Тиҙлегеңде кәмет: юлда ҡоралай!

Тиҙлегеңде кәмет: юлда ҡоралай!
Ҡоралай - боландар тоҡомо араһында иң бәләкәйҙәрҙән һанала. Оҙон осло ҡолағы, ҡыҫҡа ҡойроғо һәм кәүҙәһе был кейеккә етеҙлек, йылғырлыҡ бирә. Рәсәй территорияһында ике тѳр: европа һәм себер ҡоралайҙары кѳн күрә. Улар тѳҫтәре һәм йәшәү шарттары менән генә айырыла.
Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында ҡоралайҙарҙың һаны даими үҙгәреп тора. Фәнни күҙәтеүҙәр һѳҙѳмтәһе буйынса яҙҙан кѳҙгә тиклем улар бихисап булһа, ҡыш айҙарында ни бары 15-20 башҡа яҡыны ғына тороп ҡала. Был, беренсенән, ҡарҙың күп булыуы, үлән аҙығын табыуы ҡыйынлашыуына ҡайтып ҡалһа, икенсенән, тәрән ҡарҙа бүре һәм һеләүһен кеүек йыртҡыстарға еңел табыш булыуына килтерә.
Йәйге эҫе мәлдә ҡоралайҙар мышылар кеүек оҙон үлән йә булмаһа ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар араһында ял итә. Эңерҙә һәм иртә таңда ғына тамаҡ ялғауҙы хуп күрә. Хайуанҡайҙың ашау рационына тѳрлѳ үләндәрҙән тыш, мүк, бәшмәк һәм ҡырағай еләк инә.
Ҡасыу осоро август башынан сентябрь аҙағына тиклем. Йыл да ошо ваҡытта ата ҡоралайҙар ысын кѳс һынаша. Ярһыу, мускулдары уйнап торған тәкәләр яман баҡырып, эргә-тирәләге сиҙәмде ҡара тупраҡҡа әйләндергәнсе тапап, күҙҙәрен аҡайтып бер аҙ тора биргәс, уҡтай бер-береһенә атыла. Таҡ- тоҡ иткән мѳгѳҙ тауыштары ғына тирә-яҡты яңғыратып тора. Ауыл ҡарттарының, элегерәк “һуғыш” яланын- да бер нисә тәкәнең үҙ-ара алышыуын күҙәтә торғайныҡ, тип һѳйләгәндәре әле лә хәтеремдә.
Ғѳмүмән, ҡурсаулыҡ ѳсѳн һәр хайуан да ҡәҙерле. Таныштырып үткән ҡоралай ҙа шулар иҫәбендә. Ошондай матур, ҡупшы һәм үҙенсәлекле йән эйәһе йыш ҡына автомобиль тәгәрмәсе аҫтына ҡалып һәләк була. Шуға күрә беҙ ҡала-район, республика халҡын һәм дә сит ѳлкәнән килгән ҡунаҡтарҙан ҡурсаулыҡ биләмәһе аша үткән Ѳфѳ-Белорет автотрассаһындағы “Һаҡ булығыҙ! Ҡырағай хайуандар осрауы бар!” тигән юл билдәләренә иғтибар итеүҙәрен һәм “ҡорос ат”тарының тиҙлеген кәметеүҙәрен һорайбыҙ.
Донъяларыбыҙ тыныс, юлдарыбыҙ хәйерле булһын, дуҫтар!
Марат БӘХТИЙӘРОВ,
Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы методисы.


Оставить комментарий