Ғүмерҙәренең алтын миҙгеле

Ғүмерҙәренең алтын миҙгеле
Халыҡта “Әсәһен күр ҙә ҡыҙын ал, атаһын күр ҙә улын ал” тигән әйтем бар. Әхмәрҙә ғүмер кисергән Әнисә Һиҙиәт ҡыҙы һәм Барый Нөғәмән улы Сәйетовтар ғаиләһе менән танышҡандан һуң ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына тағы бер ҡат инанаһың.
Хәҙерге ҡатмарлы заманда атай-әсәйҙәре йәшәү өлгөһө булған ғаиләләр аҙым һайын осрап тормай. Бында атай- әсәй ҙә, балалар ҙа бәхет тәмен, йәшәү йәмен татый. Был йәһәттән 50 йыл иңгә-иң терәп, матур ғүмер кисергән аҡһаҡал менән ағинәйгә көнләшергә генә ҡала. Аҡыллы, тәүфиҡлы, итәғәтле балалар тәрбиәләп үҫтереү үҙе батырлыҡҡа тиң. Хәҙер инде Рәйсә ҡыҙҙары, Ринат, Ғәҙел улдары үҙҙәре өлгөлө әсәй, атай булып донъя көтә, бөтәһе лә атай-әсәй ярҙамы менән иркен, заманға яраҡлаштырылған йорт һалып ингән. Олатай-өләсәй, атай- әсәй өлгөһөндә һәм тәрбиәһендә үҫкән балалары ла төрлө еңеүҙәре, уңыштары менән һөйөндөрә. Аҡыллы балалар үҫтереү серен Барый ағай былай аңлата:
- Бала тәрбиәләүҙә иң мөһиме - атай- әсәй абруйы. Ниндәй ауыр йылдарҙа әсәйебеҙ беҙҙе кәм-хур итмәй, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙе, белем һәм тәрбиә бирҙе. Беҙҙең өсөн уның абруйы ҙур булды. Бер ваҡытта ла уның алдында тәмәке тартманым, эсмәнем. Хәҙер үҙемдең балалар ҙа шулай. Бала күңеленә ниндәй орлоҡ һалһаң, шул шытып сыға инде. Аллаға шөкөр, балалар ҙа, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә ҡыуандырып тора. Шуға ла йәшәгәндән йәшәге килә, ҡартлыҡ тураһында уйламайһың да.
- Бәхетле ҡартлыҡтың нигеҙе - бер-береңде хөрмәт итеп, бер-берең менән аңлашып йәшәүҙә инде, - тип дауам итә 70 йәшен билдәләгән Әнисә Һиҙиәт ҡыҙы. - Тормош арбаһы бергә егелеп тартҡанда ғына алға тәгәрәй. Бигерәк тә хәҙерге йәштәр ғаилә ҡороуға еңел-елпе ҡарай. Шунлыҡтан күпме бала зыян күрә. Балаларыбыҙға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Беҙҙең дә улар ыңғайына дәртләнеп йәшәп ятҡан көнөбөҙ. Икебеҙ ҙә “Наза” фольклор ансамбленә йөрөйбөҙ. Ағайығыҙ гармун уйнай, мин йырлайым да, бейейем дә, таҡмағын да әйтәм. Бигерәк күңелле йәшәйбеҙ! Кейәү-килендәрҙән генә түгел, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙан да уңдыҡ. Бергәләп эшләйбеҙ ҙә, ял да итәбеҙ, төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. Элгәре бесәнгә лә гармун менән йөрөй торғайныҡ.
Был һүҙҙәрҙе юбилярҙарҙың ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары Лидия һәм Искәндәр Ағзамовтар ҙа дәлилләп: "Илдар улыбыҙ менән Рәйсә киленебеҙҙең аҡыллы, тәүфиҡлы, уңған булыуҙарына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Үҙҙәре кеүек аҡыллы, оҫта ҡуллы, йыр-моңға ғашиҡ балалар үҫтерәләр. Ейәнсәребеҙ Илнара менән ейәнебеҙ Радмир беҙҙе еңеүҙәре, уңыштары менән һөйөндөрә. Шундай шәп ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙ булыуға Хоҙай Тәғәләгә рәхмәттәр әйтеп йәшәйбеҙ. Бөтә балаларына ла йорт һалыштылар. Үҙҙәре бигерәк йор һүҙле, дәртлеләр. Беҙ уларҙы юбилейҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да һәммәбеҙгә лә дәрт-дарман өҫтәп, иҫәнлектә-һаулыҡта, бәхетле оҙон ғүмер кисерһендәр", - тиҙәр.
Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған юбилярҙарҙы мәҙәниәт йортонда ололап һәм хөрмәтләп ҡотланылар, йыр-бейеү, шиғырҙар бүләк иттеләр. Ауыл старостаһы Нажия Динислам ҡыҙы Вәлиева Әнисә Һиҙиәт ҡыҙының 70 йәше, никахтарының алтын юбилейы айҡанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы.
Юбилярҙарҙың хеҙмәт юлы ла маҡтау һәм хөрмәткә лайыҡ. Әнисә апай пионервожатый, китапханасы булып эшләп ала. Белоретҡа күсеп барғас, металлургия комбинатының мартен цехында 15 йыл маҡтаулы эшләп, 45 йәштән хаҡлы ялға китә. Ә Барый ағай хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Ҡарайылға, Әзекәй, Әхмәр мәктәптәрендә уҡыта. Ҡаланың 18-се мәктәбендә эшләп алғандан һуң Әнисә апай янына мартен цехына урынлаша. Партия ағзаһы булараҡ, Белоретта КПСС- тың ҡала комитетында эшләп килгән марксизм-ленинизм университетын тамамлай. Ғүмер юлында яуаплы вазифалар башҡарырға тура килә. Район-ара базала Әнәс Нөғәмән улы Шәйәхмәтов менән бергә эшләгән йылдарын һағынып иҫкә ала аҡһаҡал. “Хеҙмәт ветераны”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы” таныҡлыҡтарын, Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай улар. Барый ағайҙың фотоһы һәр саҡ Почет таҡтаһында тора.
Бирҙеғолда тыуып, Татлыла үҫкән Әнисә Һиҙиәт ҡыҙы менән Ҡоҙғон-Әхмәр егете Барый Нөғәмән улы Сәйетовтарҙың, ҡайғыһын да, шатлығын да бер итеп, һоҡланғыс ғүмер кисереүҙәренә 50 йыл булып киткән. Тарих төпкөлөнән ҡарағанда, был һан күп тә түгел, ә кеше ғүмере менән иҫәпләгәндә - оло, мәртәбәле дата. Уларҙың бриллиант туйға барып етеүҙәренә лә шик юҡ, сөнки улар ҡартлыҡты көтөп ятмай, йәшлекте ҡыуып бара.
Эйе, Барый ағай менән Әнисә апай кеүек кешеләр менән йәшәйешебеҙ, тормошобоҙ йәмләнә һәм йәнләнә лә инде.
Зѳлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.
ҺҮРӘТТӘ: алтын көҙҙә - алтын туй.
Оставить комментарий