Депутаттар эш башланы

Күптән түгел Баҡый ауылында Егәҙе ауыл Советының яңы һайланған депутаттары менән йыйылыш булып үтте.
Кѳн тәртибендә баҡыйҙарҙы борсоған иң мѳһим мәсьәләләрҙең береһе - юл, күперҙәр проблемаһы күтәрелде һәм уны 2-3 кѳн араһында хәл итеүгә лә ѳлгәштеләр. Урал Әминев үҙ теләге менән староста вазифаһын ҡалдырыуы сәбәпле, Рим Аллаяровты ауылдаштары староста булыу ѳсѳн иң лайыҡлыһы тип тапты.
Егәҙе ауыл хакимиәте башлығы Ренат Радик улы Яныбаев етәкселегендә депутаттар Рауил Ғилманов, Радик Яныбаев, Айбулат Яныбыев, Ришат Мѳхәмәтвәлиев, Наил Вәлиев, шофер егет Фәтих Яныбаев, баҡыйҙар Урал Әминев, Тәлғәт Шәрипов, Мәжит Исмәғилев, Рим Аллаяров Олоғор аҫты дағы иң ҡурҡыныс урындар - соҡор-йырындар, кәлиәләрҙе ипләне, Еҙем, Ҡуртиҙе күперен рәтләне. Ѳмѳтбайҙа йәшәгән пенсионер Нәбиулла Әйүповтың бульдозер менән оҫта идара итеүе, кѳҙгѳ һалҡын кѳндәрҙең аяҙ тороуы ла эш ырамлылығына булышлыҡ итте.
Баҡый юлын ипләүҙә күрһәткән ярҙамдары ѳсѳн юл ремонтлау-тѳҙѳлѳш идаралығы етәкселегенә, дәрттәре ташып торған депутаттарҙың яңы составына ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Башланғыстары яҡшы, артабан да уларға ҙур ѳмѳттәр бағлайбыҙ.
Телефон аша Нәзилә ШӘРИПОВА яҙып алды.
Оставить комментарий