мәктәпкәсә белем биреү программаһын өйрәнә, конкурстарҙа, семинарҙарҙа ҡатнаша. Ул эш барышында барыһына ла яҡшы кәйеф бүләк итергә ынтыла. “Бал ҡорто” өлкәндәр төркөмөнә йөрөгән кескәйҙәрҙең район, республика, халыҡ-ара конкурс- олимпиадаларҙа, викториналарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулауы, тәжрибәле тәрбиәсенең эш һөҙөмтәһе ул. Балалар менән эшләй белмәйенсә, тейешле уңыштарға ирешеп булмай, әлбиттә. Бының өсөн көс тә, сабырлыҡ та талап ителә.
Улар балаға донъя тураһында тәүге һабаҡтарҙы биреүсе, шуға ла йәмғиәтебеҙҙә тәрбиәселәр роле лә, уларға ҡарата талаптар ҙа йылдан-йыл арта, ҡағиҙәләр, тәртиптәр ҙә үҙгәреп тора. Мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар заманында тәрбиәселәргә дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн дә көс һалырға кәрәк. Дәрестәрҙең бер өлөшөн презентация, әңгәмә рәүешендә үткәрергә тырыша Ғәсимә Рәшит ҡыҙы. Уның “Тылсымлы ҡулдар” түңәрәген дә балалар көтөп ала. Үҙ төркөмөндә балалар менән эшләүҙең экологик йүнәлешен һайлаған. Кескәй экологтар тәбиғәтте, ер- һыуҙы, уратып алған мөхитте һаҡларға, ҡәҙер итергә өйрәнә, тәжрибәләр үткәрә. Һәр төркөмдә төрлө йүнәлеш буйынса мини-музей булдырылған. Ғәсимә Рәшит ҡыҙы ла тәрбиәләнеүселәре менән бергәләп “Көнъяҡ Уралдың таштары һәм минералдары” тигән мөйөш эшләгән, коллекциялары төрлө таштар, минералдар менән тулылана бара.
Ғәсимә Рәшит ҡыҙын кескәйҙәр ҙә, ата- әсәләр ҙә, коллегалары ла ихтирам итә. Уның тураһында балалар баҡсаһы мөдире Таңсулпан Бүләкбаева ла, өлкән тәрбиәсе Миләүшә Әхмәтнурова ла йылы фекерҙә. Заман менән бергә атлаған, эшендә яңылыҡтар индереп, дәрестәрен мауыҡтырғыс итеп үткәргән, йәштәрҙе лә алға әйҙәгән Ғәсимә Рәшит ҡыҙы кеүек педагогтар күп булғанда, беҙ ҙә балаларыбыҙҙы уларҙың ҡулына тыныс күңел менән ҡалдырып китә алабыҙ.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий