Вымпел - Үрге Әүжәндә

Вымпел - Үрге Әүжәндә
Граждандарҙы хәрби иҫәпкә алыу буйынса ауыл хакимиәттәре һәм ойошма- предприятиелар араһында йыл да смотр- конкурс үткәрелә. Муниципаль район хакимиәтендә запаста торған граждандарҙы хәрби иҫәпкә һәм бронгә алыуҙы ойоштороу, 2016 йылға йомғаҡ яһау буйынса үткән кәңәшмә смотр-конкурста еңгәндәрҙе тәбрикләү менән башланды.
Быйылғы һѳҙѳмтәләр буйынса, ауыл хакимиәттәре араһында Үрге Әүжән ауыл хакимиәте I урынға сыҡты. II һәм III урындарға Тирлән һәм Сермән ауыл хакимиәттәре лайыҡ булды. Ойошмалар араһында “Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы” учреждениеһы - I, “Пугачев карьеры” йәмғиәте - II, “Асы” шифаханаһы III урындарҙы алды. Еңеүселәргә күсмә вымпелдар һәм диплом тапшырылды.
Конкурс һѳҙѳмтәһе буйынса яҡшы күрһәткестәргә ирешкән белгестәр ҙә айырым билдәләнде. Шулай итеп, I урын Үрге Әүжән ауыл хакимиәтендә эшләгән белгес Николай Иванович Горбатовҡа, “Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы” учреждениеһы белгесе Оксана Вячеславовна Юхинаға - I, Тирлән ауыл хакимиәте белгесе Ирина Владимировна Пантелееваға, “Пугачев карьеры” йәмғиәте белгесе Юлия Викторовна Бобылеваға - II, Сермән ауыл хакимиәте белгесе Фәнисә Фазыл ҡыҙы Йәмиловаға, “Асы” шифаханаһы белгесе Гѳлназ Алмаз ҡыҙы Баймѳхәмәтоваға III дәрәжәле Дипломдар тапшырылды. Мәғариф идаралығынан Татьяна Николаевна Байкова, “Белоречье” шифахана-профилакторийынан Наталья Александровна Фадеева, Белорет медицина колледжынан Рита Марат ҡыҙы Арсланбаева, Ҡағы ауыл хакимиәтенән Татьяна Константиновна Борисова, Инйәр ауыл хакимиәтенән Раушания Марат ҡыҙы Ғәлина, Йѳйәк ауыл хакимиәтенән Ғәзимә Сәхиулла ҡыҙы Мырҙағилдина граждандарҙы хәрби иҫәпкә һәм бронгә алыу эшен яҡшы ойошторған ѳсѳн Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Урындарҙа хәрби иҫәп алып барған белгестәрҙең хеҙмәте күҙгә салынмаһа ла, улар илебеҙ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса мѳһим эш алып бара.
Артабан кәңәшмәлә һүҙ граждандарҙы хәрби иҫәпкә алыу эшендәге яңылыҡтар тураһында барҙы.
Рәмилә МУСИНА.


Оставить комментарий