Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ

Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ
Уҡытыусы - Ватанабыҙҙың киләсәген тәрбиәләүсе, ил ғорурлығы һәм таянысы. Балаларға белем биреү менән бер рәттән улар кешене шәхес итеп тәрбиәләүҙә лә ҙур роль уйнай. Ҙур асыштар яһаусы ғалим, сәхнәләрҙе балҡытыусы артист, Йыһан киңлеген гиҙеүсе космонавт, төҙөүсе, игенсе булһынмы - бөтәһе лә уҡытыусыға бурыслы.
Уҡытыусылар көнө уңайынан ҡала-район педагогтары, ғүмерҙәрен ошо изге һөнәргә бағышлаған мәғариф ветерандары ҡаланың 14-се гимназияһына матур сараға йыйылды. Байрам көнөндә ғәҙәттә оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгән ветерандарҙы, хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләйҙәр. Был юлы ла матур йола теүәл үтәлде. Ҡала-район етәкселеге бер төркөм уҡытыусы һәм тәрбиәселәргә маҡтаулы хеҙмәттәре өсөн Рәсәй, республика һәм район наградаларын тапшырҙы, лайыҡлы хеҙмәттәре өсөн мәғариф ветерандары, юбилейҙарын билдәләгән педагогтар, профсоюз өлкәһендә ҙур эш башҡарған хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде.
Йыл да мәктәпкәсә белем биреү һәм төп белем биреү учреждениелары төрлө конкурстарҙа, фе- стивалдәрҙә, олимпидаларҙа үҙҙәрен һынап ҡарай һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Ҡаланың 2-се балалар баҡсаһы “Иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы-2015” Бөтә Рәсәй фестива- лендә ҡатнашып, лауреат булды һәм “Иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы” исемен лайыҡлы йөрөтә.
Өҫтәмә белем биреү педагогтары ла балалар тормошонда мөһим роль уйнай. Балалар улар ярҙамында үҙҙәрен ижади яҡтан үҫтерә, спортты үҙ итә, буш ваҡыттарын дөрөҫ ойоштора. Был көндө өҫтәмә белем биреү учреждениелары, педагогтары ла билдәләнде. Быйыл Белорет ерендә география уҡытыусыларының I слеты үтте. Республиканың 40-лаған мәктәбе ҡатнашҡан слетта район-ҡала уҡытыусылары намыҫлы сығыш яһаны. Ошо уңайҙан “Уҡыусылар араһында туристик-крайҙы өйрәнеү эшен үҫтереүҙә өлөш индергәне өсөн” ҡаланың Туризм үҙәге һәм бер нисә педагог Республика Йәмәғәт палатаһының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Республика Хөкүмәте бойороғо менән иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары исемлегенә ингән 14-се гимназияның рус теле уҡытыусыһы С.А. Копытоваға, “Иң яҡшы уҡы- тыусы” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре - шул уҡ гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А.Н. Марачок һәм тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы М.А. Евстифеева аҡсалата грант алды һәм тантаналы шарттарҙа Өфөлә бүләкләнде.
Яныбай Хамматов исемендәге гимназияның юғары категориялы уҡытыусыһы С.М. Ҡаһарманова, 14-се гимназия уҡытыусыһы Е.Б. Хәсәнова, ҡала лицей-интернаты директоры урынбаҫары М.И. Минниғәлиева, Боғанаҡ балалар баҡсаһы мөдире Г.П. Желнина, Инйәрҙең 1-се мәктәбе ди- ректоры урынбаҫары Р.М. Ғәликәева, 29-сы бала- лар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе О.А. Желнина, 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе И.А. Сәфәрғәлиева “Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса Почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтау- лы исемгә лайыҡ булды.
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамо- талары 21-се мәктәптең тарих һәм йәмғиәтте өй- рәнеү фәне уҡытыусыһы Э.С. Сафиуллина, 17-се гимназия директоры урынбаҫары И.Ғ. Шәғәлина, 20-се мәктәптең информатика уҡытыусыһы А.В. Рыжов, ҡаланың 1-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең йөҙөү буйынса тренер-преподавателе Д.А. Назаренко, 19-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Л.И. Горбунова, 14-се гимназияның физика уҡытыусыһы М.Б. Казанцеваға бирелде.
Сосновка мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы И.И. Әбсәләмова, 16-сы мәктәп- тең директоры урынбаҫары Н.В. Ғиниәтуллина, 8-се мәктәп уҡытыусыһы Н.В. Мишанова, 20-се мәктәп Д.П. Пермяков, 13-сө мәктәптән юғары категориялы уҡытыусы С.Б. Шәғәлиева, 23- сө балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе С.П. Вербицкая, 3-сө балалар баҡсаһының музыка етәксеһе О.Н. Леванина, 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе М.С. Нәбиуллина һәм район мәғариф идаралығы методисы Н.Ю. Зинченко “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” күкрәк знагына лайыҡ булды. Ә 20-се мәктәптән Е.И. Архиповаға, Инйәрҙең 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы М.Н. Әсәҙуллинаға, мәғариф идаралығы методисы Т.Н. Байковаға, Ишле мәктәбе уҡыты- усыһы Л.И. Зиброваға, 17-се гимназиянан В.А. Перминоваға, Үҙән балалар баҡсаһы мөдире Т.Л. Лавреноваға, 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Н.М. Карповаға, 31-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Е.В. Дамбровскаяға, Сермән мәктәбе уҡытыусылары - Э.Т. Аҡкужинаға һәм А.Р. Мөхәмәтйәновҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары тапшырылды.
Хакимиәт башлығы премияһына Яныбай Хамматов исемендәге гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Г.Г. Сәлихова, 20-се мәктәптән башланғыс кластар уҡытыусыһы С.А. Буйских, 24-се балалар баҡсаһынан уҡытыусы-дефектолог Н.Е. Курочкина, 19-сы балалар баҡсаһынан уҡытыусы-логопед Л.В. Васильева, 17-се гимназиянан география уҡытыусыһы Г.Т. Ғимранова һәм рус теле уҡытыусыһы Ю.М. Каледина, 3-сө мәктәптең һыҙма дәресе уҡытыусыһы Е.Б. Миронова, 21-сенән рус теле уҡытыусыһы Г.Б. Хәбирова, Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Т.Ю. Калинчева лайыҡ булды. Ә Шығай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Г.Ғ. Сәхәүетдиноваға Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов исемендәге премия тапшырылды
Байрам тантанаһы 14-се гимназия уҡыусыла- ры, өҫтәмә белем биреү педагогтары көсө менән әҙерләнгән концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Тантаналы сарала балаларҙың сағыу сығыштарын, дәртле йырҙарын тыңлап, уҡытыусылары ла ғорурланып ултырғандыр. Был балаларҙың һәләтен үҫтереүҙә уларҙың роле, һис шикһеҙ, баһалап бөткөһөҙ.
ҺҮРӘТТӘ: бүләкләнеүселәр (һулдан уңға) - С.Б. Шәғәлиева, Э.С. Сафиуллина, М.С. Нәбиуллина, И.И. Әбсәләмова, С.М. Ҡаһарманова һәм Г.Г. Сәлихова.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий