Бер ваҡытта ла һуң түгел

Бер ваҡытта ла һуң түгел
Рәсәй халҡының күпселеге Советтар Союзы ваҡытында формалашҡан менталитет буйынса кемдәндер эш кѳтѳп, алып килеп тотторғанды ѳмѳт итеп ултырырға күнеккән. Әммә бѳгѳнгѳ кѳндә ил бѳтѳнләй икенсе иҡтисади йүнәлештә үҫешә. “Үҙең ѳсѳн эшлә, Хѳкүмәткә һалым түлә” принцибы ѳҫтѳнлѳк итә тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Шуға күрә Хѳкүмәт әлеге ваҡытта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы “Һин - эшҡыуар” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында Белорет металлургия колледжында “Бизнес-старт” тренингын үткәрҙе.
Сарала әлеге ваҡытта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, шулай уҡ үҙ эшен асырға теләгән йәштәр ҡатнашты. Тренингты алып барған бизнес-тренер, “Эске ресурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең идарасы партнеры Елена Веденеева бѳгѳнгѳ ауыр иҡтисади шарттарҙа шәхси бизнес проектын эшләү юлдары тураһында һѳйләне. Сарала ҡатнашҡандар тыңлап ҡына ултырманы, үҙҙәре лә бизнес-идеяларын тәҡдим итте, проекттарын тормошҡа ашырыу планын әҙерләне, эш асыуҙың тѳп этаптарын тѳҙѳүҙе үҙләштерҙе.
- Рәсәй Федерацияһының дәүләт программаһына ярашлы бындай саралар илебеҙҙең бѳтә ѳлкәләрендә лә ойошторола. Бѳгѳн белем биреү блогын дауам итәбеҙ. “Бизнес-старт”та эш башларға әҙерләнгән кешеләр уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыу ѳҫтѳндә эшләйәсәк. Был модель Сколковола бизнесты бойомға ашырыу йәһәтенән эшләнә. Мәҫәлән, кисә бер ҡыҙ үҙенең бизнесында аҡса эшләүҙең ете сығанағы барлығын асыҡланы. Был вариант эшеңә ситтән ҡарау мѳмкинлеген дә бирә. Эшҡыуарҙар, эш башлағандар әҙерәк хата ебәрһен, ә тәжрибәле эшҡыуарҙар бизнестарына икенсе күҙлектән ҡараһын ѳсѳн үткәрелә был тренинг. Беҙҙең сарала эше булғандар ҙа, башларға торғандар ҙа, студенттар ҙа ҡатнаша, - ти Елена Веденеева. Сарала үҙ эшен асыу теләге менән килгән ҡатын да бар ине. Ул эшенән китеп, күңеленә ятҡан шѳғѳлгә тотонорға уйлай. Тренингта ҡатын күп яңылыҡтар алыуын, эште ойоштороу тәртибен үҙләштереүен белдерҙе. Эйе, үҙ эшеңде асыу ѳсѳн бер ваҡытта ла һуң түгел, бының ѳсѳн тәүәккәл, егәрле булырға кәрәк.
Белорет ҡалаһында киләһе бизнес-тренинг 31 октябрҙә үткәрелә. Белешмәләрҙе муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлегендә (тел. 8 (34792) 4-57-74) алырға мѳмкин.
Рәмилә ХӨСНУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий