Уңайлы ла, хәүефле лә

Газ - файҙаланыу ѳсѳн уңайлы яғыулыҡ, әммә уның менән һаҡһыҙ эш итеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү күңелһеҙ тамамлана. Үткән аҙнала муниципаль район хакимиәтендә Газ хәүефһеҙлеге айлығына арналған кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Айлыҡтың йылытыу миҙгеле башланғас үткәрелеүе лә осраҡлы түгел, нәҡ ошо ваҡытта бѳтәһе лә ѳйҙәрен газ менән йылыта башлай һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтмәгәндәр ѳсѳн уның фажиғәле тамамланыуы ла бар.
“Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәтенең Белореттағы филиалы директоры Д. М. Шафиҡов сығышында газ менән файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында газ шартлауы, янғын сығыуы, кешеләрҙең газға ағыуланып үлеүе кеүек хәлдәрҙең артыуына миҫалдар килтереп һѳйләне. Газға бәйле килеп тыуған хәл-ваҡиғаларҙың 95-98 проценты торлаҡ йорттарға тура килә. Элек ҡулланыусыларға һатылған газ баллондары хәүефһеҙлек буйынса етди контроль үтһә, әлеге ваҡытта, был эш менән икенсе предприятиеның шѳғѳлләнеүенә бәйле, контроль етешмәүенә борсолоу белдерҙе етәксе. Яңы технологиялар буйынса тарттырып түшәм эшләгәндәр ҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәй, шуға бындай ремонттың да насар тамамланыуы ихтимал. Биналарға капиталь ремонт эштәре лә газ хеҙмәте белгестәре күҙәтеүендә башҡарылырға тейеш.
Кәңәшмәлә газ селтәрҙәре һәм приборҙарының торошо, уларҙы ҡулланыуҙа контролде арттырыу, техник күҙәтеү сифаты тураһында һүҙ барҙы.
Рәсәйҙә 2014 йылда биш тапҡыр газ шартлаған һәм уларҙа - 6, 2015 йылда алты осраҡ теркәлгән, 10 кеше һәләк булған. Бындай хәлдәр республикала ла йыш теркәлә. Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ ѳсѳн һәм кем хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә бурыслы.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий