«Юлдаш» радиоһы еңеүселәрҙе ҡотланы

«Юлдаш» радиоһы еңеүселәрҙе ҡотланы
«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы Халыҡ-ара ололар кѳнѳнә арнап, «Онотолмаҫ тәүге осрашыу» исемле бәйге иғлан иткәйне. Конкурс шарттарына ярашлы, ярты быуат бергә йәшәгән парҙар үҙҙәренең тәүге осрашыуы тураһында хәтирәләре менән бүлешеп, фотоларын ебәрергә тейеш ине. Иң ҡыҙыҡлы тарих радио тыңлаусылар ҡуйған лайктар аша билдәләнде.
Үҙ ауылдаштарын конкурста ҡатнаштырыу идеяһын Лариса Иҫәнбаева күтәреп сыға. Ул «Юлдаш» радиоһы тѳркѳмѳндәге иғланды күреп ҡалыу менән ауылдаштары, быйыл бергә йәшәүҙәренең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк, татыу ғүмер итеүҙәре, ѳлгѳлѳ ғаилә тормошо менән бар район халҡына үрнәк булып торған Сиражетдиновтарҙың фотоһын ошо конкурсҡа ебәрергә тип тәҡдим итә. Мәҙәниәт, музей хеҙмәткәрҙәре оҙаҡ уйлап тормай, тиҙ арала мәҡәлә яҙып ебәрә һәм барлыҡ ауылдаштарын, туғандарын-таныштарын был ғаилә ѳсѳн Интернет селтәре аша тауыш бирергә саҡыра.
Еңеүселәр 3 октябрҙә «Иртәнсәккәй тороп» тапшырыуында иғлан ителде. Был ҡыҙыҡлы конкурста бѳтәһе 3100 тауыш йыйып, Зифа апай менән Солтан ағай Сиражетдиновтар ғаиләһе еңеүсе тип табылды. Республиканың конкурста ҡатнашҡан 37 ғаиләһе араһынан яҡташтарыбыҙҙың иң күп тауыш йыйыуы бар Сермән халҡына ҡыуаныслы ваҡиға булды. «Онотолмаҫ тәүге осрашыу» акцияһы еңеүселәрен тәбрикләү өсөн «Юлдаш» радиоһы һәм БСТ каналының ижади тѳркѳмѳ Сермән ауылына килде. Ҡунаҡтарҙы «Хәтирә» фольклор ансамбле, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йола буйынса йыр-бейеү менән ҡаршы алды, фойела тѳрлѳ ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйҙы.
Юбилярҙарҙы сәхнә түренә саҡырып, тантаналы рәүештә тәбрик иттеләр. Улар «Юлдаш» радиоһының стена сәғәте һәм «Танып» шифаханаһына юллама менән бүләкләнде.
Бергә йәшәүҙәренең 60 йыллығын билдәләргә йыйынған юбилярҙар - Зифа һәм Солтан Сиражетдиновтарҙы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев та ҡотланы һәм Республика Башлығы Рѳстәм Зәки улы Хәмитов, муниципаль район хакимиәте исеменән бүләктәр тапшырҙы. «Юлдаш»тар матур байрам сараһына килгәндәрҙе йыр-моң, уйын-кѳлкѳлѳ тамаша менән ҡыуандырҙы.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий