Тормошобоҙға зауыҡ ѳҫтәй

Тормошобоҙға зауыҡ ѳҫтәй
Бѳгѳн тормошобоҙҙо зауыҡлы итеү ѳсѳн ниндәй генә мѳмкинлектәр юҡ. Ер аяғы ер башынан килтерелгән иң модалы кейемдәрҙе кейәбеҙ, сит илдең заманса йыһаздары, ҡорамалдары менән файҙаланабыҙ. Йортобоҙҙо ла заманға ярашлы матур итеп биҙәргә, бар яҡлап та уңайлыҡтар тыуҙырырға тырышабыҙ.
Бик күп йылдар ҡалабыҙҙа уңышлы эшләп килгән «Уют» салоны ла кѳнкүреш тормошобоҙҙо йәмләүгә ҙур ѳлѳш индерә. Салон тауар ассортиментының киңлеге, тәҡдим ителгән интерьер туҡымаларының, тѳрлѳ аксессуарҙарҙың үҙенсәлекле булыуы менән ҡалалағы башҡа магазин-салондарҙан айырылып тора. Тѳркиәнең билдәле фирмалары менән туранан-тура хеҙмәттәшлек иткән «Уют» салоны бары тик сифатлы тауарҙар менән генә эшләүе арҡаһында район-ҡала халҡы араһында танылыу, абруй яулаған. Бында йыш ойошторолған тѳрлѳ акциялар, тауарҙарға ташламалар яһау ҙа иғтибарҙы йәлеп итеп, ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Әле яңыраҡ ҡына “Йәй” акцияһы тамамланды. Акцияға ярашлы, йәйҙең һәр бер айында үтектәр отторолдо, ә инде иң ҙур приз - «Асы» шифаханаһының люкс номерына ике кешелек юллама тантаналы рәүештә йомғаҡлау сараһында тапшырылды. Юллама хаҡына дауаланыу, туҡланыу һәм башҡа хеҙмәттәр ингән. Был кѳндѳ тѳп приздан тыш, тағы ла дүрт кешегә «Уют» салонынан тауар алыу ѳсѳн сертификат, ә ҡалған ҡатнашыусыларҙың барыһына ла исемле ташламалар бирелде.
Әлеге ваҡытта салон “Кѳҙ” акцияһын башлаған. 3 ай дауамында ошо салондан тауар һатып алғандар араһында «Люминарк» француз сервизы уйнатыласаҡ. Бындай акциялар ҡышын да, яҙын да ойоштороласаҡ. Салонда йыш заказ эшләгән клиенттарға айырым шарттар ҡаралған, уларға яһалған ташламалар ҙа һәр заказ һайын ҙурая бара. Бында шулай уҡ яҡындарыңа, дуҫтарыңа бүләк итеү ѳсѳн сертификаттар ҙа һатып алырға мѳмкин.
Бѳгѳн, бѳтә ерҙә конкуренция ѳҫтѳнлѳк иткән заманда, тауарҙарҙың да тѳрлѳһѳ - сифатлыһы, осһоҙо бар. Һәр кем кеҫәһенең ҡалынлығына, зауығына ҡарап эш итә. Мәҫәлән, яҡшылабыраҡ ҡарағанда, ҡайҙалыр һатылған 100 һумлыҡ вуаль менән «Уют» салонында саҡ ҡына ҡиммәтерәккә тәҡдим ителгән вуаль араһында ҙур айырма табырға була. Ошо урында, һаран ике түләр, тигән аҡыллы һүҙҙәр иҫкә тѳшә. Осһоҙло вуалдәр насар үтекләнеүе, тиҙ арала тѳҫѳн, формаһын юғалтыуы менән иғтибарға эләкһә, «Уют»тан алынғандары оҙаҡ ваҡыт күҙҙе ҡыуандыра, йортҡа йәм, зауыҡ ѳҫтәй. Салондың тәжрибәле дизайнеры булыуы ла клиенттар ѳсѳн файҙалы. 3D проекты менән эшләгән дизайнер Мариэтта Джавадян йорттоң интерьерынан, унда ѳҫтѳнлѳк алған тѳҫтәрҙән сығып, һәр кемгә айырым ѳлгѳләр яһай һәм ябай ғына ысулдар менән ѳй эсен танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеп, уға үҙенсәлек бирергә ярҙам итә.
Салонда заказ эшләгән клиенттар баҡсаларына ла дизайн эшләтә ала. Был осраҡта баҡсаның һәр сантиметры иҫәпкә алынып, ҡайһы урынға нисә һәм ниндәй сәскә ултыртырға, үләндәр сәсергә макет эшләнә.
«Уют» тегеү салонының рәсми рәүештә салон булып эшләүенә 11 йылдан ашыу уҙһа, уның ябай ателье булыуына тағы ла күберәк ваҡыт үткән. Хәҙер ул хеҙмәт баҙарында үҙ урынын тапҡан, тотороҡло эшләгән салондарҙың береһе. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла тиерлек салон асылған кѳндән алып эшләй, шуға күрә уларҙың тәжрибәһе лә, халыҡ менән аралаша белеү ҡеүәһе лә юғары.
Мәҡәлә һуңында салон хужаһы Резеда Рәфҡәт ҡыҙы Сайдарованың (һүрәттә һулда) «Урал» гәзитенең күптәнге дуҫы икәнлеген, милли матбуғат сараларына битараф булмауын да билдәләп үтке килә. Гәзитебеҙҙе таратыуға ла ѳлѳш индерә һәм инде бер нисә йыл дауамында ауылдаштарына үҙ аҡсаһына «Урал» гәзите яҙҙыра. Ошондай дуҫтарыбыҙ менән дуҫлығы- быҙ киләсәктә лә дауам итһен тип теләйбеҙ һәм уның гәзитебеҙ яҙмышына булған иғтибарын башҡаларға ѳлгѳ итеп ҡуябыҙ.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий