Беҙҙең ғорурлыҡ

Беҙҙең ғорурлыҡ
Яҡташтары уның менән хаҡлы ғорурлана, сөнки ул тыуған яғын сикһеҙ яратҡан кеше. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, рәссам Фәйзрахман Абдрахман улы Исмәғилев әле лә тынғыһыҙ ижади тормош менән йәшәй. Былтыр ул, Ололар көнөнә арнап, Йөйәк урта мәктәбендә картиналарынан шәхси күргәҙмә ойоштороп ҡыуандырғайны.
Быйыл да Фәйзрахман Абдрахман улы мәктәптә сираттағы күргәҙмәһен асты. Күргәҙмә рәссамдың төрлө йылдарҙа ижад иткән билдәле картиналарынан тора. Һуғыш темаһына арналған “Йылға буйында” картинаһы берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Картинала өләсәһе Емеш әбей менән улы Юлай яр буйында ултыра. Ошондай гүзәл тормош өсөн яу яланында башын һалған Яҡуп олатаһының пилоткаһын кейеп алған малай быуындар күсәгилешлеген һынландыра. Байтаҡ картиналар үткән быуат аҙағындағы ҡатмарлы ваҡиғалар тәьҫирендә тыуған. “Өйөрмә”, “Великандар” шуларҙан булһа, “Эйәр” картинаһындағы атһыҙ, һыбайлыһыҙ эйәр башҡорт ауылының киләсәге генә түгел, милләт киләсәге өсөн дә борсолоу нигеҙендә ижад ителгән. Күрше ауылда күп малайлы еҙнәһе уға инде үҙенә кәрәкмәгән эйәрҙе бүләк иткәс тыуған был картина. Яҡындарының, таныштарының, дуҫтарының портреттары байтаҡ. Уҡыусылар, ата- әсәләр күргәҙмәне ҡыҙыҡһынып ҡарай. Шуныһы ҡыуаныслы - яҡташыбыҙ мәктәпкә үҙенең тағы бер картинаһын бүләк итте. Хәҙер “Иртә”, “Малай” картиналарына “Йылға ярында” картинаһы ла өҫтәлде.
Фәйзрахман Абдрахман улы ҙур ижади пландар менән йәшәй. Ул яҡташтарының портреттар галереяһын булдырырға хыяллана. Яңыраҡ үҙенең бер уйы менән дә уртаҡлашты: “Ҡатмарлы Граждандар һуғышы осоро Йөйәк ауылын да урап үтмәгән һәм шул ваҡиғаларға арналған картинаны ла күңелемдә йөрөтәм”, - ти ул. Йѳйәк ауылында ижад итеү өсөн оҫтаханаһын да төҙөп бөтөп килә. Данлыҡлы яҡташыбыҙ ижадына тыуған яғы ҡанат ҡуйһын!
Ринат ШӘЙБӘКОВ.
Йөйәк ауылы.
Оставить комментарий